Гуреев Сергей Александрович

Гуреев Сергей Александрович (30 декабрь 1934 йыл — 2012 йыл) — юрист, халыҡ-ара хоҡуҡ һәм диңгеҙ сауҙаһы хоҡуҡтары проблемалары белгесе; юридик фәндәр докторы (1979). Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры (1983); Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ институты профессоры, СССР Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре.

Гуреев Сергей Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 30 декабрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Пенза, Пензенский район[d], Урта Волга крайы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2012
Һөнәр төрө юрист, профессор
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Александрович Гуреев Пенза ҡалаһында 1934 йылдың 30 декабрендә тыуған; 1953 йылда, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү тышҡы сауҙа институтына уҡыға инә, уны 1958 йылда тамамлай. Унан һуң СССР-ҙың Тышҡы сауҙа министрлығына (МВТ) эшләргә йүнлтелә, бында юридик эштә эшләй. Артабанғы йылдарҙа ул Тышҡы сауҙа минстрлығының юрисконсульты була һәм Тышҡы сауҙа министрлығының бер нисә берекмәһендә өлкән юрисконсульт була. Был министрлыҡ аппаратында ул 1968 йылдың октябренә тиклем эшләй. «Национализация в Республике Куба и международное право» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була.

1968 йылда Гуреев СССР Фәндәр академияһына эшләргә күсә: Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булыуы менән 1968 йылдың июненән алып 1983 йылдың октябре буйына СССР ФА Дәүләт һәм хоҡуҡ институтында өлкән хезмәткәр булып диңгеҙ, һауа һәм йыһан хоҡуғы секторында эшләй. 1979 йылда «Современные проблемы международно-правового регулирования торгового мореплавания» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә. 1983—1987 йылдарҙа Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университеты (РУДН) юридик факультетының халыҡ-ара хоҡуҡ кафедраһы профессоры булып тора. 1987 йылда СССР-ҙың Госпланы ҡарамағындағы Комплекслы транспорт проблемалары институтында эшләй, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһында — Рәсәй ФА Президиумы янындағы Етештереү көстәрен өйрәнеү советында, баш ҡаланың бер нисә юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып, шул иҫәптән Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Мәскәү яңы юридик институтында һәм шулай уҡ Иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ институтында уҡыта. XXI быуатта ФСБ-ның Сик буйы ғилми-тикшеренеү үҙәгенә күсә, унда профессор вазифаһын ала.

Ғалим 2012 йылда вафат була.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Сергей Гуреев алыҡ-ара хоҡуҡ проблемалары, шул иҫәптән халыҡ-ара йыһан һәм халыҡ-ара һауа хоҡуҡтары менән шөғөлләнә:

  • «Коллизионные проблемы морского права» (М., 1972);
  • «Международное торговое судоходство (международные правовые проблемы)» (М., 1979);
  • «Международное речное право» (М., 1993) (в соавт.).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Сергей Александрович Гуреев (неопр.). law.edu.ru. Портал «Юридическая Россия» (24 января 2018). Дата обращения 1 декабря 2019.
  • Гуреев Сергей Александрович (1934—2012) (неопр.). intlaw.rudn.ru. РУДН. Дата обращения 1 декабря 2019.