Гуревич Моисей Григорьевич
Моисей Григорьевич Гуревич (1891 йыл — 26 октябрь 1937 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, гигиенист. УССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары (1920—1925), РСФСР һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары.[1]
Гуревич Моисей Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1891 |
Тыуған урыны | Рига, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 26 октябрь 1937 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Харьков милли медицина университеты[d] |
Биографияһы
үҙгәртергә1920—1925 йылдарҙа Украина Совет Социалистик Республикаһының һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары булып эшләй.
1923 йылда Һаулыҡ һаҡлау Халык комитетында эшләгән ваҡытта, УССР-ҙа беренсе булып Харьков медицина институтында социаль медицина кафедрасын төҙөүгә ирешә һәм 1925 йылға тиклем кафедраны етәкләй.
Төрлө баҫмаларҙа социаль гигиена, сәләмәтлек һаҡлау теорияһы һәм практик мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр менән сығыш яһай, социаль ауырыуҙар менән көрәш, медицина-профилактика ярҙамын һәм медицина белемен реформалау буйынса профилактик йүнәлеште ғәмәлгә керетә.
Уның ҡайһы бер ғилми эштәре 1920—1924 йылдарҙа фәнни журналдарҙа баҫылып сыҡты, улар араһында «Профилактик медицина» журналында («Украинала сәләмәтлек һаҡлау эшен ойоштороу», «Медицина белеме реформаһы тураһында», «Украинала 1923 йылдың йәй уртаһында ауыл медицина-санитария селтәренең торошо» мәҡәләләре).[1].
УССР-ҙа беренсе социаль гигиена кафедраһы асылыуҙың ун йыллығы уңыйынан УССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы институтта уның исемендәге ике шәхси степендия булдырҙы.
Артабан РСФСР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары булып эшләй.
1937 елның 1 августында контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. 1937 йылдың 26 октябрендә атыуға хөкөм ителә, һәм приговор шул ук көндө үк башҡарыла. Мәскәүҙә Дон зыяратында ерләнгән.[2].
1956 йылда СССР Юғары суды Хәрби колегияһы тарафынан аҡланған[2].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Гуревич Мусій (Мойсей) Григорович | Енциклопедія Сучасної України . esu.com.ua. Дата обращения: 11 сентябрь 2020.
- ↑ 2,0 2,1 Гуревич Моисей Григорьевич ::: Мартиролог: Жертвы политических репрессий, расстрелянные и захороненные в Москве и Московской области в период с 1918 по 1953 год . www.sakharov-center.ru. Дата обращения: 11 сентябрь 2020.