Викидатала элемент тултырылмаған

Гумбати циклопик ҡәлғәһе - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.

Географияһы үҙгәртергә

Гумбатиҙың циклопик ҡәлғәһе Грузияның Түбәнге Картли төбәгендәге Цалка муниципалитеты Гумбати (Кумбати) (груз. გუმბათი)  ауылындағы архитектура мираҫы. Ауылдан төньяҡ-көнбайыштараҡ, Гумбати йылғаһының уң яҡ ярында, диңгеҙ кимәленән 1650 метр бейеклектә урынлашҡн.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Циклопик ҡәлғәнең диуарҙары ҙур һарыҡташтарҙан һалынған, ектәренә вағыраҡ таштар тултырылған. Нигеҙе тура мөйөшлө итеп һалынған. Ҡәлғә ҡапҡаһы көньяҡтан.

Ҡомартҡыға ҡәлғә һәм нығытма ҡоймалары инә. Түбәнге диуарна көньяҡтан һәм көнбайыштан инергә мөмкин булыуы ихтимал.

Комплекстың барлыҡ диуарҙары һарыҡташтарҙан ике ҡат итеп һалынған.

Бер аҙ балсыҡ һауыттар ярсыҡтары табылған. Төҙөлгән ваҡыты тимер быуатҡа һәм урта буаттарға ҡарай.

Ҡәлғә бик ныҡ емерелгән, нигеҙҙре, диуарҙары ер менән тигеҙләнгән тиерлек.

2006 йылда Гумбати циклопик ҡәлғәһе милли әһәмиәткә эйә булған күсемһеҙ мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы тип танылған [1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә