Грузин халыҡ музыкаһы — Грузияның һәм грузиндарҙың музыкаһы.

2001 йылда ЮНЕСКО грузин йырҙарын ауыҙ-тел ижадының матди булмаған мираҫы хазинаһы тип таныны. Грузиндарҙың күп тауышҡа йырланған йырҙары өсөн тауыштың махсус техникаһын ҡулланыу һәм бер-береһенә яҡын булған тондарҙы файҙаланыу хас. Грузияның стандарт йырҙары, күпселек осраҡта, өс тауышҡа башҡарыла. Тәү башта грузин йырҙары халыҡ йыры булараҡ йәшәй, әммә христианлыҡ ҡабул иткәс, сиркәү йыры булып китә. Тарихи яҡтан ҡарағанда, музыка менән Грузияла тик ир-аттар ғына шөғөлләнә.

Грузиялағы юғары музыкаль белем биреү учреждениеһы — ул Тбилиси консерваторияһы. Был уҡыу йортон түбәндәге билдәле шәхестәр тамамлаған: композиторҙар Гия Канчели, Вано Мурадели, Отар Тактакишвили, Татаркан Кокойыт, Микаэл Таривердиев, Дудар Хаханов, дирижерҙар Самуил Самосуд һәм Одиссей Димитриади, йырсылар Медея Амиранашвили, Нани Брегвадзе, Тамара Гвердцители.

Тамара Гвердцители

Грузияның шулай уҡ үҙенең симфоник оркестры һәм «Эрисиони» һәм «Рустави» ише бик күп һанлы йыр һәм бейеү халыҡ ансамблдәре бар.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Грузия музыкаһы « Музыка планетаһы: ретро-музыка» сайтында
  • Грузин йыры «Игорь Померанцев менән кәртәләр аша» «Азатлыҡ» радиоһы (2016 йылдың 28 майы, аудио)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Көнбайыш Грузияның (Имеретия) халыҡ йырҙары— Мәскәү: А. А. Левенсон скоропеч. ижады, 1908. — 124 б. 83 йыр халыҡ гармонизацияһы менән ҡушымталы, фонографтан яҙыулы.