Грузин Бетанияһы
Пресвятая Богородица Раштыуаһы хөрмәтенә Бетания монастыры, күберәк Грузин Бетанияһы булараҡ билдәле (груз. /bɛˈtʰanɪa/, арамейҙан. בית עניא Бейт-Аниа — «Вифаний») — Грузин православие сиркәүе Мцхета-Тбилиси епархияһының ирҙәр монастыры. Грузияла, Тбилисиҙан 16 км алыҫлыҡта, Вере йылғаһы тарлауығында Квевсети ауылына яҡын урынлашҡан.
Грузин Бетанияһы | |
груз. ბეთანიის მონასტერი | |
Нигеҙләү датаһы | XII быуат |
---|---|
Дәүләт | Грузия |
Архитектура стиле | крестово-купольный храм[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Грузин Бетанияһы Викимилектә |
Тарихы
Богородица Раштыуаһы ҡорамы бында 1200 йылдар тирәһендә, ә Изге Георгийҙың бәләкәй сиркәүе 1196 йылдарҙа төҙөлгән. Ҡорамдағы фрескалар ғәҙәттә 1207 йыл менән даталана. Әммә монастырь X быуатта төҙөлгән, ә аҙаҡ тик яңынан ҡоролған тигән фараздар бар. Шулай итеп, был батшабикә Тамара дәүерендәге күп һанлы монастырҙарҙың береһе, йәғни Кинцвиси монастыры менән бер үк ваҡытта төҙөлгән. Уның атамаһы палестин ҡасабаһы Бейт-Ания, шул уҡ рус версияһында Вифания, монастырҙы Орбели кенәздәре төҙөгән тип иҫәпләнә. Артабан монастырь Бараташвили нәҫеленең кәшәнәһе була. Ваҡыт үтеү менән ул ташландыҡ хәлгә килә. 1850 йылдарҙа бында наместник Воронцовта хеҙмәт иткән осраҡлы рәүештә архитектор һәм рәссам Гагарин килә. Гагарин ярым емерек ҡорамды таба, уға үтеп инә һәм унда Тамараның һүрәте менән фреска таба. йәмәғәтселек монастырға иғтибар итә, уны таҙарталар, бер аҙ йүнәтәләр. һәм ул яраҡлы хәлгә килә.
Архитектураһы
Цилиндрик барабанда конус көмбәҙ менән тәре-көмбәҙле ҡорам, апостолдар һаны менән 12 тәҙрәле. Көньяҡ яҡтан аркалар менән портал төкәтеп эшләнгән, көнбайыш яғында башня булған тигән фараз бар. Ғибәҙәтхана ҡырсынташтан төҙөлгән, ул 800 йыл эсендә ярайһы уҡ юйылған һәм урыны менән яңыртып көпләнгән.
Төп ҡорамдың көнбайыш яғында тағы бер, 1196 йылда төҙөлгән ҙур булмаған Изге Геогргий ҡорамы урынлашҡан.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бетания дом бедности(недоступная ссылка)
- Грузинская Вифания
- Грузинская Бетания на Wikiloc.com
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Джанберидзе Н., Цицишвили И. Архитектурные памятники Грузии. М., 1996. С. 260—265;
- Лазарь (Абашидзе), архим. Бетания — Дом бедности. М., 1998.