Грохольскийҙар усадьбаһы (Винница)
Грохольскийҙар йорто (укр. Садиба Грохольских) — ландшафт паркында урынлашҡан, XVIII быуат аҙағында төҙөлгән ҡоролмалар комплексы. Винницаның Пятничаны районында. Граф Михаил Грохольский төҙөгән. Һарай иртә классицизм стилендә башҡарылған. Эргәһендә ике флигель, павильон һәм урта быуаттарҙағы кеүек стилдә төҙөлгән һыу ҡыуҙырыу башняһы бар.
Грохольскийҙар усадьбаһы | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Грохольскийҙар усадьбаһы (Винница) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәУсадьба XVIII быуаттың 80-се йылдарында Польша магнаты граф Михаил Грохольский (1705—1765), Брацлава судьяһы Францишек Ксаверия Грохольскийҙың улы тарафынан төҙөлә. Францишек Грохольский Пятничаныны ҡатыны Аннаның бирнәһе менән бергә ала. Ул кенәз Януш Вишневецкий ғәскәрендә ҡанатлы гусар була, поручик дәрәжәһенә тиклем үрләй. Артабан украин партияһы отряды башында дошмандарға ҡаршы көрәшә, бының өсөн король Август III уға ротмистр чинын бирә. Ике тапҡыр сеймға илсе булып бара, Брацлава шляхтаһы араһында яҡшы юриспруденцияны бегесе булып һанала. Үҙ йорто булмаған, әммә Аннаға өйләнгәс, ҡатынының бирнәһе менән аҡыллыидара итә, яҡшы булһа хужа. Улы Михаил Грохольский 1760 йылда Винницала доминикансыларҙың костелын һәм монастырын һала, ә иезуиттар костелында уның аҡсаһы амвон һәм алтарь ҡуйыла. Үҙ ауылдарының береһендә, Терешкала, ғибәҙәтхана төҙөтә.
Замок төҙөүҙә татар һәм төрөк әсирҙәре эшләй. Усадьба башнялы ныҡлы таш диуар менән уратылған, бойницалы һәм ике ҡапҡалы фортификация ҡоролмаһы булыр тип планлаштырыла. Һөҙөмтәлә бер ҡатлы йәшәү һәм оборона тотоу өсөн тәғәйенләнгән шаҡмаҡ замок килеп сыға. Мөйөштәренән ике ҡатлы манара күтәрелә. Арыраҡ бер ҡатлы ике квадрат башня тора. Уларҙан майҙанды бер нисә йөҙ метр оҙонлоғонда ҡәлғә диауры кеүек уратып алған ур һәм соҡор һуҙыла. Тағы бер цилиндрик башня ур һәм соҡор боролған урында урынлаша.
1765 йылда Михаил Грохольсикй вафат була, уның ете балаһы ҡала. Атай биләмәһен бүлеү ихтыяжы тыуа. Пятничаны, Грицевск шишмәһе, Стрижавкалағы һарай һәм Вииницалағы ихата улдарының өлкәне, Брацлаваның һуңғы воеводаһы Марцинға тейә (1727—1807). Шляхтич Грицевҡа өҫтөнлөк бирә. Мартин вафат булғас, уның биләмәләре лә вариҫтары араһында бүленә башлай. Пятничаныуның улы Михалға эләгә (1765—1833). Тап ул унда йәшәп кенә ҡалмай, ә уны реконструкциялауға тотона, һәм, сөнки фортификация ҡоролмаларының кәрәге бөтә. Реконструкция менән күберәк байлыҡҡ яратыусы ҡатыны Мария күберәк шөғөлләнә, сөнки иҫке замокта үҙен насар тоя.
Үҙгәртеп ҡоролған усадьба составына һарай, флигель һәм парк уртаһында урынлашҡан, өлөшләтә иҫке кирбес ҡойма менән уратып алынған павильон инә.
1914 йылда Винница өйәҙендә ер биләүселәр исемлегендә:
- Грохольский Здислав Станиславович, граф, 4096 дисәтинә, Пятничане, Стрижавский волосы.
- Грохольский Фаддей Генрихович була, 4725 дисәтинә, Стрижавка, Стрижавский волосы.
Һарай һәм флигель
үҙгәртергәҺарайында XVIII быуат аҙағында иртә классицизм стилендә төҙөлә. Бина кирбестән, тура мөйөшлө, Н хәрефе рәүешендә, өс ҡатлы, төп бина ҡабырғаһында ризалитлы һәм фасады паркҡа ҡарай. Бина мөйөшөюнылған таш менән көпләнә. Диуар дорик ордер кәрнизе менән таммалана.
Тәүҙә һарайҙың ике яғынан ике ҡатлы кирбес флигелдәр урынлаша. Улар һарай менән колонналы ярымциркуляр галерея ярҙамында тоташа (хәҙерге ваҡытта улар юҡ). Төп фасадтың беренсе ҡаты ризалиттар араһына индерелгән алты колонналы террасалы портикка иғтибар йүнәлтә, ә тәҙрәләр өс мөйөшлө сандриктар менән биҙәлә. Һарай флигеле һарайы XVIII быуат аҙағына ҡарай. XIX быуат аҙағында — көнбайыш, ә XX быуат урталарына төньяҡ (артҡы) фасадтарға хужалыҡ биналары төҙөлә.
Төҙөлөш кирбестән, тура мөйөшлө, ике ҡатлы, беренсе ҡатта үҙәк аркалар менән тоташа. Төп фасад классицизмдың традицион схемаһы буйынса тоскана оредрының парлы пилястраларына бүленеп, рустован цоколенә күтәрелә.
Павильон
үҙгәртергәПавильон (емереклектәр), XVIII быуат аҙағынп ҡарай. Кирбес, түңәрәк, тамамлаған ике яруслы башня (һаҡланмаған). Икенсе ҡатта ҙур булмаған ҡапҡаслы тәҙрәләр бар. Беренсе ҡатта бер нисә декоратив ут яуҙырыу урыны урынлашҡан.
Һәйкәл XIX быуат һуңындағы ике ҡатлы һыу һыуҙырғыс бинан менән бер комплексты тәшкил итә, эшкәртелмәгән таштарҙан (цоколь ҡаты) һәм кирбестән эшләнгән. Бина һуҙылған тура мөйөшлө, мөйөштә түңәрәк, киртләстәр менән тамамланған башнялы.
Парк
үҙгәртергә32 гектарҙы биләгән парк XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлә. Уны реконструкциялау эштәрен украин пейзажист-архитекторы Д. Макклер башҡара. Парк планировкаһына ылыҫлы һәм япраҡлы тоҡомдарҙың күп булыуы хас. Быуаның матур битләүҙәренә ҡарағай, шыршы, ҡарағас һәм меңйәшәр имәндәр ултыртыла[1].
Паркта бер нисә урында ҡайын сауҡалығы, аҡ акация, канада тирәге, шыршы һәм башҡа ағастар төркөмө бар. Шулай уҡ һирәк ағастар ҙа осрай.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәӘлеге ваҡытта усадьбала эндокринология диспансеры һәм поликлиникаһы урынлашҡан, инеү сикләнгән. Бина өлөшләтә реставрацияланған.
Адресы
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Н. Л. Жариков, «Памятники градостроительства и архитектуры Украинской ССР»: иллюстрированный справочник-каталог в четырех томах, Том 2, с.8, 1983