Гришенков Анатолий Яковлевич
Гришенков Анатолий Яковлевич (5 август 1944 йыл) — иҡтисадсы. 1990 йылдан «Восток» банкының Туймазы филиалы директоры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Халыҡ ҡулланышы тауарҙары, сауҙа, коммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәтеү мәсьәләлре буйынса комиссия ағзаһы.
Гришенков Анатолий Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 август 1944 (80 йәш) |
Тыуған урыны | Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Һамар дәүләт техник университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәАнатолий Яковлевич Гришенков 1944 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1969 йылда Куйбышев политехник институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1961 йылда «Октябрьскнефть» нефтепромысль идараһында электромонтер булып башлай. 1970—1973 йылдарҙа, институтты тамамлағас, мастер, «Октябрьскнефть» нефть һәм газ табыу идараһында производствоны автоматлаштырыу буйынса урынбаҫар булып эшләй.
1975—1979 йылдарҙа автоматика һәм телемеханика заводында баш инженер, баш энергетик, «Октябрьскнефть» нефть һәм газ табыу идаралығында партком секретары. 1988—1990 йылдаҙа КПСС-тың Туймазы ҡала комитетының икенсе секретары. 1990 йылдан «Восток» банкының Туймазы филиалы директоры. [1] Туймазы ҡалаһы 144-се Серафимовка һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. [2]
Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар.
Ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104