Грецияла енәйәтселек

Көнбайыш Европала Грециялағы енәйәтселек кимәле ғәҙәттә иң түбәндәрҙән һанала. Мәҫәлән, 1980-сы йылдрҙа Греция полицияһы начальнигы Аркудеас Никондың (греч. Νίκων Αρκουδέας) тырышлығы һөҙөмтәһендә енәйәтселек кимәле күпкә кәмей. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәште алып барған Греция полицияһы 2002 йылда һул радикаль террористик «17 ноябрь революция ойошмаһы» эшмәкәрлеген кисектерә. Бынан тыш, Греция полиция иҫәбендә 2004 йылда йәйге олимпиаданы хәүефһеҙ үткәреүҙең уңышлы ойоштороу һәм 2016 йылда 2 меңдән ашыу талауҙар осрағына ҡағылышлы булған Грециялагы иң эре ОПГ-ны ҡыйратыу тора.

Греция полицияһы мотоциклдарҙа

XX быуат дауамында махсус хеҙмәттәр һәм полиция артыҡ күп ваҡытын, хоҡуҡ боҙоусыларға ҡаршы түгел, ә һул сәйәси ҡанаты эшшмәкәрҙәренә ҡаршы сарыф итеүҙә ғәйепләнәләр. 1990-сы йылдарҙан Үҙәк һәм Көнсығыш Европа, Азия һәм Яҡын Көнсығыш легаль булмаған мигранттары араһында енәйәтселек кимәле артыуы күҙәтелә.

Ҡылынған енәйәттәр

үҙгәртергә

Үлтереүҙәр

үҙгәртергә

2011 йылда, статистика мәғлүмәттәре буйынса, Грецияла 184 үлтереү теркәлгән, 100 мең кешегә уртаса күрһәткес 1,7 осраҡ тәшкил итә[1].

Ҡалып:Гистограмма

Ойошҡан енәйәтселек

үҙгәртергә

Грек енәйәт донъяһында ойошҡан енәйәт төркөмдәре (Грек мафияһы) эш итә) халыҡ телендә улар «Төн кешеләре» (греч. νύχτας άνθρωποι της)[2] тип йөрөтөлә. Сит ил ОПГ-лары араһында албан мафияһы иң билдәлеһе тип иҫәпләнә, уның ағзалары талау, кеше урлау һәм язалау, шулай уҡ контрабанда һәм наркотиктар индереү менән шөғөлләнәләр. . Албан мафияһы Грецияға Яҡын көнсығыштан легаль булмаған мигранттарҙы индереүҙе ҡаплау менән шөғөлләнә, әлеге илдәрҙән сығышлы шәхси предприятиелар хужаларын «яҡлай» һәм эшселәр синыфы вәкилдәре көн күргән Көнбайыш Афинда төнгө клубтарҙы үҙ контроле аҫтында тота. Илдә урыҫ мафияһы ла эш итә, уның вәкилдәре законһыҙ ҡорал индереү һәм тәмәке контрабандаһы менән шөғөлләнә, шулай уҡ талау һәм кеше урлау менән шөғөлләнгән румын мафияһы[3]

Албан мафияһы менән бәйләнештәре һәм үҙенсәлекле хеҙмәттәшлеге арҡаһында грек мафияһы вәкилдәре, албандарҙы һаҡсылар һәм түләүле үлтереүселәр сифатында яллап, Греция енәйәтселек донъяһында иң көслөләр булып һанала. Грек мафияһы легаль булмаған бизнесты ҡаплау, кешеләрҙе урлау һәм наркотиктарҙы илгә индереү менән шөғөлләнә һәм илдә таралған коррупция арҡаһында ҙур аҡса эшләй. Героин менән кокаин илгә караптарҙарҙа индерелә: караптар төҙөү сәнәғәтендә лә грек мафияһы вәкилдәре бар[3]

Шәхси милеккә ҡаршы енәйәттәр

үҙгәртергә

2011 йылла илдәге иҡтисади хәлдең насарайыуы арҡаһында шәхси милеккә енәйәттәрҙең артыуы барлыҡҡа килә[4]: 2009 йылда 80 меңгә яҡын ғәҙәти кеҫәнән урлау һәм талау осраҡтарнан банктар һәм йорттарҙы талау теркәлә (2005 йылда — 50 мең). Дөйөм алғанда, енәйәтселек кимәле Европала иң түбән тип һанаһа ла, ошо хәл шәхси һаҡлау компаниялар хеҙмәттәренә һорау артыуына килтерә. 2016 йылда Грецияла иң ҙур енәйәт төркөмө тар-мар ителә, был төркөм 2 меңдән ашыу йортто талауҙа ғәйепләнә. Операцияла 1000-ҙән дә кәм булмаған полиция хеҙмәткәрҙәре һәм 37 судья ҡатнаша.

Мигранттар енәйәттәре

үҙгәртергә

Рәсми статистика буйынса, Греция полицияһы тарафынан теркәлгән енәйәттәрҙең яртыһы мигранттар тарафынан башҡарыла. Греция полицияһы раҫлауынса, күп кенә граждандар үҙ аҡсаларын банк иҫәптәрендә түгел, ә йорттарҙа тота, шуға Албаниянан һәм Болгариянан талаусылар бандалары Грецияға күпләп килә[5]. 2012 йылғы баһа буйынса, Грецияла миллион тирәһе легаль булмаған мигранттар йәшәй[6]. Бәлиғ булмағаг ҡыҙҙы көсләү мигранттар яғынан иң билдәле енәйәттәрҙең береһе булып тора.

Испанияның һәм Италияның ҡаты иммграцион сәйәсәте Азия һәм Африканың күп кенә кешеләрен Грецияға күсенергә мәжбүр итә: улар башлыса Төньяҡ Африка, Пакистан, Афғанстан, Бангладеш һәм Ираҡ халҡы. 2010 йылда Евросоюз сиктәрен легаль булмаған рөхсәтһеҙ үтеүҙең 90 % Греция сиге аша башҡарыла (2008 йылда — 50 %, 2009 йылда — 75 %), 132524 кеше ҡулға алына (2009 йылда — 95239 кеше), уларҙың 52469 депортациялана; депорацияланғандарҙың күпселеген албандар тәшкил итә[6].

Коррупция һәм һалым түләүҙән баш тартыу

үҙгәртергә

Аҙаҡҡы йылдарҙа күп көс түгеүгә ҡарамаҫтан, Грецияла иң етди иҡтисади һәм сәйәси проблемалар булып һалым түләүҙән баш тартыу һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында коррупция таралыуы тора[7][8]. Йыл һайын грек ҡаҙнаһы һалымдарҙы түләмәү арҡаһында 30 млрд евро юғалта (гректар быны «милли спорт төрө» тип исемләйҙәр)[9].

Һалым түләүҙән баш тартыу

үҙгәртергә

2009 йылдың авгусында Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы иҫәпләүенсә, Грецияның ҡара баҙары күләме яҡынса 65 миллиард евро тәшкил иткән (25 % ВВП) һәм был йыл һайын, дөйөм алғанда, 20 миллиард евро һалым түләмәүгә килтерә[10] — хатта европа кимәлендә лә эре сумма.. Сағыштырыу өсөн, Германияла ҡара баҙар ике тапҡырға кәмерәк һәм ни бары ВВП-нан 15 процент тәшкил итә. Алдағы йылдарҙа грек хөкүмәтенең иҡтисадты әлеге проблеманан ҡотҡарырға маташыу, бер ниндәй һөҙөмтәгә килтермәй. Греция һалым түләү системаһын үҙгәртергә тәҡдим ителә, әммә бының өсөн кәм тигәндә ике парламент срогы кәрәк булыр ине.

2005 йылдың һуңғы кварталы мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың яҡынса 49 % теге йәки был дәрәжәлә һалым түләүҙән баш тарта, 2006 йылдың ғинуарына был һан бер аҙ кәмене — 41,6 %. Чикаго университеты тикшеренеүселәре мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда һалым түләүҙән төрлө контора хеҙмәткәр, теш табиптары, юристар, табиптар, репетиторҙар һәм финанс консультанттар баш тарталар, дөйөм алғанда, улар 28 млрд евро түләмәгән (31 % бюджет дефициты)[7]. Түләнмәгән һалымдарҙың һаны 20 миллиард евро етә, тип һанала, был аҡсалар Швейцария банктарында һаҡлана, шулай уҡ 10 мең грек офшор компанияһы булыуы билдәле . Элекке финанс министры Евангелос Венизелос һүҙҙәренсә, 15 мең физик һәм юридик кеше 37 миллиард евроны һалым түләүҙән йәшерә[11].

Афинда енәйәтселек

үҙгәртергә

2007—2009 йылдарҙа Афинда талауҙар тулҡыны үтә, 2009 йылда урлау осраҡтары 2007 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға арта һәм 47607 осраҡҡа барып етә. Шулай уҡүлтереүҙәр һаны ике тапҡырға арта. Шуға ҡарамаҫтан, ҡала Европала иң хәүефһеҙҙәр рәтенә индерелә[12]. Греция полицияһы раҫлауынса, дәүләткә ҡарамаған ойошмалар бер нисә тапҡыр енәйәтте тикшереү эштәренә ҡыҫыла, улар хөкөм ителеүселәрҙең ғәйебен кәметеү маҡсатында быны эшләй. .

Полиция ғәмәлдәре

үҙгәртергә

Греция киң мәғлүмәт саралары полиция хеҙмәткәрҙәрен артыҡ сәйәсләштереүҙә тәнҡитләйҙәр. 1981 йылға тиклем, Бөтә Греция социалистик хәрәкәте власҡа килгән осорҙа, грек полицияһының һәм жандармерияның бөтә офицерҙары тиерлек уң консерваторҙар була. Улар берләшкәндән һуң 1984 йылда хәҙерге сәйәси полиция барлыҡҡа килә. «Блат» осраҡтары грек полицияһында ифрат күп һәм вазифалы урындарҙы билдәле даирәләрҙән сығышлы кешеләр биләй: мәҫәлән, бөтә юғары полиция етәкселәре тиерлек Пелопоннестан йәки Криттан.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Global Study on Homicide. United Nations Office on Drugs and Crime, 2013.
  2. Organized Crime in Greece: Statistics, Trends and Police Countermeasures in 2011 — Greece 2011 йыл 23 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 ECHO²: UNLEASHING CREATIVITY AGAINST DRUG TRAFFIKING. Дата обращения: 2016-8-11. Архивировано 30 октябрь 2013 года. 2013 йыл 30 октябрь архивланған.
  4. Tom Stoukas. Greek Crime Wave Spells Boom for Security Firms, Bloomberg (17 сентябрь 2010).
  5. «Greeks confront crime wave amid austerity», Chloe Hadjimatheou, BBC News, Athens, 16 August 2012.
  6. 6,0 6,1 «Greece: Illegal Immigration in the Midst of Crisis», Charalambos Kasimis, Agricultural University of Athens, March 2012.
  7. 7,0 7,1 Inman, Phillip (9 September 2012) Primary Greek tax evaders are the professional classes The Guardian. Retrieved 6 October 2012
  8. Πτώση της φοροδιαφυγής στο 41,6% από 49% το τελευταίο εξάμηνο (грек). Ethnos (2006). Дата обращения: 12 октябрь 2011. Архивировано 12 май 2013 года.
  9. A national sport no more, The Economist (3 November 2012).
  10. Korruption und Steuerhinterziehung: Griechenland versinkt im Sumpf (5 August 2009). 5 май 2010 тикшерелгән.
  11. Boyes, Roger. Rich greeks pack up their troubles along with their euros. 20 ноябрь 2011 тикшерелгән.
  12. Carassava, Anthee. Crime casts long shadow over Athens, Los Angeles Times (31 May 2011).