Грек овчаркаһы
Грек овчаркаһы (греч. Ελληνικός Ποιμενικός) — Грецияның таулы төбәктәрендә сығарылған һәм йола буйынса урындағы көтөүселәргә малдарҙы һаҡларға ярҙам итеү маҡсатында файҙаланылған эт тоҡомо.
Грек овчаркаһы | |
Ил | Греция |
---|---|
Грек овчаркаһы Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәГрек овчаркаһы уртаса һәм эре тоҡомдар төркөмөнә ҡарай, ҙур, көслө һәм үҫешкән мускуллы тәнле. Был эт яңғыҙ алышта бүрене еңерлек.
Оҙонса түңәрәк ҡуңыр күҙле, күҙҙәре симметриялы урынлашҡан. Ҡарашы ғәҙәттә тыныс һәм етди. Күкрәге киң һәм яҡшы бөгөлгән ҡабырғалы, тәрән, һәм был үпкә һәм йөрәк урынлашыуына етерлек урын бирә. Ҡойроғо төптән йыуан, оҙон.
Йөнө оҙон йәки уртаса оҙонлоҡта, ҡуйы аҫҡы йөнлө, еңелсә тулҡынланып тора. Төҫө ҡара, һоро йә аҡ, йыш ҡына таплы. Тоҡом, билдәле бер экстерьер өсөн түгел, ә юғары эш сифаты алыу маҡсаты менән сығарылған, шуға күрә тотороҡло төҫкә һәм һүрәткә эйә түгел[1].
Темпераменты
үҙгәртергәГрек овчаркаһы беренсе сиратта хеҙмәт итеүсе эт. Был тоҡом ҙур сыҙамлылығы һәм әрһеҙлеге, талымһыҙлығы менән айырылып тора. Был «бер хужаның» тоғро, ҡыйыу һәм тәүәккәл эте. Грек овчаркаһы көс ҡулланыу йә ҡатылыҡҡа нигеҙләнгән тәрбиәләүгә насар бирелә. Ул эҙмә-эҙлекле күнекмәләргә һәм талапсанлыҡҡа мохтаж. Үҙенең шикселлеге, һаҡ һәм агрессив булыуы арҡаһында грек овчаркаһы башҡа эттәр һәм кешеләр менән контактҡа насар инә. Хатта эт ҡарап тороуға тыныс кеүек тойолһа ла, ул ҡурсыуына тапшырылған кешене йәки уның хужалығын бер нигә лә ҡарамай яҡларға әҙер. Грек овчаркаһы вольерҙа бөтә территория ла күренгән урынды биләй. Был тоҡом көсөктәре мөмкин тиклем иртә яраҡлаштырыуға мохтаж.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Греческая Овчарка
- Стандарт породы 2015 йыл 21 ғинуар архивланған. (грек)