Грамматикализация
тел үҫешендә һүҙҙәрҙең грамматик берәмеккә әйләнеп китеүе
Грамматикализа́ция — тел эволюцияһы барышында һүҙҙәрҙең грамматик күрһәткестәргә әйләнеп китеүенән торған тел үҙгәреше. «Грамматикализация» термины А. Мейе тарафынан 1912 йылда индерелә. Грамматикализация күренеше 1980-се йылдарҙан алып әүҙем өйрәнелә. Төп хеҙмәттәрҙе Б. Хайне, К. Леман, Дж. Байби яҙған.
Грамматикализация | |
Ҡайҙа өйрәнелә | тел ғилеме һәм социолингвистика[d] |
---|
Грамматикализацияның механизмдары
үҙгәртергәГрамматикализация — киң төшөнсә, шунлыҡтан лингвистикала грамматикализацияның аныҡ механизмдары айырыла, улар араһында семантик төҫһөҙләнеү (ингл. semantic bleaching), фонетик эрозия (ингл. phonetic erosion), морфологик редукция (ингл. morphological reduction) һәм облигаторизация (ингл. obligatorification), йәғни һүҙформа йә конструкция күрһәткесенең мотлаҡҡа әйләнеүе, кеүек механизмдар бар.