Грайворон

Рәсәйҙәге ҡала


Грайворон — Рәсәйҙең Белгород өлкәһендәге ҡалаһы. Грайворон районының (ҡала округының) административ үҙәге.

Грайворон
БайраҡГерб
Нигеҙләү датаһы 1678
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Городское поселение город Грайворон[d][1], Грайворонский район[d][1] һәм Грайворон өйәҙе[d]
Административ-территориаль берәмек Белгород өлкәһе
Халыҡ һаны 6179 кеше (2021)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 130 метр
Майҙан 10 км²
Почта индексы 309372
Рәсми сайт graivoron.ru/sitemap/
Урындағы телефон коды 47261
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Грайвороне[d]
Карта
 Грайворон Викимилектә

Өлкәнең иң көнбайыш өлөшөндәге ҡала. Днепр һәм Грайворонка йылғаларының ҡушылдығы булған Ворскла йылғаһы ярында урынлашҡан. Ҡала Украинаның сиге буйында, Хотмыжск тимер юл станцияһынан 15 км һәм Белгородтан 78 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы — 6404 кеше (2017 йыл)

Грайворон биҫтәһенә нигеҙҙе чиркәстәр һәм Грайворонка йылғаһына Ворскла йылғаһы ҡойған ерҙә йәшәгән кешеләр һалған. 1678 йыл ҡалаға нигеҙ һалыныу йылы тип иҫәпләнә, был йылда митрополит Мисаил батша Федор Алексеевичҡа ғариза яҙып Грайворона йылғаһы буйындағы ерҙәрҙе алған.

Ултыраҡ Белгород разрядының Ахтырский Слобода казак полкына ҡараған.

1721 йылдың 20 октябренән (иҫке ст.) 1917 йылдың 1 сентябренә (иҫке ст.) тиклем Рәсәй империяһы составында тора.

1727 йылда Грайворон Хотмыжский өйәҙенә беркетелгән була.

1838 йылда[3] биҫтә Грайворон өйәҙ ҡалаһына әүерелгән — Хотмыжск Грайворон өйәҙенең ябай ҡалаһы булып ҡалған.

1848 йылда ҡалала ҙур янғын була, шунлыҡтан ул яңынан төҙөлә. Ҡаланың төҙөлөш планы Санкт-Петербургтың Васильевский утрауының планына ярашлы итеп эшләнгән. Планға ярашлы, ҡаланың бөтә урамдары донъя ҡитғаларына ориентирлаштырылған.

1917 йылдың 1 сентябренән 1 октябргә тиклем (иҫке ст.)ҡала — Рәсәй республикаһы составында була.

1918 йылда Грайворон Украина Халыҡ Республикаһына буйһона.

1922 йылдың декабренән алып СССР-ҙың Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы составында була.

1928 йылда Үҙәк-Ҡара тупраҡлы өлкәһенең Грайворон районы, 1934 йылда өлкә бүленгәндән һуң Курск һәм Воронеж өлкәләре барлыҡҡа килә, артабан Грайворон ҡалаһы Курск өлкәһе составына индерелә. Большевиктар ваҡытында украинлаштырыу арҡаһында бында ҡаланың украин телле дөйөм белем биреү учреждениелары селтәре барлыҡҡа килә.

1941 йылдың 19 октябрендә совет органдары һәм ғәскәр ҡаланы ҡалдыра, вермахтың оккупация ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып ала[4].

1943 йылдың 16 февралендә ҡала Воронеж фронты тарафынан Харьков һөжүм операцияһында азат ителә[4].

1943 йылдың 13 мартында ҡайтанан немецтар тарафынан баҫып алына[4].

1943 йылдың 7 авгусында Воронеж фронты тарафынан Белгород-Харьков операцияһында ҡабаттан азат ителә[4].

1954 йылдың 6 ғинуарында Курск өлкәһенең Грайворон районы яңы барлыҡҡа килгән Белгород өлкәһе составына инә һәм артабан 1964 йылда райондарҙы эреләтеү барышында Борисов районына ҡушыла. 1989 йылда Грайворон районы булып ҡайтанан тергеҙелә.

Ҡала исеменең килеп сығышы

үҙгәртергә

Ҡаланың исеме иҫке славян һүҙенән: «ҡарға уйыны», — йәғни «ҡарға ҡарҡылдауы»нан килеп сыҡҡан.

Хәҙерге заманда ҡала гербы — һуҙынҡы.

Тасуирлама: «Алтын төҫтәге яланда ҡанаттарын йәйеп уң яҡҡа табан диогональ йүнәлешендә осоп барыусы ҡара ҡарға… Гербтың азат өлөшөндә Белгород өлкәһе гербы».

Район хакимиәте башлығының № 290 ҡарары менән 1995 йылдың 4 декабрендә герб раҫланған

Милли составы

1897 йылда ҡалала 6 340 кеше йәшәгән, шул иҫәптән рустар (великоростар һәм малоростар) — 6 234, йәһүдтәр — 69, сиғандар — 13[5].

Иҫтәлекле урындар

үҙгәртергә
Файл:Грайворон.JPG
Балалар ревматология шифаханаһы (сауҙагәр Дмитриенко йорто)
  • Иоасаф Белгородскийҙың ҡорам-часовняһы, уның вафат булған урынында 1998 йылда төҙөлгән.
  • Никольский ҡорамы (ағас сиркәү урынында төҙөлә. 1865 йыл яна).
  • Иоасаф Святитель Белгородский хаҡына дини-ағартыу үҙәге.
  • Корниенко ғаиләһенең йорт зоопаркы.
  • XIX быуат яртыһындағы — ХХ быуат башындағы архитектура өлгөләре һаҡлап ҡалынған: ирҙәр гимназияһы (хәҙерге Грайворон урта мәктәбе, 1910 йылда төҙөлгән), ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы (хәҙер ҡала хакимиәте бинаһы, 1870 йылда төҙөлгән), элекке земство (хәҙер район хакимиәте), эркер манаралы модерн стиле элементтары менән төҙөлгән йорт (хәҙер балалар ревматология шифаханаһы).
  • 66,92 Рәсәй Радиоһы
  • 104,9 Радио «Белогорье донъяһы» (Радио 31)
  • 99,2 Радио «Радио»

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 ОКТМО. 179/2016. Центральный ФО
  2. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  3. Ҡалып:АТД-80
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Справочник «Освобождение городов: Справочник по освобождению городов в период Великой Отечественной войны 1941—1945». М. Л. Дударенко, Ю. Г. Перечнев, В. Т. Елисеев и др. М.: Воениздат, 1985. 598 с.
  5. Демоскоп Weekly — Приложение. Справочник статистических показателей

Һылтанмалар

үҙгәртергә