Господня Вознесения ҡорамы (Дондағы Ростов)
Господня Вознесения ҡорамы — православие ҡорамы 1910 —]]1913 йылдарҙа Дондағы Ростовта Туғандар зыяратында төҙөлә. Ҡорам архитектор Г.Н. Васильев етәкселегендә сауҙагәрҙәр Герасимов, Мясников һәм Сафонов аҡсаһына төҙөлә[1]. Төп тәхет Господня Вознесения хөрмәтенә, ә ҡабырға төкәтмәләре Адриан менән Наталия һәм Иоанн Богослов хөрмәтенә изгеләндерелә[2]. Сиркәү төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора[3].
Господня Вознесения ҡорамы | |
Нигеҙләү датаһы | 1913 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Архитектор | Васильев Григорий Николаевич |
Архитектура стиле | неовизантийский стиль[d] һәм Урыҫ стиле[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | hram-voznesenie.ru |
Господня Вознесения ҡорамы (Дондағы Ростов) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1892 йылда холера эпидемияһынан һуң ҡала ситендә зыярат барлыҡҡа килә, уны Туғандар зыяраты тип атайҙар. Ул Дондағы Ростовта иң ҙур зыярат була. Тәүге ваҡытта унда сиркәү ҙә булмай[1].
1891 йылдан алып 1908 йылға тиклем Яңы баҙар майҙанында Александр Невский соборы төҙөлә. Был осорҙа йәнәш Сергей Загоскин проекты буйынса ваҡытлыса таш сиркәү төҙөлә. Соборҙы изгеләндергәндән һуң был сиркәүҙе тулыһынса түгел, тик уның төҙөлөш материалдарын Туғандар зыяратына яңы ғибәҙәтхана төҙөү өсөн күсерергә ҡарар ителә[1].
Ғибәҙәтхана сауҙагәрҙәр Герасимов, Мясников һәм Сафонов аҡсаһына күсерелә. Төҙөлөшө архитектор Н. Васильев етәкселеге аҫтында башҡарыла[1].
Ғибәҙәтхананың архитектураһында неовизантия һәм неорус стиле элементтары берләшә. Башта ҡорамдың бер ҙур башы һәм дүрт бәләкәй башы була. Фасадтарҙы биҙәү өсөн кирбес йөҙлөк ҡулланыла. Көнбайыш инеү урыны өҫтөндә сатырлы саң манараһы күтәрелә. Ҡорамдың төп күләме көмбәҙ менән тамамлана. Ҡорамдың ҙурлығы 38×20 м тәшкил итә[1].
Сиркәү 1929 йылда ябыла. Уның бинаһында «Динамо» стадионының складын булдыралар. 1933 йылда Успенский общинаһының властарға мөрәжәғәтенән һуң ҡорамда ғибәҙәт ҡылыуҙар яңыртыла. 1937 йылда ғибәҙәтхана ҡабаттан ябыла. 1930—1940 йылдарҙа ҡорамдың көмбәҙе һәм саң манараһы емерелә. 1942 йылда немец оккупацияһы ваҡытында ғибәҙәтхана яңынан асыла. Ғибәҙәтхананы рәсми асыу 1946 йылда үтә, һәм шунан бирле ғибәҙәт ҡылыуҙар туҡтатылмай[4].
1990 йылдар аҙағында реставрация эштәре уҙғарыла, уның барышында көмбәҙе һәм манараһы тергеҙелә. 2000 йылдарҙың икенсе яртыһында ғибәҙәтхананың эске йыһаздары төҙөкләндерелә[4].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Малаховский Е. И. Храмы и культовые сооружения Ростова-на-Дону. — Ростов-на-Дону: Издательство «NB», 2006. — С. 73—75. — ISBN 5-98155-014-7.
- ↑ Вознесенский храм г. Ростова-на-Дону . rostoveparhia.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2013.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 август 2013.
- ↑ 4,0 4,1 История прихода . hram-voznesenie.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2013. 2014 йыл 19 август архивланған.