Горькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан)
А. М. Горькийҙың әҙәби-мемориаль музейы — Татарстан Республикаһының Милли музейы филиалы, бюджет учреждениеһы,Ҡазанда Максим Горький урамындағы 10-сы йортта урынлашҡан.
Горькийҙың әҙәби-мемориаль музейы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан |
Рәсми асылыу датаһы | 12 март 1940 |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Казань (часть 1)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Рәсми сайт | museum.ru/M1813#web |
Указания, как добраться | улица Галактионова, 24 / улица Горького, 10 |
Горькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан) Викимилектә |
Экспозиция
үҙгәртергәМузей экспозицияһы бөйөк рус яҙыусыһы Максим Горький тормошоноң 1884—1884 йылдарҙағы Ҡазан осорона арналған. Яҙыусы үҙе был осорҙо бик мөһим «рух тыуыу» осоро тип иҫәпләгән[1].
Музей нигеҙендә мемориаль икмәкхана тора, унда яҙыусы 1886—1887 йылдарҙа икмәк бешереүсенең ярҙамсыһы булып эшләй. Музейҙа яҙыусының шәхси әйберҙәре, автографтары, әҫәрҙәренең әҙәби баҫмалары, шул осор әйберҙәре ҡуйылған. Икмәкхана интерьеры тергеҙелгән.
Музейҙа төрлө күргәҙмәләр[2], концерттар, әҙәби кисәләр һәм лекциялар үткәрелә. 1942 йылдан алып музейҙа Бөтә Рәсәй «Горький уҡыуҙары» фәнни конференциялары үткәрелә[3][4], 1973 йылдан алып — «Шаляпин уҡыуҙары» ойошторола[5].
Ф. И. Шаляпин музейы
үҙгәртергәМузейҙың икенсе ҡатын «Шаляпин коллекцияһы» биләй, ул бөйөк рус йырсыһының ижадын һәм тормошон сағылдыра. Бөйөк рус йырсыһы Ф. И. Шаляпин А. М. Горькийҙың яҡын буҫы булған (музейҙа йырсыға ҡағылған яҡынса 4 000 экспонат һаҡлана — ысын программалары, йырсының иконографиялы асылмалары, клавирҙары, баҫмалары, фотоматериалдары, картиналары һәм башҡа иҫтәлекле әйберҙәре ҡуйылған, шулар араһында Шаляпиндың тормошо тураһында яҙған С. В. Гольцман, В. И. Гармаш коллекцияларынан алынған әйберҙәр бар, музейҙа йырсының ХХ быуат башында Италия, Франция, Рәсәй һәм Англияла яҙылған тауышлы һигеҙ пластинкаһы бар (уларҙы боронғо граммофонда тыңларға мөмкин), Шаляпиндың Парижда баҫылған «Маска и душа» китабы, боронғо асылмалар менән «Шаляпин ролдәрҙә», «Шаляпин йырлаған донъя ҡалалары» альбомдары, ҡулъяҙмалар, хаттар, китаптар, афишалар, Ф. И. Шаляпиндың ысын әйберҙәре (87 берәмек). Был әйберҙәрҙе йырсының ҡыҙҙары И. Ф. һәм М. Ф. Шаляпиналар, шулай уҡ ейәнсәре И. Б Морфей-Шаляпина менән бүләсәре Д. Робертсон-Шаляпина музейға тапшырған. Улар араһында — «Кенәз Игорь» операһындағы хан Кончак роле өсөн театраль костюм, ҡәһүә сервиздары, ултырғыс, стереоскоп, граммофон, Шаляпиндың йәш рәссам В. Россинский тамамламаған портреты, риүәйәттәр буйынса Шаляпинға Савва Мамонтов бүләк иткән рояль бар.
Тарих
үҙгәртергәМузей 1940 йылда XIX быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи бинала асыла, унда 1880 йылда А. С. Деренков икмәкханаһы урынлашҡан була.
1938 йылда музей Татар АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы ҡарарына ярашлы асыла. Музейҙы асыу өсөн тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсы, Горький менән осрашыусы һәм «Горький в Казани», «Горький в Казани в 1884—1888 годы. Спутник по горьковским местам в Казани» китаптарын баҫтырып сығарыусы Н. Ф. Калинин ҙур әҙерлек эштәре алып бара. Музейға 2 000 ашыу экспонат яҙыусының туғандары Е. П. һәм Н. А. Пешковтар, Ф. И. Шаляпин ғаилә ағзалары һәм А. С. Деренковтың туғандары тарафынан тапшырыла[1].
1941—1979 йылдарҙа Горькийҙы күреп-белеүсе М. Н. Елизарова музей менән етәкселек итә.
1995 йылда музейҙа «Бродячая собака» әҙәби кафеһы асыла, унда «Көмөш быуат шағирҙары» тигән стационар күргәҙмә тора, кафела төрлө мәҙәни саралар һәм осрашыуҙар үткәрелә.
2016 йылда бина рекнструкциялана һәм унда яңы экспозиция булдырыла. Экспозиция ике бүлектән тора: «Яҙыусы — заман — герой. А. М. Горький тормошо һәм ижад юлы» (бинаның 1-се ҡатында) һәм «Ф. И. Шаляпин Ҡазанда» (музейҙың 2-се ҡатында).
Әҙәбиәт
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всё музеи Казани. Справочник путеводитель. Казань, 2004. ISBN 5-89052-025-3
- ↑ Павел Радимов — художник и поэт. К 120-летию со дня рождения
- ↑ «Горьковские чтения — 2018»
- ↑ Горьковские чтения в Казани
- ↑ ХХIV Шаляпинские чтения в Казани