Горшкова Полина Петровна

Горшкова Полина Петровна (22 ноябрь 1989 йыл, Тольятти) — Рәсәй гандболсыһы, 2008 йылда «Лада» составында Рәсәй чемпионы. 2015 йылда йәйге Универсиада чемпионы.

Горшкова Полина Петровна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 22 ноябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1] (32 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Һамар өлкәһе, Тольятти
Һөнәр төрө гандболист
Командалағы уйын позицияһы left wing[d]
Спорт командаһы ағзаһы Лада[d] һәм ЦСКА (женский гандбольный клуб)[d]
Спорт төрө Гандбол
Ҡатнашыусы Гандбол на летних Олимпийских играх 2020 (женщины)[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
мастер спорта России международного класса
Бейеклеге 172 сантиметр

БиографияһыҮҙгәртергә

Полина петровна Горшкова 1989 йылдың 22 ноябрендә Тольятти ҡалаһында тыуған[3]. 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә, беренсе тренеры - Нина Борисовна Бойко һәм Александр Николаевич Хомутов[4]. Өс йыл дауамында (2004, 2005, 2006), уның командаһы 1989 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегендә еңеүсе була.

2007 йылда Тольятти «Лада» составында Рәсәй кубогы финалсыһы була, 2007/2008 миҙгелендә Суперлиганың алтын миҙалын яулап, Рәсәй чемпионы була.

Тольятти "Ладаһы" уйынсыһы булараҡ ете тапҡыр Рәсәй чемпионаты призеры була: 2014, 2015, 2017, 2019 йылдарҙа «көмөш» миҙал һәм 2011, 2012, 2016 йылдарҙа «бронза» миҙал яулай. Шулай уҡ өс тапҡыр Рәсәй Кубогы финалында өс тапҡыр уйнай һәм Кубокта өс тапҡыр бронза миҙал ала.

"Лада" уйынсыһы булараҡ Европа аренаһында ул ике тапҡыр ЕГФ Кубогында еңеү яулай.

2019 йылдың йәйенән Горшкова Полина — ПГК ЦСКА уйынсыһы[5].

2012 йылда Тольятти дәүләт университетында уҡыуын тамамлай. Ҡыҙы Софияны тәрбиәләй[6].

Йыйылма командаһында карьераһынҮҙгәртергә

2015 йылда йәйендә Полина гандбол студенттарҙың гандбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында Кореяла Бөтә донъя йәйге XXVIII Универсиадала «алтын» яулай[7].

2016 йылда Әстерханда үткән олимпия квалификация турнирында ҡатнаша, Рәсәй йыйылма командаһы еңеүсе була һәм Рио-де-Жанейрола үтәсәк олимпиадала ҡатнашыу өсөн юллама ала[8]. Олимпиада үҙенә саҡырыу алмай.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. Европейская федерация гандбола — 1991.
  2. Polina Gorshkova — 2006.
  3. Федерация гандбола России. Горшкова Полина Петровна. rushandball.ru. Дата обращения 17 апреля 2020.
  4. 2
  5. Просмотр Полина Горшкова  (рус.). Профессиональный гандбольный клуб ЦСКА (1989-11-21). 17 апрель 2020 тикшерелгән.
  6. Горшкова Полина Петровна  (инг.). Гандбольный клуб "ЛАДА" (Тольятти) (2018-03-27). 17 апрель 2020 тикшерелгән.
  7. Мария Кинчарова.Игроки гандбольной "Лады" помогли сборной России завоевать "золото" Универсиады в Кванджу. ГородТольятти.Дата обращения 16 апреля 2020.
  8. Полина Горшкова: трудный путь к подножию Олимпа. hand-ball.ru. 17 апрель 2020 тикшерелгән.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә