Гортышов Юрий Федорович
Гортышов Юрий Федорович (тыуған 17 октябрь 1946,СССР, РСФСР, Татар АССР-ы Зәй районы Поручиково ауылы) — техник фәндәре докторы, профессор, А.Н.Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт технология университеты президенты (2013 йылдан). А.Н.Туполев исемендәге Казан дәүләт технология университеты ректоры (2007-2011). Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2007).
Гортышов Юрий Федорович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 17 октябрь 1946 (77 йәш) |
Тыуған урыны | Поручиково[d], Заинский район[d], Татар Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | А.Н. Туполев исемендәге Ҡаҙан дәүләт техник университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | фән докторы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Гортышов Юрий Федорович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәЮрий Гортышов 1946 йылдың 17 октябрендә Татарстан АССР-ының Зәй районы Поручиково ауылында тыуған. 1964 йылда Зәй 2-се урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлай. 1970 йылда Ҡазан авиация институтын (хәҙерге Туполев исемендәге Ҡазан дәүләт техник университетын) "Аэродинамика һәм термодинамика" һөнәре буйынса осоу аппараттары двигателдәре факультетын тамамлай. 1988 йылда уға профессор исеме бирелә.
1989 йылда юғары уҡыу йортоноң ғилми советы итеп «Йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре» кафедраһы мөдире итеп һайлай. 1993 йылдан университетта ойоштололған уҡытыу-методик үҙәгенең етәксеһе вазифаларын башҡара. 1995 йылдың майында уҡыу эше буйынса беренсе проректор итеп билдәләнә. 1995 йылдың октябренән 2007 йылға тиклем — фәнни эш буйынса проректор булып эшләй.
2007 йылдың июнендә Ҡазан дәүләт технология университетының хеҙмәт коллективы конференцияһындә КДТУ-ның яңы ректоры итеп һайлана.[1]. 2011 йылда ректор вазифаһынан 65 йәшкә етеү сәбәпле китә.[2].
2013 йылда Туполев исемендәге КНИТ-КАИ институтына презитент итеп һайлана[3].
Юрий Гортышов Рәсәй Табиғи фәндәр академияһы, SAE Халыҡ-ара инженерлыҡ авиация һәм һауала йөҙөү академияһы академигы.
Наградалары
үҙгәртергә- «Рәсәй мәғарифын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2015)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2016)
- «Фән ҡаҙаныштары өсөн» Татарстан Республикаһы фәндәр академияһының миҙалы (2016)
- Рәсәй федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1992)
- Рәсәй лауреаттары күренекле ғалимдар дәүләт ғилми стипендияһы (1994-1996 йылдарҙа)
Китаптары һәм баҫмалары
үҙгәртергә- Проблема осадкообразования в энергетических установках многоразового использования на жидких углеводородных горючих и охладителях/ В.А. Алтунин, К.В. Алтунин, Ф.М. Галимов, Ю.Ф. Гортышов, Ф.Н. Дресвянников, Л.С. Яновский // Вестник Казанского тех-нол. ун-та, 2010. №5. — С. 96-102.
- Теплогидравлический расчет и проектирование оборудования с интенсифицированным теплообменом : монография / Ю.Ф. Гортышов, В.В. Олимпиев, Б.Г. Байгалиев ; Мин-во образ. и науки РФ; КГТУ. — : Изд-во КГТУ им. А.Н. Туполева, 2004. — 432 с.
- Теплообменные аппараты с интенсифицированным теплообменом / Ю.Ф. Гортышов, В.В. Олимпиев. — Казань : Изд-во Казан. гос. техн. ун-та, 1999. — 176 с.
- Теория и техника теплофизического эксперимента : учебное пособие для вузов / Ю. Ф. Гортышов [и др.]. — Москва: Энергоатомиздат, 1985.