Горелова Наталья Борисовна

Горелова Наталья Борисовна (18 апрель 1973 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, уртаса дистанцияға йүгереү буйынса белгес. 1990 йылдар аҙағында 2000 йылдар башында еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай, 1500 метр дисциплинала донъя чемпионатында бронза миҙалға эйә, милли әһәмиәттәге беренселектәрҙә күп тапҡыр еңеүсе һәм призёр, илдең рекордсмены, Сиднейҙа Йәйге олимпия уйындары ҡатнашыусыһы. Мәскәү өсөн сығыш яһай. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2001).

Горелова Наталья Борисовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 апрель 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[1] (51 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө бегун на средние дистанции
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы бег на средние дистанции[d]
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2000[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Наталья Борисовна Горелова (ҡыҙ фамилияһы Зайцева) 1973 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә тыуған.

Тренерҙар Б.Захаров, С. Елишин, Е. И. Подкопаева, Я. И. Ельянов етәкселегенлдә йүгереү менән шөғөлләнә. «Самбо-70» спорт һәм мәғарифы үҙәгендәге «Черёмушки» еңел атлетика бүлеге тәрбиәләнеүсеһе. Профсоюздарҙың спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай.

Элекке совет республикалары спортсыларынан төҙөлгән Берләшкән команда составына инеп, 1992 йыл миҙгелендә халыҡ-ара кимәлдә беренсе тапҡыр үҙен күрһәтә, һәм Сеулда юниорҙарҙың донъя чемпионатында ҡатнаша — 800 метрға йүгереүҙә дүртенсе һәм 4 × 400 метр эстафетала һигеҙенсе була.

Студент булараҡ, 1993 йылда Буффало Универсиадаһында Рәсәй өсөн сығыш яһай — 800 метрға йүгереүҙә һигеҙенсе була.

1994 йылда «физик культура» һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт педагогия университетын тамамлай.

1998 йылда Рәсәйҙең ҡышҡы чемпионатында 800 метр дистанцияла бронза миҙал яулай.

1999 йылда Рәсәй чемпионатында Мәскәүҙә бинала 800 м йүгереүҙә көмөш призер була. Рәсәй милли йыйылма командаһының төп составына эләгеп, Маэбаси донъя чемпионатында бинала сығыш яһай, әммә 2:04,64 һөҙөмтә менән алдан квалификация этабын үтә алмай. Рәсәйҙең Тулалағы йәйге чемпионатында 800 метр дисциплинала еңеү яулай, 1500 метр дисциплинала бронза миҙал ала. Севильяла донъя чемпионатында 800 метрға йүгерә — шәхси 1:57,90 рекорд менән финалда алтынсы килә.

2000 йылғы Рәсәй чемпионатында Тулала 1500 метрға йүгереүҙә икенсе була һәм шулай итеп Сиднейҙағы Олимпия уйындарында илдең намыҫын яҡлау хоҡуғын ала — алдан этапта 4:12,84 һөҙөмтә күрһәтә һәм ярым финал стадияһын үтә алмай[2][3].

Сидней Олимпиадаһынан һуң Горелова Рәсәй йыйылма командаһының төп составында ҡала һәм ҙур халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Мәҫәлән, 2001 йылда Рәсәйҙең ҡышҡы чемпионатында Мәскәүҙә ул 800 һәм 1500 метрға йүгереүҙә бронза һәм алтын миҙалдар яулай, шул уҡ ваҡытта Лиссабонда бинала донъя чемпионатында 1500 метрлыҡ дистанцияла бронза призеры була. Һуңыраҡ шул уҡ дисциплинала Эдмонтела донъя чемпионатында бронза миҙал ала. Миҙгел йомғаҡтары буйынса «Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры» исеменә лайыҡ була.

2003 йылда мәскәүҙә рәсәй чемпионаты ҡышҡы милли рекорд менән 4:00,72 1500 метрға йүгереүҙә алтын миҙал яулай[4],

Теҙелеп киткән йәрәхәттәр арҡаһында оҙайлы тәнәфес яһарға мәжбүр була[5].

2007 йылда ярыш практикаһына кире ҡайта һәм Рәсәй чемпионатында Волгоградта бинала Мәскәү командаһы составында 4 × 800 метрға ҡатын-ҡыҙҙар программаһында көмөш призёр була[6]

Һуңынан төрлө ведомство ярыштарында сығыш яһап, Мәскәү полицияһында хеҙмәт итә. Еңел атлетика буйынса тренер булып эшләй[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Natalya Gorelova // https://worldathletics.org/athletes/-/14297828
  2. Наталья Горелова (инг.) — страница на сайте Международного олимпийского комитета
  3. Наталья Горелова — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  4. Горелова побила рекорд 13-летней давности. Советский спорт (27 февраль 2003). Дата обращения: 23 март 2020.
  5. Наталья Горелова: моя цель – вернуться на свой прежний уровень. Весь спорт (16 май 2007). Дата обращения: 23 март 2020.
  6. Наталья Горелова — профиль на сайте IAAF (англ.)
  7. Горелова Наталья Борисовна. Спортивная Россия. Дата обращения: 23 март 2020.