Гончаров Максим Александрович

рәсәй хоккейсыһы

Гончаров Максим Александрович (15 июнь 1989 йыл, Мәскәү) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Мәскәүҙең ЦСКА хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Һуңғы командаһы Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаған «Нефтехимик» хоккей клубы була. Юниорҙар донъя чемпионаты еңеүсеһе һәм йәштәр донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы, «Авангард» составында Гагарин кубогын яулай. Әлеге ваҡытты подкаст алып барыусы, КХЛ тапшырыуҙарында ҡатнаша, ТВ-эксперт була.

Максим Гончаров
Позиция

Һаҡсы

Буйы

192 см

Ауырлығы

104 кг

Ҡулсыр

Уң

Ҡушаматы

Гоча

Гражданлығы

Рәсәй флагы Рәсәй

Тыуған көнө

15 июнь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (35 йәш)
Мәскәү, СССР

МХЛ драфты

2007 йылда 5-се раундта 123-сө һан аҫтында «Финикс Койотис» клубы менән һайлана

Карьера
2004—2023
Хоккейсы карьераһы
2004—2009 Рәсәй флагы ЦСКА-2
2006—2010 Рәсәй флагы ЦСКА
2010—2011 АҠШ флагы Сан-Антонио Рэмпэйдж
2011—2013 АҠШ флагы Портленд Пайретс
2013 Рәсәй флагы ЦСКА
2013—2015 Рәсәй флагы Авангард
2015—2018 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2018—2020 Рәсәй флагы Спартак
2020 Рәсәй флагы Химик
2020—2021 Рәсәй флагы Авангард
2021—2022 Рәсәй флагы Себер
2022—2023 Рәсәй флагы Нефтехимик
Халыҡ-ара миҙалдары

Хоккей менән шөғөлләнеүҙе Максим Гончаров Мәскәүҙәге «Вымпел» спорт мәктәбендә башлай. 1999/2000 йылдар миҙгелендә Мәскәүҙең асыҡ чемпионатында ул 19 уйында 3 мәрәй йыя, ә «Вымпел» 5-се урынды яулай. 2001/02 йылдар миҙгеленең тәүге яртыһында ул 19 осрашыуҙа 19 (14+5) мәрәй йыйғас, уны көслөрәк «Динамо» хоккей клубына саҡыралар. Шул йылда был клуб өсөн ул 6 осрашыу үткәреп өлгөрә. Мәскәүҙең асыҡ чемпионатында 30 уйында 9 (3+6) мәрәй йыйһа, юниорҙар араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарында бер тапҡыр ҙа һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнашмай. 2003/04 йылдар миҙгелендә ул Мәскәү асыҡ чемпионатын ЦСКА составында үткәрһә, «Динамо» менән юниорҙар беренселеге финалында өсөнсө урынды ала.

ЦСКА (2004—2010)

үҙгәртергә

2003 йылда Максим Гончаров Мәскәүҙәге ЦСКА хоккей клубының спорт секцияһына бара. Үҙенә һаҡсы позицияһын һайлай. 2004 йылда клубтың йәштәр составы ЦСКА-2 өсөн Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында тәү тапҡыр уйнай. Шул миҙгелдә ул 6 уйын үткәрә, тик бер мәрәйҙә йыймай. Ә ЦСКА-2 бронза миҙалдары өсөн серияла еңелеп ҡала. Беренсе лигала уйнауҙан башҡа ул тағы бер-нисә турнирҙа ҡатнаша. ЦСКА-ның 1988 йылғы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең финал уйындарында ҡатнаша, әммә миҙалдар еңмәй. Шулай уҡ Максим Региондар йыйылма командалары турнирында Мәскәү командаһы өсөн уйнай. Шунда ул командаһы менән көмөш миҙалдарҙы еңә.

Киләһе 2005/2006 йылдар миҙгелендә ул Рәсәй йыйылма командаһында ғына һәм ЦСКА спорт мәктәбендә уйнай. 2006/07 миҙгелендә ул Рәсәй суперлигаһында тәү тапҡыр боҙға сыға. Бөтәһе шул миҙгелдә Максим ЦСКА өсөн 23 осрашыу үткәрә, тик бер мәрәй ҙә йыймай. ЦСКА Рәсәй чемпионатының миҙалдарынан бер аҙымда туҡтай. Беренсе лигала ЦСКА-2 составында 22 уйында 5 (2+3) мәрәй йыя, финалда «Рязань» командаһына еңелеп көмөш миҙалдарҙы яулай. 1989-90 йылдар үҫмерҙәре араһында Рәсәй беренслегендә ЦСКА бишенсе урынды яулай, ә Гончаров 7 уйында бер мәрәйгә лә өлгәшмәй. Миҙгел тамамланғас үткән МХЛ драфтында уны 5-се раундта дөйөм 123-сө һан аҫтында «Финикс Койотис» хоккей клубы һайлай[1]. Әммә Төньяҡ Америкаға китергә ул йыйынмай ине.

2007/08 йылдар миҙгелендә Максим ЦСКА өсөн бөтәһе 53 уйын үткәрә һәм 7 (3+4) мәрәй йыя. ЦСКА даими миҙгелде өсөнсө урында тамамлай, әммә миҙалдарҙы яулай алмай. Шулай уҡ хоккейсы ЦСКА-2 менән Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһында бронзаны еңә. Миҙгел бөткәс «Финикс» командаһының күнекмәләр лагеренә барып килһә лә, Максим Рәсәйҙә ҡалыуын ике йыллыҡ контракты һәм төп командала урыны булыуы менән аңлата[2].

2008 йылдың йәйендә Рәсәй суперлигаһы урынына Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә. Даими миҙгелдең 47 уйынында Максим 15 мәрәй йыя, ә ЦСКА үҙ Тарасов дивизионын еңә. Гагарин кубогының сирекфиналында ЦСКА Мәскәүҙән «Динамо» хоккей клубына отола. КХЛ-да уйнағас, Максим миҙгелде ЦСКА-2 составында беренсе лиганың плей-офф уйындарында уйнай һәм клуб менән бронза миҙалдарҙы еңә. Киләһе 2009/2010 йылдар миҙгелендә Максим Гончаров даими миҙгелдә 51 осрашыуҙа һөҙөмтәлек өсөн 17 (4+13) балл йыя. Әммә ЦСКА Гагарин кубогының тәүге раундында ХК МВД командаһына еңелә. Был клуб финалға шул миҙгелдә барып етә. Плей-оффта Гончаров 3 уйында бер гол индерә. Был миҙгел бөткәс, һаҡсының ЦСКА менән контракты тамамлана, һәм ул тәү тапҡыр тыуған командаһынан китә.

Төньяҡ Америкала (2010—2013)

үҙгәртергә

2010 йылдың 4 май көнөндә Гончаров «Финикс Койотис» менән 3 йыллыҡ йәш уйынсы контрактын төҙөй[3]. Команданың күнекмәләр лагерендә ҡатнаша. Максим шулай уҡ Ригала үткән МХЛ — КХЛ серияһында ҡатнаша. Ләкин Гончаров төп составта нығына алмай һәм миҙгелде фарм-клубта «Сан-Антонио» составында башлай[4]. 2010 йылдың ноябрендә Гончаровтың КХЛ-дағы СКА менән контракт төҙөүө тураһында һүҙ сыға[5]. Америка хоккей лигаһында Максим Гончаров бөтәһе 61 уйын үткәрә һәм 15 (6+9) мәрәй йыя. 2011 йылдың апрелендә «Финикс» уны төп составҡа саҡыра[6], әммә МХЛ-да ул бер уйында үткәрмәй. Миҙгел тамамланғас, Максим Гончаров ҡапҡасы Илья Брызгалов үткәргән мастер-кластарҙа ҡатнаша[7].

2011/12 йылдар миҙгеле алдынан «Финикс Койотис» фарм-клубы итеп «Портленд Пайретс» командаһы була. «Финикс» миҙгелдә бер-нисә тапҡыр Гончаровты фарм-клубҡа йә төшөрә, йә киреһенсә унан саҡыра. Әммә Максим МХЛ бер осрашыу ҙа үткәрмәй. «Портленд» өсөн АХЛ-да ул 45 матчта 4 (1+3) мәрәй йыя, ә клуб плей-оффҡа эләкмәй. Киләһе миҙгелдә, Гончаровтың контракты буйынса һуңғы йылда, ул даими миҙгелдең 45 осрашыуында 15 (2+3) мәрәй йыя һәм плей-оффта бер уйын уҙғарып өлгөрә. Миҙгел тамамланғас, Максим Гончаров Рәсәйгә ҡайтырға хәл итә.

ЦСКА һәм «Авангард» (2013—2015)

үҙгәртергә

2013 йылдың 3 июнендә 23 йәшлек Максим Гончаров ЦСКА менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[8]. 2013 йылдың 5 ноябрендә ЦСКА менән «Авангард» уйынсылар менән алмашалар: Гончаров менән Сергей Широков Омскиға китә, ә Александр Фролов һәм Станислав Егоршев — Мәскәүгә[9]. Максим ЦСКА өсөн 21 уйын уҙғарып өлгөрә һәм 7 (3+4) мәрәй йыя. «Авангард» составында ул 27 осрашыуҙа 6 (3+3) балл йыя. Омск командаһы плей-оффҡа эләкмәй һәм Гагарин кубогына эләкмәгән командалар өсөн үткәрелгән Өмөт кубогында ҡатнаша. Гончаров шунда ике осрышыу үткәрә һәм бер мәрәй ҙә йыймай, ә «Авангард» кубокты еңә. Киләһе миҙгелдә Максим Гончаров даими чемпионатта 15 уйын ғына үткәрә. «Авангард» плей-оффҡа эләгә, конференциялар ярымфиналында «Аҡ Барсҡа» отола. Гагарин кубогында Максим командаһының бөтә 12 осрашыуында ҡатнаша. Бөтә миҙгел буйынса ул ике мәрәй генә йыя.

«Салауат Юлаев» (2015—2018)

үҙгәртергә

2015/2016 йылдар миҙгелендә «Авангард» өсөн өс осрашыу үткәргәс, 4 сентябрҙә Өфөләге «Салауат Юлаев» командаһы менән уйындан һуң Омск һәм Өфө хоккей клубтары һаҡсылары менән алмаша. Максим Гончаров Башҡортостан командаһын тулыландыра, ә Иван Лекомцев «Авангард» составына инә[10]. Максим «Салауат Юлаев» составында даими миҙгелдә 47 уйында 11 (3+8) мәрәй йыя. Гагарин кубогының тәүге раундында «Аҡ Барс» менән серияла өс уйын дауамында ун йә уйын аҙағына тиклем дисциплинар штраф ала һәм шуға күрә серияның бер уйынында ҡатнашмай. 28 февралдә серияның дүртенсе уйынының өсөнсө периодында Максим ҡаршы команданың уйынсыһы Райан Уилсонға уның шлемын башына бәрә[11]. Гончаровҡа ҡарата күп критика әйтелә, әммә серияның хәл иткес етенсе уйынында ул гол керетә һәм командаһына икенсе раундҡа сығырға ярҙам итә. Шул плей-оффта Гончаров бөтәһе 18 осрашыуҙа 4 (2+2) мәрәй йыя һәм командаһы менән КХЛ һәм Рәсәй чемпионаттарының бронза миҙалдарын еңә. Шулай уҡ ул Гагарин кубогының бер йылы өсөн штраф минуттары һаны буйынса яңы рекорд ҡуя[12].

Миҙгел тамамланғас 21 апрелдә Максим Гончаров «Салауат Юлаев» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[13]. 2016/2017 йылдар миҙгеленең алтынсы аҙнаһының иң яҡшы һаҡсыһы итеп Гончаров таныла[14]. 30 октябрҙә «Себер» менән уйын һөҙөмтәләре буйынса Максим өс уйынға дисквалификация ала[15]. Әммә ул бының менән килешмәүен белдерҙе аҙаҡтан[16]. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Максим Гончаров был миҙгелдә бөтәһе 54 осрашыуҙа 9 (1+8) мәрәй йыя.

17 мартта ул Өфө клубы менән килешеүен бер йылға оҙайта[17]. 2017/2018 йылдар миҙгелендә Максим бөтәһе 48 осрашыуҙа 6 (3+3) мәрәй йыя. «Салауат Юлаев» дивизионын еңә, Гагарин кубогының тәүге раундында Омскиҙан «Авангард» хоккей клубына ҡаршы хәл иткес етенсе уйындың өҫтәмә ваҡытында Максим Өфө клубын конференциялар ярымфиналына сығара. Миҙгел тамамланғас клуб етәкселеге Гончаров менән яңы килешеү төҙөмәй[18].

2018 йылдан алып

үҙгәртергә

2018/2019 йылдар миҙгеле алдынан Максим «Спартак» хоккей клубы менән бер йылға килешеү төҙөй. Яңы миҙгелдең башында Максим баш һәм муйын өлкәһенә һөжүм өсөн өс уйынға дисквалификация ала[19]. Барыһы 48 осрашыуҙа Гончаров 6 һөҙөмтәле пас бирә. «Спартак» плей-оффтың тәүге раундында СКА командаһына еңелә. Миҙгел тамамланғас, Максим Гончаров командаһы менән 2021 йылға тиклем килешеү төҙөй[20].

2019/20 йылдар даими миҙгеленең 57 осрашыуында Максим 12 мәрәй, шул хәтлем ул 2014 йылдан тәүгегә йыя. Гагарин кубогында ул ике осрашыу ғына үткәрә, «Динамо» менән беренсе уйындан һуң Максим һуғыш ойошторған дүрт осрашыуға дисквалификация ала[21]. «Спартак» плей-оффтың тәүге серияһында Мәскәүҙән «Динамо» командаһына серияла 2-4 иҫәбе менән отола. Киләһе миҙгелдә 2020 йылдың 7 октябрендә Лига Гончаровҡа ике уйынға дисквалификация бирә[22]. 2020 йылдың 2 ноябрендә «Спартак» Гончаровтан баш тартырға килешә[23]. Максим Юғары хоккей лигаһында «Химик» фарм-клубы өсөн биш осрашыу уҙғарып өлгөрә. 2020 йылдың 21 ноябрендә «Спартак» менән килишеү өҙөлә[24], шул уҡ көндә Гончаров Омскиҙан «Авангард» менән бер айлыҡ пробалы контракт төҙөй[25].

Ә 7 декабрҙә миҙгел аҙағына тиклем килешеү тураһында иғлан итәләр[26]. Шул чемпионатта Максим «Авангард» өсөн бөтәһе 27 осрашыу үткәрә, бер һөҙөмтәле пас бирә, командаһы менән беренсе тапҡыр КХЛ төп призын Гагарин кубогын яулай. 2021 йылдың 6 май көнөндә Максим «Авангард» менән бер йыллыҡ килешеү төҙөй[27], журналистар мәғлүмәте буйынса Гончаров был контракт дауамында 15 миллион һумға тиң эш хаҡын алырға тейеш[28]. 2021 йылдың 16 декабрендә Максим Гончаров команданын уртаҡ килешеү буйынса китә[29], «Авангард» өсөн 2021/22 йылдар миҙгеленең 10 осрашыуында 1 гол керетә.

27 декабрҙә Максим Новосибирскиҙан «Себер» клубына менән миҙгел аҙағына тиклем күсә[30]. Әммә ауыр травма арҡаһында һаҡсы яңы клуб өсөн бер осрашыуҙа ғына ҡатнаша. Миҙгел тамамланғас, Максим һәм «Себер» хоккей клубы яңы контракт тураһында килешә алмайҙар[31]. 2021 йылдың 31 авгусында Гончаров Түбәнге Каманан «Нефтехимик» командаһы менән бер йылға контракт төҙөй[32]. 2022/23 йылдар миҙгелендә Максим 45 осрашыуҙа 7 (4+3) мәрәй йыя, ә «Нефтехимик» Гагарин кубогының беренсе раундында төшөп ҡала. Чемпионат тамамланғас, хоккейсының команданан китеүе тураһында иғлан ителә.

2023 йылдың 12 ноябрендә Максим Гончаров хоккейсы карьераһын тамамлауы тураһында белдерә[33]. Әлеге ваҡытта Гончаров хоккейға бағышланған төрлө тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, «Тулы контракт» исемле подкаст алып барыусыһы, КХЛ уйындарында эксперт була.

Рәсәй йыйылма командаһында

үҙгәртергә

Тәү тапҡыр Гончаров Рәсәй йыйылма командаһына 2005 йылдың ноябрендә саҡырыла. Шул саҡта Максим йәштәр йыйылма командаһы составында Словакиялаға халыҡ-ара турнирҙа икенсе урын яулай, ә үҙе өс уйында бер мәрәй йыя. 2006 йылдың февралендә ул тағы Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла. Швецияла үткән турнирҙа Рәсәй беренселекте яулай, ә Гончаров ике уйында мәрәйҙәр йыймай. 2006/07 йылдар миҙгелендә Максим Канадала һәм Чехияла үткән турнирҙарға юниорҙар Рәсәй йыйылма командаһы менән барып килә һәм икеһендә лә өсөнсө урындарҙы яулай. Үҙенең бик яҡшы уйыны өсөн ул Финляндияла 2007 йылдың апрелендә үткән юниорҙар донъя чемпионатына саҡырыла. Рәсәй командаһы үҙ төркөмөндә Канадаға ғына еңелеп, икенсе урынды ала. Сирекфиналда Рәсәй өҫтәмә ваҡытта ғына Швейцарияны Никита Филатов шайбаһы ярҙамында еңә. Ярымфиналда ла бик ҡыйын була Рәсәй юниорҙарына. Төп ваҡыт бөтөүгә бер секунд ҡына ҡалғанда Алексей Черепанов командаға еңеү килтерә. Финалда иһә АҠШ командаһын да Рәсәй еңә, һәм юниорҙар донъя чемпионы титулы исемен яулай. Гончаов ете уйында бер мәрәйһеҙ һәм алты минут штраф менән ҡайта.

Киләһе миҙгелдә Максим бер тапҡыр ғына Рәсәй командаһына саҡырыла һәм Рәсәйҙә үткән шул турнирҙа беренсе урындарҙы ала. Йәштәр донъя чемпионаты алдынан ул ике тапҡыр Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында турнирҙа ҡатнаша һәм икеһендә лә икенсе урынды яулай. Оҙаҡламай Максим үҙенеңдонъя чемпионатында Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына саҡырылыуы тураһында белә. Рәсәй төркөм этабын икенсе урында тамамлай. Шунда Словакияға ҡаршы уйында Максим ике гол керетә. Сирекфиналда Чехия йәштәрен тар-мар итһәләр, ярымфиналда төп ваҡыт бөтөүгә биш секунд ҡалғанда Канада иҫәпте тигеҙләй һәм артабан буллиттар серияһында еңеүҙе яулай. Рәсәй йәштәре бронза өсөн генә көрәшә ала ине. Рәсәй командаһы турнирҙа һуңғы уйынында Словакияны еңеп бронза миҙалдарҙы яулай. Гончаров был турнирҙа бик яҡшы уйын күрһәтә, бөтә һаҡсылар араһында иң күп гол керетә һәм команданың өс яҡшы уйынсыларының береһе була[34]. Был турнирҙан һуң Гончаров бик яҡшы пресса ала. Гәзит-журналдар уның алдынға ролдәргә сығыуын билдәләй.

Донъя чемпионатынан һуң Гончаров Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына саҡырыу ала. Был Евротурҙың бер этабы Швеция хоккей уйындарында була. Ике осрашыуҙа ул бер тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша, ә Рәсәй икенсе урынды ала. Шул миҙгелдә ул Евротурҙың тағы бер этабы Чехия хоккей уйындарына саҡырыла. Шунда ул өс осрашыуҙа мәрәйҙәр йыймаһа ла, турнирҙың беренсе урынын яулай. Ҙур тәнәфестән һуң, 2013/2014 йылдар миҙгелендә Максим Латвия менән дуҫтарса уйындарға Рәсәйҙең икенсе составына саҡырыу ала. Гончаров ике уйында бер мәрәй ҙә йыймай. Шунан һуң ул башҡа Рәсәй йыйылма командаларына саҡырылмай.

Статистика

үҙгәртергә
Һуңғы яңыртыу: 20 июнь 2024

Клубта карьераһы

үҙгәртергә
Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У Г П М Ш +/- У Г П М Ш +/-
2004/05 ЦСКА-2 БЛ 6 0 0 0 0 --
2005/06 ЦСКА-2 БЛ 31 2 0 2 10 --
2006/07 ЦСКА-2 БЛ 22 2 3 5 34 --
2006/07 ЦСКА РСЛ 18 0 0 0 10 -3 5 0 0 0 2 -1
2007/08 ЦСКА РСЛ 47 3 2 5 38 10 6 0 2 2 0 2
2007/08 ЦСКА-2 БЛ 4 0 2 2 35 -- 3 0 0 0 8 --
2008/09 ЦСКА КХЛ 47 7 8 15 50 5 7 0 0 0 4 -3
2009/10 ЦСКА КХЛ 51 4 13 17 52 5 3 1 0 1 2 0
2010/11 Сан-Антонио Рэмпэйдж АХЛ 61 6 9 15 65 -3
2011/12 Портленд Пайретс АХЛ 45 1 3 4 37 -15
2012/13 Портленд Пайретс АХЛ 45 2 13 15 114 -8 1 0 0 0 4 -1
2013/14 ЦСКА КХЛ 21 3 4 7 24 -3 команданан китә
2013/14 Авангарда КХЛ 27 3 3 6 100 -14 2 0 0 0 2 2
2014/15 Авангард КХЛ 15 1 0 1 16 0 12 0 1 1 29 -5
2015/16 Авангард КХЛ 3 0 0 0 6 -1 команданан китә
2015/16 Салауат Юлаев КХЛ 47 3 8 11 61 1 18 2 2 14 69 -7
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 50 1 8 9 114 1 4 0 0 0 6 0
2017/18 Салауат Юлаев КХЛ 35 2 3 5 40 -4 13 1 0 1 16 -1
2018/19 Спартак КХЛ 42 0 6 6 42 -12 6 0 0 0 11 1
2019/20 Спартак КХЛ 51 5 7 12 91 2 2 0 0 0 29 -2
2020/21 Спартак КХЛ 8 0 0 0 6 -6 команданан китә
2020/21 Химик ЮХЛ 5 0 1 1 6 -1 команданан китә
2020/21 Авангард КХЛ 19 0 1 1 8 5 8 0 0 0 2 -2
2021/22 Авангард КХЛ 10 1 0 1 7 1 команданан китә
2021/22 Себер КХЛ 1 0 0 0 0 0 травма
2022/23 Нефтехимик КХЛ 40 4 3 7 12 2 5 0 0 0 7 -2
Бөтәһе Беренсе лигала 63 4 5 9 79 -- 3 0 0 0 8 --
Бөтәһе Суперлигала 65 3 2 5 48 7 11 0 2 2 2 1
Бөтәһе АХЛ-да 151 9 25 34 216 -26 1 0 0 0 4 -1
Бөтәһе КХЛ-да 467 34 64 98 629 -18 78 4 3 7 175 -21
  • a Был миҙгелдә «Плей-офф» тигәндә хоккейсының Өмөт кубогында статистикаһы һанала.

Халыҡ-ара карьераһы

үҙгәртергә
Йыл Йыйылма команда Турнир Урын У Г П М Штр +/-
2007 Рәсәй U18 ЮДЧ   7 0 0 0 6 1
2009 Рәсәй U20 ЙДЧ   7 5 1 6 12 8
Бөтәһе 14 5 1 6 18 9

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһы көмөш миҙалсыһы — 2005/06.
  • Юниорҙар араһында донъя чемпионы — 2007.
  • Рәсәй чемпионатының беренсе лигаһы бронза миҙалсыһы — 2007/08.
  • Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза миҙалсыһы, иң мәргән һаҡсы һәм команданың өс иң яҡшы уйынсыларының береһе — 2009.
  • Өмөт кубогын еңеү — 2014.
  • Рәсәй һәм КХЛ чемпионаттарының бронза миҙалсыһы — 2015/16.
  • Гагарин кубогын еңеү — 2020/21.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. МХЛ рәсми сайты. НХЛ. Драфт-2007. В пятом раунде выбраны армейцы Гончаров и Каблуков. sports.ru (23 июнь 2007).
  2. Алексей Шевченко. «Может быть, Черепанову Ягр поможет?» sports.ru (28 август 2008).
  3. The Arizone Republic. НХЛ. Гончаров подписал контракт с «Финиксом». Sports.ru (4 май 2010).
  4. «Финикс» рәсми сайты. НХЛ. Гончаров начнет сезон в фарм-клубе «Финикса». Sports.ru (7 октябрь 2010).
  5. Sportbox.ru. Sportbox.ru: СКА ведет переговоры с Гончаровым. Sports.ru (10 ноябрь 2010).
  6. «Финикс» рәсми сайты. НХЛ. «Финикс» вызвал из фарм-клуба Тихонова и Гончарова. Sports.ru (14 апрель 2011).
  7. Советский спорт. Билялетдинов посетил «Школу вратарей» Брызгалова. Sports.ru (29 июль 2011).
  8. ЦСКА рәсми сайты. ХК ЦСКА подписал контракты с тремя игроками. ЦСКА рәсми сайты (3 июнь 2016).
  9. КХЛ рәсми сайты. КХЛ подтвердила обмен Фролова и Егоршева из «Авангарда» в ЦСКА на Широкова и Гончарова. sports.ru (5 ноябрь 2013).
  10. «Салауат Юлаев» рәсми сайты. «Салават Юлаев» обменял Лекомцева в «Авангард» на Гончарова. sports.ru (3 сентябрь 2015).
  11. КХЛ. «Ак Барс» – «Салават Юлаев». Гончаров подрался с Уилсоном и бросил в него шлем. sports.ru (28 февраль 2016).
  12. Р-Спорт. Гончаров установил рекорд по штрафным минутам в одном розыгрыше Кубка Гагарина. Allhockey.ru (27 март 2016).
  13. «Салауат Юлаев» рәсми сайты. «Салават Юлаев» продлил контракт с защитником Гончаровым. Чемпионат.com (21 апрель 2016).
  14. КХЛ рәсми сайты. Кошечкин, Гончаров, Ян Коварж и Фаткуллин — лучшие игроки 6-й игровой недели КХЛ. Чемпионат.com (3 октябрь 2016).
  15. КХЛ рәсми сайты. Игроки «СЮ» Гончаров и Лисин дисквалифицированы и подвергнуты денежному штрафу. Чемпионат.com (31 октябрь 2016).
  16. Спорт Бизнес Online. Гончаров: защитник отдал Шумакову пас на убийство, что мне было делать? Чемпионат.com (1 ноябрь 2016).
  17. «Салауат Юлаев» рәсми сайты. Максим Гончаров командала ҡала. hcsalavat.ru (17 март 2017). 2017 йыл 22 март архивланған.
  18. Уйын өсөн рәхмәт 2018 йыл 7 апрель архивланған.
  19. «Спартак» һаҡсыһы дисквалификация ала
  20. КОНТРАКТ МАКСИМА ГОНЧАРОВА
  21. Защитник «Спартака» Гончаров дисквалифицирован на 4 матча после драки в игре с «Динамо»
  22. Защитник «Спартака» Гончаров дисквалифицирован на два матча
  23. «Спартак» поместил Гончарова в список отказов. У него «минус 6» в 8 играх сезона
  24. Расторжение контракта с Максимом Гончаровым
  25. «Авангард» подписал пробный контракт с защитником Гончаровым
  26. «Авангард» заключил контракт с Максимом Гончаровым
  27. Продлен контракт с Максимом Гончаровым
  28. Инсайды о зарплатах в КХЛ. Сколько получают игроки «Авангарда»?
  29. Хоккейный клуб «Авангард» и защитник Максим Гончаров расторгли контракт по взаимному соглашению сторон.
  30. Экс-защитник «Авангарда» Гончаров перешел в «Сибирь»
  31. Защитник «Сибири» Гончаров не договорился о контракте и покинул клуб
  32. ХК «Нефтехимик» заключил однолетний контракт с защитником Максимом Гончаровым
  33. Максим Гончаров объявил о завершении карьеры в 34 года.
  34. sports.ru. Желобнюк, Гончаров и Андронов названы лучшими игроками молодежной сборной России на МЧМ-2009. sports.ru (6 ғинуар 2009).

Һылтанмалар

үҙгәртергә