Гонио ҡәлғәһе - (рус. Крепость Гонио, абх. Аҧсартәи абааш. груз. გონიოს ციხე, боронғоса Апсаре, Апсара йәки Аспарунт) Рим империяһының Аджариялағы форпосы булған.

Гонио ҡәлғәһе
груз. გონიოს ციხე
Рәсем
Культура Боронғо Рим
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Батуми һәм Хелвачаурский муниципалитет[d][1]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Оҙонлоҡ 222 метр[2]
Киңлек 195 метр[2]
Майҙан 4,75 гектар[2]
Указания, как добраться სოფ. გონიო[1]
Вид с воздуха
Карта
 Гонио ҡәлғәһе Викимилектә

Ҡәлғәләге рим мунсалары ҡалдыҡтары

Географияһы

үҙгәртергә

Гонио ҡәлғәһе Ҡара диңгеҙ ярында, Батумиҙан 15 км көньяҡтараҡ, Чорохи йылғаһы тамағында төҙөлгән. Ауыл Төркиә сигенән 5 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Ҡәлғәнең абхазса атамаһы Аҧсартәи абааш был халыҡтың үҙатамаһынан килеп сыҡҡан - "аҧс`ар", йәғни абхаздар[3]

Тарихынан

үҙгәртергә

Ҡәлғә атамаһын тәүге тапҡыр Кесе Плиний телгә алған ( б.э.т. I быуат).

Беҙҙең эраның II быуатында иһә ул Колхидалағы бик яҡшы нығытылған ҡала булған инде. Һуңғараҡ Византия йоғонтоһона эләгә.

«Гонио» атамаһы тәүге тапҡыр XIV быуатта трапезунд тарихсыһы Михаил Панарет тарафынан телгә алына. Күпмелер ваҡыт бында Генуя сауҙаһы үткәрелгән урын була.

1547 йылда Гонио Оттоман империяһының өлөшөнә әүерелә, был 1878 йылға тиклем дауам итә. Тап шул йылда Сан-Стефано килешеүенән һуң Аджария Рәсәй империяһы составына инә.

Ҡала шулай уҡ театры һәм ипподромы менән билдәле. Бынан тыш ҡәлғәлә билдәле ун ике апостолдың береһе Матфий Апостол ерләнгән булыуы ихтимал тип һанала, әммә грузин хөкүмәте уның ҡәбере янында ҡаҙыныу эштәре алып барыуҙы тыя. Мәгәр Рим осорона ҡараған башҡа урындарҙа ҡаҙыныу үткәрелә.

Гониоға хәҙерге ваҡытта туристар ағымы артҡандан-арта. Тбилисиҙа йәшәүселәр йәй көндәрендә Батумиҙыҡына ҡарағанда таҙараҡ тип һаналған ҡомлоҡтарҙа ҡыҙынырға ярата (Батуми ҡәлғәнән 15 км төньяҡтараҡ урынлашҡан).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә