Гогосов Вадим Владимирович
Гогосов Вадим Владимирович (10 сентябрь 1934 йыл — 17 июль 2002 йыл) — ғалим-механик. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
Гогосов Вадим Владимирович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 10 сентябрь 1934 |
Тыуған урыны | Рыбинск, Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 17 июль 2002 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Ваганьков зыяраты[d] |
Атаһы | Владимир Антонович Гогосов[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Уҡыусылар | Никифорович, Евгений Иванович[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВадим Владимирович Гогосов 1934 йылдың 10 сентябрендә Рыбинскта[1] авиация инженеры Владимир Антонович Гогосов (һуңынан — күренекле совет дәүләт эшмәкәре) ғаиләһендә тыуа[2]. 1957 йылда МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлай[1].
1961 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай (диссертацияһының темаһы — «Распад произвольного разрыва и задача о поршне в магнитной гидродинамике»)[3]. 1974 йылда физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп диссертация яҡлай (диссертацияһының темаһы — «Исследование течений многокомпонентных и многофазных сред в электромагнитных полях»)[4].
1983—2002 йылдарҙа — МДУ-ның механика ғилми-тикшеренеү институтының физик-химик гидродинамика лабораторияһы мөдире. 1986 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетының гидромеханика кафедраһы профессоры; механика-математика факультеты студенттары өсөн «Магнитная гидродинамика», «Электрогидродинамика», «Термодинамика неравновесных процессов» курстарын уҡый[1].
Халыҡ-ара астронавтика академияһының мөхбир ағзаһы (1981).
2002 йылдың 17 июлендә Мәскәүҙә йөрәк хәлһеҙлегенән вафат була[1]. Ваганьково зыяратында ата-әсәһе менән йәнәш ерләнгән (7 уч.).
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәВ. В. Гогосовтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә физик-химик гидродинамика, электрогидродинамика, магнитлы шыйыҡлыҡтарҙың гидродинамикаһы һәм физикаһы инә.
Фәнни мәктәп булдыра, 1 фән докторы һәм 25 фән кандидаты әҙерләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» маҡтаулы исеме (2000) — фәнни эшмәкәрлектә ҡаҙаныштары өсөн[5]
- С. А. Чаплыгин исемендәге премия (СССР Фәндәр академияһы, 1961) — магнит гидродинамикаһында ирекле шартлау тарҡалыуы буйынса хеҙмәттәре өсөн (А. А. Бармин менән берлектә).
Шәхси тормошо
үҙгәртергәҠатыны — сәнғәт белгесе һәм мәҙәниәт тарихсыһы Паола Волкова
Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Гогосов В. В. Распад произвольного разрыва в магнитной гидродинамике // Прикладная математика и механика. — 1961. — Т. 25, № 1. — С. 108—124.
- Гогосов В. В., Полянский В. А., Семёнова И. П., Якубенко А. Е. Уравнения электрогидродинамики и коэффициенты переноса в сильном электрическом поле // Известия АН СССР. МЖГ. — 1969. — № 2. — С. 31—45.
- Гогосов В. В., Полянский В. А. Разрывы в электрогидродинамике // Прикладная математика и механика. — 1971. — Т. 35, № 5. — С. 761—772.
- Гогосов В. В., Никифорович Е. И., Толмачёв В. В. Электризация слабопроводящей жидкости, текущей по металлической трубе // Магнитная гидродинамика. — 1979. — Т. 2. — С. 59—62.
- Гогосов В. В., Налётова В. А., Шапошникова Г. А. Диффузионная и многоскоростная модели двухфазных сред в электрическом поле // Прикладная математика и механика. — 1980. — Т. 44, № 2. — С. 290—300.
- Гогосов В. В., Симоновский А. Я. О локально неоднородном охлаждении при закалке в магнитной жидкости // Известия АН СССР. МЖГ. — 1989. — № 2. — С. 3—11.
- Гогосов В. В., Симоновский А. Я., Шапошникова Г. А. Гидродинамика магнитных жидкостей. Некоторые модели и примеры их применений // Труды МИАН СССР. — 1989. — Т. 186. — С. 140—149.
- Гогосов В. В., Искандеров Х. Д., Кирюшин В. В., Симоновский А. Я. Охлаждение намагничивающегося шара в магнитных жидкостях при наличии магнитного поля // Труды МИАН. — 1998. — Т. 223. — С. 74—82.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Гогосов Вадим Владимирович . // Сайт «Летопись Московского университета». Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
- ↑ Гогосов Владимир Антонович . // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
- ↑ Гогосов В. В. Автореферат кандидатской диссертации (карточка) . // Каталог РНБ. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
- ↑ Гогосов В. В. Автореферат докторской диссертации (карточка) . // Каталог РНБ. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 15 сентября 2000 года № 1663 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 19 ғинуар 2017.