Гоголь урамы (Өфө)
Гоголь урамы Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондары биләмәһендә урынлашҡан. Зәки Вәлиди урамынан башланып һәм Достоевский урамы менән тамамланып, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙыла.
Гоголь урамы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Киров районы, Ленин районы һәм Өфө |
Оҙонлоҡ | 1,64 ± 0,01 km |
Гоголь урамы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБашта Гоголь урамы Ырымбур губернаһы губернаторы Яков Владимирович Ханыков хөрмәтенә аталған була. 1901 йылда хәҙерге исемен ала. Урам 1891 йылда бында фатирға (1-се һанлы йорт) йырсы Фёдор Шаляпин төшөүе менән билдәле.
Гоголь урамында йәһүдтәрҙең ағас ғибәҙәт йорто урынлашҡан булған, ул XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм 1930 йылда ябылған. Өфө гарнизоны казармалары янында 1830—1839 йылдарҙа төҙөлгән казарма стенаһы һаҡланып ҡалған.
Хәҙерге торошо
үҙгәртергәГоголь урамы — тыныс, халҡы күп булмаған һәм хәрәкәттәре сикләнгән урам. Унда урынлашҡан:
- Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы
- Сауҙагәр М. А. Лаптевтың 1912—1913 йылдарҙа төҙөлгән айырым йорто. 1919 йылдан алып бында М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы (1920 йылда асыла)
- Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы — 1939 йылдың 20 ғинуарынан алып
- Гоголь һәм Карл Маркс урамдары араһында заманса «Капитал» бизнес-үҙәге.
Галерея
үҙгәртергә-
Мәжит Ғафури музейы
-
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
-
Сауҙагәр М. А. Лаптев йорто
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.