Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы

(Гниятулла Ишбаев битенән йүнәлтелде)

Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы (20 июль 1961 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған нефтсеһе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).

Ғиниәтулла Ғарифулла улы
Ишбаев
Тыуған көнө

20 июль 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (63 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Уральск ҡасабаһы

Ил

СССРРәсәй флагы

Ғилми даирәһе

ғалим-тау белгесе

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы (1997)

Ғилми исеме

профессор (2008)

Ниндәй өлкәлә танылған

техник-инженер

Награда һәм премиялары

Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2003)

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғиниәтулла Ғарифулла улы Ишбаев 1961 йылдың 20 июлендә БАССР-ҙың Учалы районы Уральск ҡасабаһында тыуған.

1983 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан алып шунда уҡ эшләй: 1989 йылдан сектор мөдире, 1991—99 йылдарҙа «Азимут» ғилми-етештереү предприятиеһының бүлек начальнигы; бер үк ваҡытта 2000 йылдан — "«"Буринтех" ғилми-етештереү предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (Өфө) директоры, 2008 йылдан — генераль директоры. Фәнни хеҙмәттәре быраулау проблемаларына арналған. Ул етәкс. быраулау, нефть промыслалары инструменттары һәм уларҙы эшләү технологиялары уйлап табыла. Уның тарафынан ер бырауҙары, скважиналарҙы ремонтлау һәм яңынан сафҡа индереү өсөн бер юллы фрезалар, бырау баштары һәм махсус инструменттар комплекты эшләнә һәм уларҙы сериялап етештереү ойошторола. Асыштары Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында индерелгән. 100—ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2003).

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Техник фәндәр докторы (1997);
  • профессор (2008).

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Скважинные фрезерные инструменты для ремонта скважин. Уфа, 1997;
  • Причины нарушения и повышения долговечности крепи скважин. Уфа, 2002 (авторҙ.);
  • Вспомогательный инструмент для бурения и ремонта скважин. Уфа, 2007 (авторҙ.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.