Гнилая (Быстрая ҡушылдығы)
Гнилая — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе биләмәләрендә ағыусы йылға ; Быстрая йылғаһының тамағынан 136 км өҫтәрәк уң ярына ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 92 км, һыу йыйыу бассейнының майҙаны — 948 км².
Гнилая | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 92 км |
Бассейн | 948 км² |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Быстрая |
· Урынлашыуы | йылға тамағынан 136 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 48°26′34″ с. ш. 41°22′59″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Ростов өлкәһе |
Район | Облив районы/Милютин районы/Тацин районы |
РДҺР | 05010400712107000014681 |
Тасуирлама
үҙгәртергәГнилая йылғаһы Ростов өлкәһенең Облив һәм Милютин райондарының сигендә башлана, артабан Орлов, Агропролетарский, Юдин утарҙары аша, Милютин станицаһы, Новокузнецов, Старокузнецов, Широкий Лог, Терновый, Сулин һәм Новодонецкий утарҙары аша аға. Артабан Тацин районының Калмыков, Лесной, Качалин, Майоро-Белашовка, Малокачалин һәм Борисовка утарҙары аша үтә. Малокачалин утарынан көньяҡтараҡ Гнилая йылғаһы Быстрая йылғаһына ҡоя.
Йылғала — ҡорбан, алабуға, сабаҡ, судак, суртан, һаҙан, йәйен балығы бар; бында балыҡ тотоу киң таралған.
Йылға ярында боронғо кешеләрҙең Кременная 2 һәм 3-сө утрағы бар .[1]
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестрының мәғлүмәттәре буйынса Дон бассейны округына ҡарай, йылғаныһ һыу хужалығы участкаһы — Северский Донец йылғаһы. Йылғаның бассейны — Дон йылғаһы (һыу бассейнының Рәсәйҙәге өлөшө)[2].