Глухова Зинаида Михайловна

табип. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы

Глухова Зинаида Михайловна (13 март 1931 йыл[1]23 август 2023 йыл) — табип. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. 1974—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (2006)[2][3].

Глухова Зинаида Михайловна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Башҡорт АССР-ы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 13 март 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 23 август 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (92 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө табип
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Глухова Зинаида Михайловна Стәрлетамаҡҡа Алыҫ Көнсығыштан ике балаһы һәм ире, хәрби топограф менән бергә 1965 йылда килә. Һөнәре буйынса табип Зинаида Михайловна Стәрлетамаҡта үҙенең хеҙмәт биографияһын «Сода» поликлиникаһынан башлай. Ярты йыл цех табибы булып эшләй, һуңынан баш табип урынбаҫары эшен башҡара. 1974 йылда уға ҡаланың һаулыҡ һаҡлау бүлеген етәкләргә тәҡдим итәләр[4].

Ул эшләгән йылдарҙа Стәрлетамаҡта «Синтетик каучук» заводының мең урынлыҡ дауахана комплексы, йөҙ урынлыҡ бала табыу йорто, йылына 75 мең саҡырыу ҡабул итерлек «Ашығыс ярҙам» станцияһы, Туҡай урамында ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, 850 кеше ҡабул итерлек 1-се ҡала поликлиникаһы, 2-се стоматология поликлиникаһы, наркология диспансеры һәм башҡалар төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла, дауаханаларға тейешле табип кадрҙары йәлеп ителә[5][4].

Зинаида Глухова алты тиҫтә тиерлек һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, табип вазифаһынан алып халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала советы башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдиренә тиклем эшләй.

Ул эшләгән осорҙа шулай уҡ тән бешеү, кардиология, гастроэнтерология, гематология, эндокринология, пульмонология, нефрология бүлеге, ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге һәм башҡа бүлектәр асыла[6].

Зинаида Михайловна, ҡаланың Ветерандар советында эшләй. Ул ветерандарға медицина ярҙамы ойоштороуҙа байтаҡ эштәр башҡара.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да Зинаида Михайловна Глухова медицинала хеҙмәт итеүен дауам итә, 4-се ҡала дауаханаһының медицина статистикаһы кабинетын етәкләй[4].

Зинаида Михайловна Глухова 2023 йылдың 23 авгусында Стәрлетамаҡта 93-сө йәшендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы[6].

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[6].

Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы Ҡала округы советының 23.05 2006 йылғы ҡарары менән «Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы» исеменә лайыҡ була[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә