Глумилин (Өфө)
Глумилин — Өфө ҡалаһының Октябрь районындағы торлаҡ районы, Рәсәй урамы үткән территорияны алып тора (элекке Глумилин ауылы ла уға инә) — 1980-се йылдар башында барлыҡҡа килгән район, торлаҡ йорттар 1990-сы йылдарҙа төҙөлгән.
Глумилин | |
Статусы |
жилой район |
---|---|
Эсенә инә |
ҡала Өфө |
Административ район | |
Элекке статусы |
ауыл |
Почты индексы |
450096, 450098 |
Глумилин Викимилектә |
Глумилин ауылы әүәлге документтарҙа Тарбеев ауылы йәки Федор утары булараҡ телгә алына. Федор утары тигән атаманы беренсе хужаһы Федор Тарбеевтың исеменән алынған. Баяр улы Федор Тарбеев Өфөгә XVII быуат башында килеп эләгә. 1612 йылда уға Өфө эргәһендә ер биләмәһе бирелә. Был туралағы яҙма Өфө буйынса Ер бүлеү кенәгәһенә 1591—1629 йылдарҙа теркәлгән.
Тарихы
үҙгәртергәXVIII быуаттың икенсе яртыһында утар яңы хужаһы — статский советник ҡатыны Анна Васильева Коптева исеме менән Аннов тип атала. 1800 йыл тирәһендә ауыл ер үлсәүсе, надворный советник Васили йФилиппович Глумилиндың милкенә күсә. 1811 йылда ауылда 15 йорт хужалығы була, 80 кеше йәшәй.
1872 йылда ошо ауылда Елена Яковлевна Барсова (иренең фамилияһы буйынса Цветкова) — урыҫ вокал сәнғәте тарихсылары әйтеүенсә, «урыҫ опера сәхнәһенең ынйыһы» — тыуа. Мәскәү консерваторияһын көмөш миҙалға тамамлап сәхнәгә сыҡҡас та, ул һәммәһен сағыу таланты менән әсир итә. Мәскәүҙә Федор Шаляпин менән бергә сығыш яһай.
1920 йылда Глумилин ауылы Өфө кантонының Степановка улусына инә. Был заманға ауылда йорт хужалыҡтары һаны 74-кә еткән була. 1950-се йылдар уртаһы—1960-сы йылдар башына районда төҙөлөш башлана. 1980-се йылдарҙың беренсе яртыһында туғыҙ ҡатлы панель йорттарҙан торған «Глумилин» тигән рәсми атамалы торлаҡ биҫтәһе ҡалҡып сыға. Төҙөлөш әле лә дауам итә.
Хәҙерге Глумилин
үҙгәртергәРВ-1 радиостанцияһының 206 метрлы дүрт вышкаһы райондың төп күренекле урыны була. Коминтерн исемендәге радиостанция 1941 йылдың ноябрендә Ставка бойороғо буйынса Мәскәү эргәһендәге Электросталь ҡалаһынан Өфөгә күсерелә, сөнки фашистар Мәскәү эргәһенә етә һәм баш ҡалаға һөжүм итә. 1942 йылда БАССР Халыҡ комиссарҙары советы тәҡдиме буйынса уны Глумилин ауылында (хәҙерге Октябрь районы) элекке урман техникумы урынына ултырталар. Радиостанция Европаның немецтар оккупациялаған территорияларында оҙон тулҡындарҙа антифашистик пропаганда алып бара. Радиотапшырыуҙар Европаның 18 телендә алып барыла. Радиостанцияның БАССР баш ҡалаһына күсерелгәнен бик әҙҙәр генә белә. Был станцияны диверсанттарҙан һаҡлау өсөн эшләнә. 1941 йылдың октябренән 1943 йылдың майына тиклем донъя күләмендәге тарихи шәхестәр Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Уларҙың исемдәре бөтә энциклопедияларға ингән: Коминтерн башҡарма комитеты етәкселәре Георгий Димитров, Долорес Ибаррури, Клемент Готвальд, Отто Куссинен, Вильгем Пик, Пальмиро Тольятти, Морис Торез. Станцияла ГДР Именлек министрлығы («Штази») Баш разведка идаралығының буласаҡ етәксеһе Маркус Вольфтың атаһы Фридрих Вольф эшләй, ә йәш Маркус атаһының эш урынына йыш килер була. Вышкалар 2007 йылда һүтелә.
Район территорияһында Һуңғы көндәр Изгеләре Иисус Христос сиркәүенең (мормондар) ғибәҙәт йорто бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 159-161 с. ISBN 5-295-02294-3.
Здание, где находился Исполком Коминтерна. Ленина улица, 61. Здание, где работал Клемент Готвальд