Гида Анундсдоттер, шулай уҡ Гида Шведская, Гуда һәм Гунхильда булараҡ билдәле (1048/1049 тирәһендә үлгән) ― швед принцессаһы һәм Дания королеваһы, Свен II Эстридсендың ҡатыны.

Гида Шведская
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Титул шаһбикә[d], королева-консорт[d] һәм королева[d][2]
Тыуған көнө XI быуат
Вафат булған көнө 1048
Вафат булған урыны Дания
Атаһы Анунд Якоб[d][1]
Әсәһе Гунхильда Свейнсдоттир[d]
Бер туғандары Свейн Крестоносец[d]
Хәләл ефете Свен II Эстридсен[d]
Нәҫеле Мунсё[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Гиданың тормошо тураһында төп мәғлүмәт сығанағы булып немец циркәүе йылъяҙмасыһы Адам Бремендың 1070 йылдарҙы яҙған әҫәрҙәре була. Саксон Грамматиктың фекернсә һәм һәм Исланд йылъяҙмалары мәғлүмәттәре буйынса, Гида швед короле Анунд Якобтың ҡыҙы була (1022—1050 йыл)[3]. Әсәһе — Швеция королеваһы Гунхильд[4]. Әммә бының менән бергә, уларға замандаш тиерлек Адам Бременский, Анундтың һәм Гунхильдтың ниндәйҙер балалары булған тип әйтмәй. Шуның өсөн Гида Анундтың һәм башҡа ҡатын-ҡыҙҙың балаһы тип фаразларға була.

Гида 1047 йәки 1048 йылдар тирәһендә Дания короле Свенға кейәүгә сыға. Был дата раҫланмай, был ваҡытҡа, бәлки, улар өйләнгән булыуҙары мөмкин, сөнки Свен швед һарайы эргәһендә һөргөндә йәшәй. Никахтары бик ҡыҫҡа була һәм Гида тиҙҙән үлә. Адам Бременский һүҙҙәре буйынса, уны Свендың тотҡон ҡатыны Тора ағыулап үлтерә[5]. Свен үҙенән һуң күп нәҫел ҡалдыра, әммә Гида менән дөйөм балалары булған микәнлеге билдәһеҙ. Гиданың атаһы 1050 йылдар тирәһендә вафат була, ҡатыны Гунхильд оҙағыраҡ йәшәй. Яҡынса шул уҡ ваҡыттарҙа, тол Свен Гунхильд тигән ҡатынға өйләнә. Бында Гиданың әсәһе йәки үгәй әсәһе Гунхильд тураһында һүҙ барыуы ихтимал. Хәҙерге заман тарихсылары раҫлауынса, бер үк ваҡытта Гунхильд исемле ике ҡатын ―Швецияла һәм Данияла йәшәүе мөмкин. Күпкә һуңғы бремен йылъяҙмалары архиепископ Адальберт яҙған хатҡа һылтана, унда Гунхильд Свендың «әсәһе» («ҡәйнәһе») тип яҙыла. Һәр осраҡта, Свен һәм Гунхильд яҡын ҡәрҙәштәр булғанлыҡтан, архиепископ Гамбург талабы буйынса айырылырға мәжбүр булалар[6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Lundy D. R. unknown of Sweden // The Peerage (ингл.)
  2. Dictionary of Women Worldwide (ингл.): 25,000 Women Through the Ages / A. Commire, D. KlezmerDetroit: Gale, Yorkin Publications, 2006. — 2572 p. — ISBN 978-0-7876-7585-1
  3. Sven Axelson (1955), Sverige i utländsk annalistik 900—1400. Stockholm: Appelbergs, p. 34, 55-6.
  4. Adam av Bremen (1984), Historien om Hamburgstiftet och dess biskopar. Stockholm: Proprius, p. 189 (Book III, Scholion 66).
  5. Adam av Bremen (1984), p. 192 (Book III, Scholion 72).
  6. Adam av Bremen (1984), p. 137 (Book III, Chapter 12).
  • Alf Henrikson (1989), Dansk historia. Stockholm: Bonniers
  • Gyda (билдәһеҙ). Дата обращения: 6 март 2014.