Гиганттар юлы
Гига́нттар юлы (Великандар һуҡмағы) (ирл. Clochán an Aifir йәки Clochán na bhFómharach) — боронғо вулкан атылыу нәтижәһендә барлыҡҡа килгән 40 000-гә яҡын үҙ-ара тоташҡан базальт (һирәгерәк андезит) колонналар. Төньяҡ Ирландияның төньяҡ-көнсығышында Бушмилс ҡалаһынан 3 км төньяҡтарыҡ урынлашҡан.
Козвэй-Кост яры буйы* | |
---|---|
Giant's Causeway and Causeway Coast** | |
ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы | |
Ил | Төньяҡ Ирландия |
Тип | тәбиғи |
Критерий | vii, viii |
Һылтанма | 369 |
Регион*** | ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы исемлеге |
Иҫепкә алынған | 1986 (10-сы сессия)
|
* Рәсми исемлектә русса атамаһы ** Рәсми исемлектә инглизсә атамаһы *** ЮНЕСКО квалификацияһында регион |
Козвэй-Кост яр буйы һәм ундағы юл 1986 йылда ЮНЕСКО тарафынан Бөтә донъя мираҫы тип, 1989 йылда Төньяҡ Ирландия тирә-яҡ мөхитте һаклау департаменты тарафынан милли ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Колонналарҙың өҫкө өлөшө формаһы буйынса трамплинға оҡшаған, ҡая төбөнән башланып, диңгеҙ өҫтөнә барып тоташа. Колонналарҙың күпселеге дөрөҫ алтымөйөш, араһында дүрт, биш, ете һәм һигеҙ мөйөшлөләре лә осорай. Иң бейек бағана 12 м.
Бөгөн Гиганттар юлы Бөйөк Британия Милли фонды ҡарамағында.[1] Объектты туристарға күрһәтеү һәм һпҡлау ойошторолған. Гианттар юлы Төньяҡ Ирландияның иң иҫтәлекле урындарының береһе.
Легенда
үҙгәртергәБер риүәйәттә, Финн Мак Кумал һыңар күҙле бәһлеүен Голл менән көс һанашырға теләк белдерә. Аяғын еүешләмәҫ өсөн Ирланд диңгеҙе төбөнә бер нисә рәт бағаналар ҡағып сыға, үҙенсә күпер төҙөй. Арып йоҡлап китә. Шул ваҡыт Голл күпер буйлап атлап Финнға үҙе килә. Финндың ҡатыны, йоҡлаған иренә күрһәтеп, был минең кесе улым, тип алдай. Артабан, бәһлеүенде ҡоймаҡ менән һайлай башлай. Ҡоймаҡ эсенә тимер табалар һалып бешерелгән була. Финн тешен һындырғас, икенсе ҡоймаҡты «сабый балаға» бирә.
«Сабый бала» нисек ҡоймаҡ ашағанын күреп, ә атаһы нисек булырын күҙ алдына килтереп, юл ыңғайында күперҙе емереп, Голл сығып йүгерә.
Барлыҡҡа килеү тарихы
үҙгәртергә50-60 миллион йылдар самаһы элек, палеоген осоронда был урындарҙа вулкан әүҙемлеге көслө булған. Юғары температурала, шыйыҡ базальт тау тоҡомдары аша өҫкә күтәрелгән һәм йәйелеп ятҡан. Һыуынған ваҡытта күләме кәмегән, һәм алты ҡырлы күпмөйөштәргә ярылған, күләүекктәрҙә бысраҡ кипкәндәге кеүек. Горизонталь ҡыҫылыу нәтижәһендә, алты ҡырлы бағаналар үҫеп сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Giant’s Causeway — Visitor information — National Trust
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Дорога гигантов: тематик медиа-файлдар
- Официальный путеводитель по Дороге гигантов 2022 йыл 17 май архивланған. (инг.)
- Causeway. Дорога Великанов 2014 йыл 6 октябрь архивланған. на сайте eiry.ru
- Раскрыта тайна Дороги гигантов 2014 йыл 6 октябрь архивланған.26 декабря 2008
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Deane, C. Douglas. 1983. The Ulster Countryside. Century Books. ISBN 0-903152-17-7.
- Reader’s Digest. 1997. Планета чудес и загадок. ISBN 5-89355-003-X.