Герберштейн замогы

Герберштейн замогы[2] (нем. Schloss Herberstein) — Австрияның Штубенберг общинаһы территорияһында урынлашҡан замок, шул уҡ исемле зоопарктан алыҫ түгел урынлашҡан; башта «Хервигштайн» тип аталған замоктың иң боронғо өлөштәре XIII быуат аҙағына ҡарай. Һарай паркында скульптор Бруно Жиронколиҙың музейы урынлашҡан; һарай үҙе классик һәм хәҙерге сәнғәт әҫәрҙәренең ваҡытлыса экспозициялары өсөн күргәҙмә майҙансығы булараҡ ҡулланыла.

Герберштейн замогы
Нигеҙләү датаһы XIII быуат
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1]
Административ-территориаль берәмек Штубенберг-ам-Зе[d][1]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Stubenberg am See[d]
Мираҫ статусы объект архитектурного наследия Австрии[d][1]
Адрес Buchberg 1[1]
Рәсми сайт herberstein.co.at
Ассоциированный кадастровый округ Buchberg bei Herberstein[d]
Вид с воздуха
Карта
 Герберштейн замогы Викимилектә

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә

Герберштейн замогы бөгөн Австрияның Штубенберг общинаһы территорияһында, шул уҡ исемле зоопарктан алыҫ түгел урынлашҡан — ул Файстриц йылғаһы үҙәненә төшкән бейек ҡая битләүендә тора. Алыҫтан беленмәгән һәм хатта бөгөн дә юлһыҙ ҡәлғә ҡоролмаһы, төбәктең мөһим стратегик урынында урынлашҡан.

Был урында табылған беренсе ҡәлғә нығытмалары XIII быуатҡа ҡарай; яҡынса 1400 йылда замок ҙур алдынғы нығытма (посад) иҫәбенә киңәйтелә, уға элегерәк төҙөлгән Изге Екатеринаның готика часовняһы инә. Һуңынан инде XV быуатта замок бер нисә тапҡыр ҙурайтыла, ә XVI быуат урталарында торлаҡ бина итеп үҙгәртелә (Герберштейндарҙың нәҫел резиденцияһы) —яңынан ҡороу төҙөлөшөндә ренессанс архитектураһының күп һанлы элементтарын үҙ эсенә ала. XVI быуатта ҙур күләмле «Рыцарь залы» (Rittersaal) төҙөлә, ә ҡәлғә соҡоро тулыһынса күмелә. XVII быуат урталарында ансамбль итальян стилендә төҙөлгән «Florentinerhof» ихатаһы менән тулыландырыла; быуат аҙағына тиклем комплекстың бер нисә ҡаралтыһы төҙөлөшө тамамлана.

Бөгөнгө көнгә тиклем замок Герберштейн ғаиләһенә ҡарауын дауам итә — ул торлаҡ йорт һәм административ үҙәк булып хеҙмәт итә. Экскурсияларҙан тыш, бөгөн замок күргәҙмәләр һәм конференциялар үткәреү урыны булараҡ ҡулланыла. Һарай паркында скульптор Бруно Жиронколиҙың (1936-2010) музейы урынлашҡан, ул 2004 йылға тиклем Вена сәнғәттәр академияһы янындағы «Bildhauerschule» директор булып эшләй; бөтә һарайы биналары Грац Яңы галереяһы һәм Венаның Хәҙерге заман сәнғәте музейы тарафынан классик әҫәрҙәр һәм ваҡытлы күргәҙмәләр өсөн ҡулланыла. 2002—2003 йылдарҙа ла бында «Von Waldmüller bis Schiele күргәҙмәһе үтә, ә бер йылдан һуң замок «Die Welt der stillen Dinge» экспозицияһын үткәреү урыны була.

Жиронколи музейы скульпторҙың донъяла иң ҙур эштәре коллекцияһына эйә. Ул 2004 йылдың сентябрендә үз бинаһында киң инеү өсөн асыла: 2000 квадрат метрлы майҙанда авторҙың «футуристик машиналарын» хәтерләткән күп һанлы ҙур скульптуралары ҡуйылған. Коллекциялағы эштәренең бер өлөшө һуңынан даими нигеҙҙә Венала —Донау-Сити биналар комплексында «Gironcoli Crystal» залында ҡуйыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Замок Эггенберг
  • Новая галерея (Грац)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=at&srlanguage=de&srid=36623 — 2017.
  2. Валме Хурадо, Сезарео Сайс-Хименас, Акатова Екатерина Валентиновна Бактериальные сообщества фиолетовых пятен, обнаруженных в Круговом Мавзолее римского некрополя города Кармона (Испания) // Известия Тульского государственного университета. Естественные науки. — 2016. — В. 1. — С. 58—70. — ISSN 2071-6176.
  • Günther Holler-Schuster, Christa Steinle. Die Welt der Stillen Dinge : Stillleben aus der Sammlung der Neuen Galerie Graz am Landesmuseum Joanneum / anlässlich der Ausstellung: Die Welt der Stillen Dinge. Stilleben aus der Sammlung der Neuen Galerie Graz in Schloss Herberstein, 8.6. — 2.11.2004. — Graz: Neue Galerie Graz, 2004. — 38 с. — ISBN 9783902241047.
  • Burgen und Schlösser — Gerfried Sitar — 2001
  • Burgen und Schlösser in der Steiermark — H. Marek / E. Neffe — 2004
  • Burgen und Schlösser in Österreich — 1964
  • Dehio Steiermark, 1982
  • Die Oststeiermark — Peter Krenn — 1997
  • Die Schlösserstraße — Steeb/Strimitzer/Auferbauer — 1996
  • Österreichs Burgen — Gerhard Stenzel — 1989
  • Schloss Herberstein — Gottfried Allmer — 2002
  • Schlösser in Österreich II — Laurin Luchner — 1983
  • Schlösser und Burgen der Steiermark — J.Koren/F.Attems — 1986
  • Traumschlösser — Pia Maria Plechl — 1979
  • Via Imperialis — Gerfried Sitar — 2002
  • Von Schloß zu Schloß in Österreich — Gerhard Stenzel — 1976

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Werner Hammerl. Herberstein Schloss (нем.). burgen-austria.com. Burgen und Schlösser (23. Juli 2004). Дата обращения: 13 августа 2019.