Гера ҡалаһы ратушаһы

Гера ҡалаһы ратушаһы (нем. Geraer Rathaus) ― Гера ҡала советы һәм хакимиәте резиденцияһы. Иген баҙары менән ҡала баҙары араһында бер-береһе менән тоташҡан бер нисә бинала урынлашҡан.

Гера ҡалаһы ратушаһы
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Гера
Урынлашҡан урамы Markt[d]
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Вид в ночное время
Вид из этого места
Изображение входа
Был объекттан күренештәр категорияһы Category:Views from the tower of Gera City Hall[d]
Карта
 Гера ҡалаһы ратушаһы Викимилектә

Урта быуаттағы хроника мәғлүмәттәре буйынса, Герала ратуша 1254 йылда уҡ булған. 1425 йылдың 30 мартында уның тураһында беренсе тапҡыр яҙыла. 1450 йылда Саксониялағы феодалдарҙың бер низағы ваҡытында бина емерелгән, әммә 1487 йылда ул тергеҙеллгән.

Хәҙерге күренешле ратуша бинаһы 1573—1575 йылда Яңырыу архитектураһы стилендә төҙөлә. Альтенбург ратуша бинаһына ныҡ оҡшаш булғанлыҡтан, тарихты тикшереүселәр бина Торгауҙан архитектор Николаус Громан проекты буйынса төҙөлгән тип иҫәпләйҙәр. 1575 йылдың 14 октябрендә манара шпиле тантаналы рәүештә баҫтырылып ҡуйыла. Элек ратуша менән йәнәш «Икмәк банкыһы» (хәҙер бында ресторан) урынлашҡан, ә уның ҡаршыһында ― иҫке хурлыҡ бағанаһы торған. 1754 йылдан алып ул әлеге көндәге күренешендә бында тора.

 
Ратуша порталы

1780 йылда ҡалала сыҡҡан янғын ваҡытында ратуша бинаһы етди зыян күрә, әммә уның стеналары уттан зарарланмаған, шуға күрә 17831784 йылдарҙа ул үҙенең үҙенсәлекле проектына ярашлы баштағы хәленә килтереп тергеҙелә; берҙән-бер етди үҙгәреш булып баҙар яғындағы фронтон ғына тора. 1793 йылда ратушаның Иген баҙарына ҡараған артҡы өлөшөнә ике ҡатлы төкәтмә өҫтәлә.

19111912 йылдарҙа ратуша тағы ла бер бина менән киңәйтелә. Был йорт Яңы ратуша тип атала һәм ул да шулай уҡ Иген баҙары янында урынлашҡан. Барлыҡ биналар бер-береһе менән тоташып тора.

1973 йылда ратуша подвалында «Фетнэпхен» кабареһы асыла.

Ратуша порталы 1573—1576 йылдарҙа Лобед архитекторы Никола Тейнер һәм ике ташсы ҡатнашлығында төҙөлә. Портал фронтонында Изге Рим империяһының ике башлы бөркөтө һәм шулай уҡ Рейсс һәм Зольмс династияларының гербы төшөрөлгән. Зольмс гербының бында ҡуйылыу сәбәбе балиғ булмаған улы Генрих II Постум янында регент булған Доротея фон Зольмс-Зонненвальд хакимлыҡ иткән саҡта порталдың төҙөлөүендә.

Шулай уҡ бында данлыҡлы йорттарҙың гербтары менән бер рәттән ҡала гербы ла бар. Ҡала гербы латин телендәге ике яҙма менән уратылған. Аркалағы өс ир фигураһы портал төҙөлгән ваҡытта ҡала менән идара итеүсе өс бюргермейстерҙы һүрәтләй. Ул йылдарҙа Герала өс кеше советы ултырышы булған һәм бюргермейстер һәр йыл һайын һайлап ҡуйылған Портал ишегенең һыртында боронғо рим алиһәһе Юстиция һырлап төшөрөлгән. Алиһә үҙ атрибуттары: күҙҙәрен ҡаплаусы сепрәк, үлсәү һәм ике ҡыры ла үткерләнгән ҡылыс — менән төшөрөлгән. Порталдың уң яғында гера терһәге үлсәүе (0,572 м) төшөрөлгән.

Ҡарауыл башнялары

үҙгәртергә

19361939 йылдарҙа ратушала кешеләр һуңғы тапҡыр йәшәй. Әлеге ваҡытта бында бинаның кескенә фатирында йәшәгән иң һуңғы кеше әйберҙәренең даими экспозицияһы урынлашҡан[1][2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ден Rathausturm Rund um, Chronik Gera, H. Xylander, 1991 Master-Print Gera
  • Anja Löffler: Denkmaltopographie Bundesrepublik Deutschland — in Thüringen Kulturdenkmale (3 Band). Gera Stadt. Für Thüringisches und Landesamt Denkmalpflege Archäologie, Erfurt 2007, ISBN 978-3-937940-33-5.
  • Siegfried Mues/Brodale Klaus: Gera Stadtführer. Gondrom Verlag, 1995 Bindlach, ISBN 3-8112-0821-7.