Георгий манараһы
Георгий манараһы (Егорьевский манараһы) — Түбәнге Новгород кремленең иң көнсығышындағы манара. Манара Борисоглебский һәм Дары башнялары араһында, Волга йылға ярының иң ҡашында, Чкалов баҫҡыстары башланған ерҙәге Валерий Чкалов һәйкәле янында урынлашҡан.
Георгий манараһы | |
Нигеҙләү датаһы | XVI быуат |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Түбәнге Новгород |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Список памятников культурного наследия Нижнего Новгорода (Кремль и монастыри)[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Указания, как добраться | Кремль, 4Б (восточная часть) |
Георгий манараһы Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5210024004 |
Тарих
үҙгәртергәМанара ХVI быуат менән даталана[1]. Манараның атамаһы манараға йәнәш торған посад Георгий сиркәүе[2], йә булмаһа Георгий йорто — ҡала һарайына нигеҙ һалыусы кеше исеменән алынған[3].
1785-1786 йылдарҙа манараның тештәре көпләнелә һәм манара төрлө склад биналарына әүерелдерелә[3].
1943 йылда Түбәнге Новгородта монументаль Чкалов баҫҡыстары төҙөлә башлай һәм ул төҙөлөш 1949 йылда тамамлана. Был баҫҡыс Георгий манараһы янындағы лётчик Валерий Чкалов һәйкәле янында ярҙан Волгаға түбән төшкән ерҙә төҙөлә[1].
1953 йылда манара ҡала властары булышлығында тергеҙелә [3].
Тасуирлама
үҙгәртергәМанара дүрт ҡатлы квадрат формалы. Уның түбәнге ҡаты хәҙерге ваҡытта бөтөнләй тиерлек ер аҫтында тора, өҫкө ҡаты менән төрлө үткәүелдәргә ҡуйылған баҫҡыстар системаһы менән тоташа. Баҫҡыстар стена ҡаттарындағы һайғауҙарға беркетеп эшләнгән[3].
Манараның үҙәк бинаһы (төп бинаһы) был үткәүелдәрҙән айырым тора һәм Георгий манараһы ҡапҡаһына рәшәткә төшөрөлөп ябылғанға тиклем, үтәнән-үтә юллы[3]була. Ҡапҡа ҡатмарлы ҡаршылыҡтар системаһы менән һаҡланған — уға барып етер алдынан дошманға оҙон ағас күперҙән үтергә кәрәк була, һуңынан — ауыр ҡалҡан рәүешендәге күтәрелә торған күперҙе, ул күперҙең вертикаль торғандағы бейеклеге 5,3 м тәшкил итә һәм 3,52 м бейеклектәге ҡапҡа уйымын ҡаплап тора. Күтәрмәле күпер беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ һаҡланған ҡоролма[1]. Манараға инеү юлы мөйөшлө бөгөлмәле, шунлыҡтан уның аша үтәләй тура атып булмай[3]. Төп бинаның стеналарында хәрби печуралар түшәлгән.[1].
Өсөнсө ҡатта дүрт ҡабырға хәрби камералары бар, дүртенсе ҡатта — тешле бойница эшләнгән.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Агафонов, 1976
- ↑ Георгиевская башня Нижегородского кремля . Пути-дороги.ru.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Кирьянов, 1956, с. 89—9389—93
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Агафонов С. Л. Нижегородский кремль. Архитектура, история, реставрация. — Горький: Волго-Вятское издательство, 1976. — 136 с.
- Кирьянов И. А. Нижегородский Кремль. Очерк истории кремля в городе Горьком. — Горький: Горьковское книжное издательство, 1956. — 116 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- История перестройки и реконструкции Кремля
- Нижегородский кремль 2016 йыл 22 ноябрь архивланған.