Генерал Марков һәйкәле
Генерал С. Л. Марков һәйкәле — Урыҫ Император армияһының Генераль штаб генерал-лейтенанты, урыҫ-япон һуғышы һәм Беренсе донъя һуғышы геройы, Аҡтар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың һәм лидерҙарының береһе С. Л. Марковҡа ҡуйылған һәйкәл. 2003 йылдың 13 декабрендә Сальск ҡалаһында (Ростов өлкәһе) асыла. Рәсәйҙә беренсе булып Аҡтар хәрәкәте эшмәкәренә ҡуйылған һәйкәл.
Архитекторы — Алексей Бегунов, скульпторы — Владимир һәм Данила Суровцевтар. Материалы: бронза, гранит.
Һәйкәл төҙөү тарихы
үҙгәртергә2001 йылда һәйкәл ҡуйыу буйынса инициатива төркөмө ойошторола (Алекаев А — «Аҡ яугирҙәр» проекты етәксеһе, «Пересвет-Инвест» Инвестиция-риэлтор компанияһы). Ике йыл эсендә инициатива төркөмө, Сальскта 1918 йылдың 25 июнендә генерал һәләк булған урындан алыҫ түгел, һәйкәл урынлаштырыу тураһында Сальск Хаҡимиәте сығарған Ҡарарҙы ҡабул итеп ала. Сальсктың 1920 йылға тиклем атамаһы башҡа була: Марков.
В Суровцев, генерал Марков[1] һәйкәле авторы:
Бөтәһе лә минең урыҫ эшҡыуары А. Н. Алекаев менән танышыуҙан башланды. Алекаев миңә күләме ҙур булмаған генерал Марков скульптураһын яһау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Шулай уҡ генерал Марковтың һәйкәлен төҙөү идеяһы ла уныҡы була. Башта идея миңә тормошсан түгел һымаҡ күренде — был хәл ике йылдан ашыу элек булған ине. Ул ваҡытта минең һәйкәл ҡуйыу буйынса етерлек тәжрибәм булһа ла, идея башта миңә тормошҡа ашмаҫтай күренгәйне. Мин ул ваҡытта Аҡтар хәрәкәте темаһы, граждандар һуғышы тарихы менән бик үк таныш түгел инем. Әммә А. Н. Алекаев эшмәкәрлеге арҡаһында мин был мәсьәләне бик яҡшы өйрәндем. «Посев» нәшриәтендә баҫылған «Аҡ Яугирҙәр» серияһында генерал Марков тураһында китап сығыуы бында ҙур роль уйнаны. Һәйкәл өҫтөндә эшләгәндә миңә «Аҡ Гвардия» альманахы мөхәрририәте ағзалары етди кәңәштәр бирҙеләр.
Проектҡа ярҙам күрһәттеләр: казак мәсьәләләре буйынса советник Г. Н. Трошев йөҙөндә Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте, министр урынбаҫары А. Л. Федотов һәм Рәсәй Федерацияһының Франциялағы илсеһе А. А. Авдеев йөҙөндә Рәсәй сит ил эштәре министрлығы, стратегик тәғәйенләштәге ракета ғәскәрҙәре генерал-полковнигы Н. Е. Соловцов йөҙөндә Рәсәй оборона Министрлығы, губернатор В. Ф. Чуб һәм уның урынбаҫарҙары И. А. Станиславов һәм В. П. Водолацкий («Бөйөк Дон ғәскәре» ғәскәри казак йәмғиәтенең атаманы) йөҙөндә Ростов өлкәһе Хакимиәте. Проектҡа Новочеркасск һәм Ростов архиепискобы Пантелеймон фатиха бирә.
Тәүҙә һәйкәлде Дондағы Ростов ҡалаһында, 1918 йылда Ирекле армия штабы ултырыштары үткән бинаға яҡын төҙөү планлаштырыла. Ошонан уның ойоштороусылары генерал Л. Г. Корнилов һәм М. В. Алексеев данлыҡлы «Боҙло поход» башлаған.
Әммә урамдар, майҙандар һәм башҡа әһәмиәтле урындарҙың исеме буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында, шулай уҡ Ростов өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы кәңәшмәһендә ҡарағандан һуң, һәйкәлде Сальск ҡалаһында ҡуйырға хәл ителә. Ростов өлкәһе телевидениеһы, өлкәлә һәйкәл ҡуйыуға ҡарата халыҡтың ҡарашын асыҡлау маҡсатында, граждандарҙан һорау алыу үткәрә. Һорау алыныусыларҙың күпселеге проектҡа ыңғай ҡараш белдерә.
Проект Рәсәй халҡының ирекле иғәнәләре иҫәбенә һәм «Пересвет-Инвест» компанияһы аҡсаһына финанслана.
Һәйкәлде асыу
үҙгәртергәҺәйкәл 2003 йылдың 13 декабрендә, С. Л. Марковтың һәләк булыуының 85-йыллығына тап килтереп асыла. Һәйкәл асыу тантанаһында Ростов өлкәһе губернаторы урынбаҫары, Бөйөк Дон ғәскәре атаманы В. П. Водолацкий, Ростов өлкәһе закондар сығарыу йыйылышының казактар менән бәйләнеш буйынса комитеты рәйесе Н. В. Шевченко, башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты. Франциянан Сальск ҡалаһына урыҫ кенәздәре тоҡомо А. А. Трубецкой килә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Марков Сергей Леонидович
- Марковцы
- Добровольческая Армия
- Белое движение