Гегути һарайы - (рус. Гегутский дворец, грузинса: გეგუთის სასახლე ) - урта быуаттарҙағы король һарайы, Грузия. Кутаиси ҡалаһынан 7 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Әлеге көндә хараба хәлендә.

Гегути һарайы
груз. გეგუთის სასახლე
Нигеҙләү датаһы XII быуат
Рәсем
Дәүләт  Грузия[1]
Административ-территориаль берәмек Geguti[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d][1]
Майҙан 2000 квадрат метр
Указания, как добраться გეგუთი[1]
Карта
 Гегути һарайы Викимилектә

Тасуирламаһы

үҙгәртергә
 
Цинцадзеның төҙөкләндереү эскизы

Гегути һарай комплексы харабалары Риони йылғаһы буйында 2 2000 квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. 1953 йыл менән 1956 йылдар арауығындағы эҙләнеү эштәре белгестәргә археологик ҡатламдарҙы айырып, урта быуат биналарынның архитектура формаларын һәм биҙәлешен тергеҙергә мөмкинлек бирә. Уларҙың күп өлөшө 12 быуатҡа ҡараған, йәғни, был «Грузин хроникаһы»нда Гегути тураһында беренсе яҙма осраған ваҡытҡа тап килә.

Барыһынан алдараҡ төҙөлгән ҡаралты - оло камины булған ябай бер бүлмәле бина - 8-9 быуатҡа ҡарай. Грузия короле король Георг III заказы буйынса эшләнгән комплекстың төп өлөшө ( яҡынса 1156-1184), кирбес бина дүрт яруслы, өс метрлыҡ таш аҫҡуймаға һалып төҙөлгән. Иркен үҙәк залы сатраш рәүешле, ул 14 метр бейеклектәге көмбәҙ менән ҡапланған. Бина тотош көпләнгән һәм йыуан колонналар менән нығытылған. Көнбайышында урынлашҡан өҫтәмә ҡоролмалар, һарай сиркәүе 13-14 быуаттарҙан һуңғыраҡ осорға ҡарай.

Гегути һарайы емереклектәре мөһимлеге уның донъяуи үҙенсәлекле булыуы менән билдәләнә, сөнки күпселек урта быуат архитектура ҡомартҡылары - сиркәү һәм монастырҙар. Урта быуат яҙмаларында һарай ҡоролошо һәм биҙәлеше тураһында яҙылһа ла, Гегути һарайынан тик замок раковиналары менән харабалар ғына ҡалған булһа ла, ни тиклем ҙур кимәлдә башҡарылған эштәр тураһында күҙ алдына килтерергә мөмкин[2] .

Король һарайы комплексы Грузияның урта быуаттарҙағы «алтын быуат» осоронда төҙөләгән тип һанала. Һарай XIX башында емерелгән.

2016 йылда ҡомартҡы яҡшы күренеп торһон өсөн ​​харабаларҙы быяла панель менән уратып алалар [3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=ge&srlang=ka&srid=614 — 2017.
  2. Jane Turner (ed., 1996). The Dictionary of Art, p. 331. Grove, ISBN 1-884446-00-0.
  3. Technology shows historic Geguti Palace 800 years ago  (инг.) (March 11, 2016). 5 июль 2019 тикшерелгән. 2019 йыл 3 июль архивланған.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Джейн Тернер (изд., 1996). Словарь искусства , с. 331. Роща, ISBN 1-884446-00-0 .
  • Энтони Истмонд (1998), Королевские образы в средневековой Грузии , с. 152, 188-190. Penn State Press, ISBN 0-271-01628-0 .
  • «Технология показывает исторический дворец Гегути 800 лет назад» . Agenda.ge . 11 марта 2016 . Источник +6 Ноябре +2016 .