Гаспарян Дживан Арамаисович
Дживан Арамаисович Гаспарян (әрм. Ջիվան Գասպարյան; 12 октябрь 1928 йыл, Солак ауылы, Әрмәнстан) — әрмән музыканты һәм композиторы, милли әрмән музыкаһы белгесе, оҫта дудуксы. Әрмәнстан Республикаһының халыҡ артисы. Комитас исемендәге Ереван дәүләт консерваторияһы профессоры. Бөтә донъяла концерттар бирә. Ереванда йәшәй һәм эшләй.
Дживан Гаспарян Ջիվան Գասպարյան | ||||
Төп мәғлүмәт | ||||
---|---|---|---|---|
Тыуған |
12 октябрь 1928 (96 йәш) | |||
Тыуған урыны |
Солак ауылы, Котайк өлкәһе, ЗСФСР, СССР | |||
Үлгән | ||||
Һөнәрҙәре |
музыкант, композитор | |||
Инструменттар |
дудук | |||
Жанрҙар |
этник музыка | |||
Лейблы |
Warner Bros., Central Asian Music, Network Germany, Ryko/Rhino, Rerooted, United States Dist, World Network, Rounder Records, IODA, Mazur, EMI, Loudeye, Hollywood Music Cent, Audio Acoustical Collage | |||
Наградалар |
| |||
jivanduduk.com[2] | ||||
Аудио, фото, видео Викимилектә | ||||
Биографияһы
үҙгәртергәАлты йәшендә үҙ аллы дудукта — гобойға оҡшаш телле тынлы музыка ҡоралында — уйнарға өйрәнә. Шулай уҡ зурнала һәм швиҙа уйнай.
1948 йылда милли йыр һәм бейеү ансамбле артисы булып китә. Шул уҡ йылды солист сифатында Ереван филармония оркестры менән беренсе профессиональ сығышы була.
ЮНЕСКО-ның дүрт алтын миҙалына эйә: 1959, 1962, 1973, 1980 йылдарҙа алған. 1973 йылда «Әрмәнстандың халыҡ артисы» тигән исемгә лайыҡ булған берҙән-бер музыкант. Ереван консерваторияһы профессоры, бик күп профессиональ дудуксылар әҙерләгән.
1980-се йылдар аҙағынан АҠШ-та ла эшләй, унда «Последнее искушение Христа» тигән кинокартина өсөн дудук темаһын яҙа. 1990-сы йылдарҙа АҠШ-та олатаһының һөнәрен дауам иткән ейәне кесе Дживан Гаспарян менән эшләй. 2000 йылда «Гладиатор» картинаһына саундтрек музыкаһын башҡарыусыларҙың береһе була[3].
2002 йылда «Музыка сәнғәтендәге ҡаҙаныштары өсөн» WOMEX (ингл. World Music Expo) наградаһын ала.
Әрмән музыкаһын башҡарған кескәй генә ансамбль менән донъя буйлап бер нисә гастролдә була.
Серж Танкян, Андреас Волленвейдер, Лайонел Ричи, Питер Гэбриел, Ханс Циммер, Брайан Мэй, Борис Гребенщиков, Ирина Аллегрова, Владимир Пресняков, Роман Мирошниченко, Игорь Крутой, Майкл Брук һәм Дерек Шериньян кеүек күп музыканттар менән эшләй.
2010 йылдың 27 майында Ева Ривас менән «Евровидение-2010» йыр конкурсында ҡатнаша, дудук партияһын башҡара, 29 майҙа финалда сығыш яһай.
2011 йылдың 29 апрелендә «Три легенды в Кремле» тигән концертта ҡатнаша, унда Рәсәй Президент оркестры һәм Мәскәү Сретение монастырының ирҙәр хоры менән сығыш яһай. Концертта шулай уҡ кесе Дживан Гаспарян, йырсылар Ксения Титовченко һәм Липарит Аветисян, скрипкасы Инга Родина, ҡомло анимация оҫтаһы Артур Кириллов һәм башҡа артистар ҡатнаша.
Бүләктәре
үҙгәртергә- Изге Месроп Маштоц ордены [4]
- Әрмән ССР-ының халыҡ артисы
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (27.06.1956).
Дискография
үҙгәртергә- I Will Not Be Sad in This World (1990)
- Moon Shines at Night (All Saints, 1993)
- Armenian Romances (1994)
- Romantic Songs (1994)
- The Art of Armenian Duduk (1995)
- Ask me no questions (Traditional Crossroads 4268, 1996)
- Apricots from Eden (Traditional Crossroads 4276, 1996)
- Doudouk (Hollywood Music Centre, 1996)
- Ceremonies - Djivan Gasparyan & Armen Chakmakian (1998)
- The Crow — саундтрек
- Black Rock (Realworld 46230, 1998) — Майкл Брук менән берлектә
- Nazeli Djivan Gasparyan Quartet (Libra Music, 1998)
- The Siege, саундтрек (1998)
- Salute (Musicrama, 1998)
- Heavenly Duduk (Network, 1998)
- From The Soil (1998)
- Sound of Duduk (Parseghian records, 1998)
- Armenia: Heavenly Duduk (Network, 1999)
- Armenian Fantasies (Network 34801, 2000)
- Gladiator — саундтрек
- Fuad (2001) — Эркан Огур менән берлектә (төрөк һәм әрмән халыҡ йырҙары), Kalan Ses
- Nazani (2001)
- The Art of Armenian Duduk (2001)
- Serenity (2001)
- Duduk (2002)
- In My World, I Have No Pain 2CD (2002)
- Armenian Duduk (2003)
- Isaac: Sacred choral works… (2003)
- Not Be Sad (2003)
- Фрески фильмына музыка (2003)
- Spirit Simfony 2CD (2004)
- Magical Music From Mount Ararat (2004)
- Магия армянского дудука (2004)
- Apricots from Eden (Traditional Crossroads, 2005)
- Ask me no questions (Traditional Crossroads, 2005)
- Endless Vision [Live] — Hossein Alizadeh менән берлектә (World Village, 2005)
- I Will Not Be Sad in This World (Ryko/Rhino, 2006)
- Moon Shines at Night (Ryko/Rhino, 2006)
- Hin U Nor Husher (2006)
- Nazeli (Jet Plak Kaset, 2007)
- ARMENIE :The Soul of Armenia (Network Medien, 2007)
- Penumbra (2008) — Майкл Брук менән берлектә
Клип
үҙгәртергәDVD
үҙгәртергә- Дживан Гаспарян[5] (2005)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Legendary Armenian duduk player Jivan Gasparayn dies aged 92
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ IMDB data Gasparyan (Тикшерелеү көнө: 27 июль 2016)
- ↑ Награды выдающимся деятелям культуры 2020 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ Рецензия в журнале FUZZ № 11, 2006 год
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Все о Дживане Гаспаряне: биография, музыка, интервью, статьи, видео, концерты.
- Элеонора Мандалян: Дудук Дживана на саундтреках Голливуда, журнал «Чайка»
- Борис Тарасов. Дживан Гаспарян: Ничто так не звучит, как дикий абрикос . Новые Известия (4 декабрь 2006). Архивировано 19 май 2012 года. 2012 йыл 13 февраль архивланған.