Гарибальди һәйкәле (Таганрог)

1961

Иҫтәлекле урын
Гарибальди һәйкәле (Таганрог)
Ил Рәсәй
Төҙөлгән ваҡыты 1961 йыл

Джузеппе Гарибальди һәйкәле ― Таганрог ҡалаһындағы монумент, билдәле итальян революционерена арналған. 1961 йылда төҙөлгән.

Гарибальдиҙың Таганрогта булыуы

үҙгәртергә

Джузеппе Гарибальди моряк ғаиләһендә тыуған, бала сағынан уҡ диңгеҙ тормошона әҙерләнгән. 1832 йылда сауҙа карабы капитаны булып, ул бик күп порттарҙа булған. Йыш ҡына уның Клоринда шхунаһы Таганрогта һыйыныр урын таба. Хатта уның сигараны контрабандалағаны штраф һалыныуы тураһында архив яҙыуҙары ла бар. 1833 йылдың апрелендә уның әфлисун тейәгән шхунаһы Таганрог портына килеп туҡтай һәм ун көн буйы портта тора. Караптан йөктө бушатҡандарынса, йәш капитан ҡала урамдары буйлап йөрөй. Таганрогта йәшәгән итальяндарҙың өйҙәрендә була, порттың бәләкәй ҡунаҡханаларында ҡунып йөрөй. Шундай ҡунаҡханаларҙың береһендә ул Онельянан Кунео Джованни Баттисты осрата, ул сәйәси эмигрант һәм Йәш Италия йәшерен хәрәкәт ағзаһы була. Аҙағыраҡ был осрашыуҙы Гарибальди ошолай һүрәтләй: «мин тормошомдоң теләһә ниндәй мәлендә лә һәр саҡ кешеләр менән кәңәшләштем һәм Италияны тергеҙеү тураһында әҙәбиәт өйрәнеүҙән туҡтаманым. Әммә 24 йәшемә тиклем бөтә был тырышлыҡтарым бушҡа булды. Ниһайәт Таганрогта лигуриец менән таныштым, ул миңә был илдәге ысын хәлдәрҙе асып бирҙе. Мин уйлайым, мин үҙемдең бөтә тормошон үҙенең Ватанын азат итеүгә бағышлаған кешеләр араһында торғанымды аңлағанда, үҙемде нисек бәхетле тойһам, Колумб Американы асҡанда шул тиклем бәхетле була алмағандыр» ти. Джузеппе Гарибальди Таганрогта Йәш Италия йәмғиәтенә инә һәм үҙенең ғүмерен Тыуған илен австрия хакимлығынан азат итеү өсөн көрәшкә арнарға һүҙ бирә.

Һәйкәл тарихы

үҙгәртергә

1961 йылда Таганрог ҡала урамдарының береһе Гарибальди хөрмәтенә аталған булған, ә ҡасандыр Клоринда шхунаһы торған порт районында обелиск ҡуйылған[1].

Обелиск елберләп торған байраҡлы биш метрлыҡ стеланан ғибәрәт. Уның кире яғында ошондай яҙыу бар: 1833 йылда Джузеппе Гарибальди, Таганрогта булған сағында, үҙенең тормошон тыуған иле Италияны азат итеү һәм берләштереү эшенә бағышларға ант итте. Италияның милли геройы Д. Гарибальди етәкселеге аҫтында ил азат ителә һәм берләшә. Алғы яғына Фридрих Энгельс цитатаһы соҡоп яҙылған:

Гарибальди йөҙөндә Италияның мөғжизә ҡылырға һәләтле һәм мөғжизә ҡылған антик рәүешле геройы булған.

Гарибальдиҙың Таганрогҡа сәфәренә арнаған обелиск асыу тантанаһы 1961 йылдың 2 июнендә, Италияны азат итеүҙең йөҙ йыллығына ҡарата булды. Урындағы рәссам Яковенко һәйкәл проектын төҙөй. Барельефын (итальян геройы профиле һәм пальма ботағы) рәссам Баранов әҙерләй. 1986 йылда техник сәбәптәр арҡаһында барельеф алмаштырыла һәм Беглов авторлығында яңы барельеф ҡуйыла.

Таганрог һәйкәленең фотоһүрәте «Ике донъя геройы: бөтә донъялағы Гарибальди һәйкәлдәре» күргәҙмәһендә күрһәтелә, күргәҙмә Нью-Йоркта 2007 йылдың 21 июлендә[2] Гарибальди-Меуччи музейында асыла .

Джузеппе Гарибальдиҙың тергеҙелгән һәйкәле 2007 йылдың 12 сентябрендә, Джузеппе Гарибальдиҙың Таганрогта[3] булыуының ике йөҙ йыллығына арналған саралар программыһы сиктәрендә, Ҡала Көнөн байрам иткән ваҡытта асыла. Итальян революционерының ейәнсәре Аннита Гарибальди-Жалле Мәскәүҙәге Италия илселеге вәкилдәре менән бергә сараларҙа ҡатнаша[4]. Һәйкәлдең алғы яғындағы Фридрих Энгельс цитатаһы юйҙырыла, кире яғындағы һүрәтләү үҙгәрешһеҙ ҡала.

Был элекке Советтар Союзы илдәрендә Джузеппе Гарибальди хөрмәтенә берҙән-бер һәйкәл.

Һәйкәл фотографиялары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Решение № 109 Таганрогского городского Совета депутатов трудящихся Ростовской области. 18 мая 1961 г.
  2. Taganrog's Giuseppe Garibaldi monument at New York photo exhibition, Taganrog Municipality (15 August 2007). 6 август 2009 тикшерелгән.
  3. Program of the events dedicated to Giuseppe Garibaldi bicentenary in Taganrog, September 12, 2007, Taganrog Municipality (4 August 2007). 6 август 2009 тикшерелгән.
  4. Photos from the inauguration of the new Giuseppe Garibaldi Monument, Taganrog Municipality (12 September 2007). 6 август 2009 тикшерелгән.
  • Таганрогская Энциклопедия, 2-е издание, 2003
  • Материалы Таганрогского Государственного архива и Таганрогского местного самоуправления
  • «Таганрогская Правда» № 22 (153—155) 2-8/06/2006 г. стр.14 «Историческая встреча»