Гантиади (журнал) - (груз. განთიადი (ჟურნალი)) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы. 2015 йылдың 15 октябрендә президент указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән

Грузияның ике аҙналыҡ фәнни, әҙәби һәм сәйәси журналы.

1915 йылда Кутаиси губернаһы үҙәге Кутаиси ҡалаһында нәшер ителгән була. Баштағы мөхәррире-нәшерсеһе С.М. Мчедлишвили, 5-се һанынан - Р. Панцхава (Варкетили).

Журнал И. Панцхава С. Церетели, Ц. Табидзе И. Иоселиан, Н. Ломури, Я. Гришашвили, П. Мирианашвили һәм авторҙаштар менән хеҙмәттәшлек итә.

Мөхәрририәт журналдың 17 номерын сығарып өлгөргән.

Авторҙар араһында грузин яҙыусыһы, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Дуту Мегрел да (ысын исеме Дмитрий Томас Хоштария ) була.

Хәҙерге заманда Грузияла 1975 йылдан Яҙыусылар союзының һәм уның Кутаиси бүлегенең ике айға бер «Гантиади» тигән әҙәби альманахы сығып килә .

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • рус. Грузинская Советская Энциклопедия , Вып. 2, стр. 981, Tb. 1977 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә