Гамела́н (от яв. gamel ‘туҡылдарға, һуғырға’) — традицион Индонезия оркестры һәм инструменталь музыка төрө. Ява утрауында барлыҡҡа килгән, артабан Малай архипелагының башҡа утрауҙарына таралған.

Гамелан
Рәсем
Барлыҡҡа килгән Индонезия
Урын Кепулауан-Риау[d]
Ил  Индонезия[1]
Етештереү урыны Ява һәм Бали[d]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][1] һәм National Inventory of Intangible Cultural Heritage in Malaysia[d][2]
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/016…
ich.unesco.org/fr/RL/016…
ich.unesco.org/es/RL/016…
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
 Гамелан Викимилектә
Гамелан (Азия сәнғәте музейы коллекцияһынан)
Julia Kartawinata - Dongkari - Komposisi Baru Gamelan.opus

Инструментарий нигеҙендә: ксилофондар гамбанг, металлофондар гендер, сарон, слентем; гонгтар бонанг, барабандар генданг, элмәле гонгтар һәм башҡа һуҡма инструменттар ҡулланыла. Гамбанг һәм гендер кеүек һуҡма инструменттар төп музыкаль теманы башҡара. Гамелен составында, шулай уҡ кечапи һәм целемпунг кеүек ҡыллы сиртмә инструменттар, һыҙғыслы ребаб, буйылы флейта сулинг, төрлө тауыш инструменттары, ҡыйһы саҡта ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауыша ҡулланыла. Инструменттар һаны 10-дан 25-кә тиклем булыуы мөмкин.

Гамелен өсөн классик индонезия музыкаһының тауыш рәте ҡулланыла: 5 баҫҡыслы слендро һәм 7 баҫҡыслы пелог. Теманы башҡарған ваҡытта оркестр патет формулаһы менән эш итә.

Беренсе тыңлағанда европалылыарға ҡырағый һәм хаотик булып тойолған гамеландың яңғыоауы һығылмалы булыуы һә үҙенсәлеге менән айырылып тора, был күренешкә тембр буяуҙарының яһяалма ҡышылыуы ла ярҙам итә. Импровизация ҙур роль уйнай. Партияларҙы ятлап алыу, ғәҙәттә музыканы ишетеү һәләтенә бәйле. Теманы башҡарғанда һәр музыкант үҙ инструментының характерын асырға, уның тәьҫир итеү мөмкинлектәрен тулыраҡ күрһәрергә тырыша. Гамелен рупертуарында ғәҙәттә классик темалар һәм халыҡ көйҙәрен имправизацияла башҡарыу ята.

Гамелан драматик, балет, сәхнәләштерелгән йыр-бейеү, тантаналы тамашаларҙа, байрамдарҙа башҡарыла. Халыҡ ҡурсаҡ театры менән тыҡыҙ бәйләнгән. Традицион индонезия гамеланы — бер ауылда йәшәгән һәм оркестр инструменттары дөйөм милек булған община. XX быуатта бер ауыл менән бәйле булмаған акдемик гамлендар, шулай уҡ Индонезиянан ситтә лә, барлыҡҡа килде.

Оркестрҙың «ғәҙәттә тыш» полифоник тауышы 1580 йылда Яваға килеүсе сэр Дрейк Фрэнсисты һәм башҡа европалылырҙа әсир иткән. 20 быуат башында гамелан европа һәм америка тикшеренеүсәләрнең иғтибарын йәлеп итә. К. Дебюсси, Дж. Кейдж, Э. Варез, А. Жоливе кеүек ижади үҙләштергән композиторҙар Көнбайышта йәшәүселәрҙең ҡыҙыҡһыныуын уята.[3].

1912 йылда донъя тирәләй сәйәхәт иткән ваҡытта рус шағиры К. Д. Бальмонт (1867—1942) Ява һәм Суматра утрауыҙарында оркестр тураһында «Гамеланг» тигән шығыр юлдарында яҙа: Гамеланг — как море — без начала,
Гамеланг — как ветер — без конца.
Стройная яванка танцевала,
Не меняя бледного лица.

* * *

За горой звенит металл певучий,
Срыв глухой и тонкая струна.
Гамеланг — как смерть сама — тягучий,
Гамеланг — колодец снов, без дна.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Representative List of the Intangible Cultural Heritage of Humanity, Liste représentative du patrimoine culturel immatériel de l’humanité, Lista Representativa del Patrimonio Cultural Inmaterial de la Humanidad (ингл.)
  2. Warisan Kebangsaan 2009
  3. Погадаев, В. Малайский мир (Бруней, Индонезия, Малайзия, Сингапур). Лингвострановедческий словарь. М.: «Восточная книга», 2012, с. 198
  • Дёмин, Л. М. Искусство Индонезии, М., 1965.
  • Равдоникас, Ф. Музыкальный синтаксис. СПб, 2003.
  • Gamelan Gong Kebyar: The Art of Twentieth-Century Balinese Music (2000) by , ISBN 0-226-79281-1 and ISBN 0-226-79283-8.

Һылтанмалар

үҙгәртергә