Гамбург опера театры

Гамбург опера театры — Германиялағы иң боронғо дөйөм музыкаль театр, Гамбургта урынлашҡан. 1678 йылда нигеҙ һалынған. Тикшеренеүселәр милли немец опера мәктәбенең барлыҡҡа килеүен Гамбург опера театры формалашыуы менән бәйләйҙәр[7].

Гамбург опера театры
нем. Hamburgische Staatsoper
Тармаҡ креативная экономика[d][1]
Нигеҙләү датаһы 1677
Рәсем
Эшмәкәрлек төрө сәнғәт башҡарыу төрҙәре[d]
Генераль директор Georges Delnon[d][2], Симона Янг[d][3] һәм Джон Ноймайер[d]
Дәүләт  Германия[4]
Административ-территориаль берәмек Гамбург-Митте[d][5]
Урын Нойштадт[d][5]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Neustadt[d], Гамбург-Митте[d], Гамбург, Германия[1]
Арт-директор Georges Delnon[d][2]
Архитектор Girolamo Sartorio[d]
Рәсми асылыу датаһы 1955[6]
Построено на месте Stadt-Theater Hamburg[d]
Һыйым 1690
Мираҫ статусы heritage monument in Hamburg[d]
Рәсми сайт staatsoper-hamburg.de
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 3651
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Hamburgische Staatsoper[d]
Карта
 Гамбург опера театры Викимилектә

Театр дирижерҙары араһында Г. Малер, Ф. Вейнгартнер, К. Бём, Э. Ансерме булған.

Театрҙы төҙөү 1677 йылда ҡала үҙидараһы инициативаһы буйынса башлана. Гамбург Утыҙ йыллыҡ һуғыш ҡағылмаған ҡала була, һәм урындағы бюргерҙарҙың үҙ опера сәхнәһен ойоштороу өсөн етерлек аҡсалары була. Театр 1678 йылдың 2 ғинуарында Иоганн Тайле яҙған «Адам и Ева, или Сотворенный, павший и спасенный человек» операһы менән асыла.

Башҡа немец ҡалаларында булған опера театрҙарынан айырмалы рәүештә, Гамбург ҡалаһындағы батша һарайы опера театры булмай, тәүге ваҡытта труппа һәүәҫкәр йырсыларҙан тора; бынан тыш театр һарай мауығыуҙарына түгел, ә протестант урта синыф һәм руханиҙар зауығына бәйле була, был уның репертуарында сағылыш таба. Театр эшләй башлағандың тәүге йылдарҙа дини сюжетлы әҫәрҙәр ҡуйыла. Артабан постановкалар даирәһе мифологик, легендар-тарихи, көнкүреш, шулай уҡ «көн үҙәгендәге» операларға тиклем киңәйтелә.

1695 йылдан композитор һәм дирижер И. З. Куссер театрҙың музыкаль етәксеһе булып китә, ул элек Брауншвейгта үҙенең бер нисә операһын ҡуйған була. Куссер Люлли менән шәхсән таныш була һәм француз композиторы ижады йоғонтоһо аҫтында була. Ул Гамбургта Люлли әҫәрҙәре өлгөһө буйынса увертюра, операла бейеү фрагменттары индерә һәм, ғөмүмән, француз стиле уятырға тырыша.

Был осорҙа театрҙа, башҡалар араһында, Георг Филипп Телемандың комик опералары, Генделдың, Иоганн Маттезондың, Райнхард Кайзерҙың әҫәрҙәре ҡуйыла, һуңынан ул музыкаль етәксе вазифаһын башҡарған Куссерҙы алмаштыра, ә аҙаҡ театр директоры ла булып китә.

1738 йылдан Гамбург опера театры эшләүҙән туҡтай[8]. Сәхнәлә күбеһенсә гастролдәрҙә йөрөгән итальян труппалары сығыш яһай.

1763 йылда театрҙың ағас бинаһы тулыһынса емерелә. 1765—1766 йылдарҙа төҙөлгән ҡала театрының яңы бинаһында музыкаль һәм шулай уҡ драматик спектаклдәр ҡуйыла.

 
Театрҙың 1827 йылда төҙөлгән бинаһы. 1890 йылғы фото.

1827 йылдарҙа театрҙың яңы бинаһы төҙөлә, ул 1827 йылдың 3 майында Гетеның «Эгмонт»ы менән асыла. 1891 йылдан 1897 йылға тиклемпн опера театры менән Густав Малер етәкселек итә.

1925 йылда Гамбург парламенты (бюргершафт) яңы бина төҙөүгә фатиха бирә, ул бөгөнгө көндә төҙөлгән ваҡыттағы кеүек күренә тиерлек.

1931—1933 йылдарҙа Карл Бём театр менән етәкселек итә, уны Ойген Йохум алмаштыра.

1943 йылдың 2 мартында театр бинаһына бомба төшә, тамаша залы тулыһынса емерелә. 1953 йылда емереклектәр һүтелә һәм яңы төҙөлөш башлана, 1957 йылда тамамлана. Тергеҙелгән тамаша залы тулыһынса 1925 йыл проектына тура килә.

2005 йылда бинаны капиталь реконструкциялау һәм бергә тоташҡан ярҙамсы биналарҙы төҙөү тамамлана, улар опера бинаһы эсенә индереп эшләнгән һәм берҙәм комплекс барлыҡҡа килтерәләр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә