Галанда Микулаш
Микулаш Галанда (словак. Mikuláš Galanda; 4 март 1895 йыл, Мала Веска, Австро-Венгрия (хәҙер Турчьянске-Теплице янында, Словакия) — 5 июнь 1938 йыл Братислава), словак рәссамы, иллюстратор, график.
Галанда Микулаш | |
словак. Mikuláš Galanda | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Работы |
XX быуат башындағы словак модернына нигеҙ һалыусы һәм пропагандалаусыларының береһе.
Биографияһы
үҙгәртергәМала Вескала тыуа. Будапештта Художество академияла (1914—1916) һәм Прагала Художество-сәнәғәт мәктәбендә (1923—1927 (хәҙер Һынлы сәнғәт академияһы) художестволы белем ала. Август Бремсе һәм Франц Тиле уҡыусыһы була.
1928 йылда Будова Мария менән таныша, 1931 йылда уға өйләнә.
Словак модернизмы формалашыуына ҙур өлөш индерә. Ул һәм уның дуҫы Фулла Людовит словак модернистары манифесы авторҙары була.
Мартин ҡалаһындағы мемориал Халыҡ зыяратында ерләнә.
Ижады
үҙгәртергәҮҙ ижадында фовизм һәм кубизмдың айырым ысулдарын ҡуллана, халыҡ сәнғәте традицияларына мөрәжәғәт итә.
Крәҫтиән тормошон поэтик һүрәтләй, улар йомшаҡ колорит һәм дөйөмләштерелгән ритм менән айырылып тора. («Бишек янында», 1929, Милли галерея, Прага; «Пастораль», 1936, шәхси йыйынтыҡ), ҡала ярлылары тормошо темаһына арналған социаль-тәнҡит ноталар менән һуғарылған гравюралар һәм һүрәттәр авторы
(литография циклы «Ҡалала мөхәббәт», 1924; «Эшһеҙ», литография, 1925).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Mikulas Galanda // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ 2,0 2,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Vědecká knihovna v Olomouci Mikuláš Galanda // https://aleph.vkol.cz/F/?func=find-c&ccl_term=sys=000003148&local_base=svk04 (чеш.)