Галактикалар тупланмаһы
Галактикалар тупланмаһы — галактикаларҙың гравитация юлы менән бәйләнгән системаһы, Ғаләмдә иң ҙур структураларҙың береһе. Диаметрының ҙурлығы буйынса — тиҫтәләрсә миллион яҡтылыҡ йылы[1].
Галактикалар тупланмаһы | |
Галактикалар тупланмаһы Викимилектә |
Тупланмалар шартлы рәүештә ике төргә бүленә:
- регуляр — дөрөҫ сфера формаһындағы тупланма, уларҙа эллиптик һәм үҙәк өлөштәре ап-асыҡ булып беленеп торған линзаға оҡшаш галактикалар өҫтөнлөк итә. Бындай тупланмалар үҙәгендә гигант эллиптик галактикалар урынлашкан. Регуляр тупланма өлгөһө — Вероника сәсе тупланмаһы.
- иррегуляр — билдәле бер формаһы булмаған тупланма, галактикалар һаны буйынса регуляр тупланмаларҙан ҡалыша. Тупланмаларҙың был төрөндә спираль галактикалар өҫтөнлөк итә. Миҫал — Ҡыҙ тупланмаһы.
Тупланмаларҙың массалары Ҡояш массаһының 1013 -нән 1015 -кә тиклем.
2016 йылдың август аҙағында астрономдар шул мәлгә иң ҡарт галактикалар тупланмаһының (CL J1001+0220) урынын билдәләй һәм уның Секстант йондоҙлоғонда Ерҙән 11,1 миллиард яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашыуы тураһында хәбәр итә[2].
NIKA эскпериментында эшләгән ғалимдар командаһы[3] беренсе тапҡыр бер нисә галактика тупланмаһы бергә ҡушылғанда газ таралыу тиҙлегенең һүрәтен ала[4].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Эйбелла галактикалар тупланмаһы каталогы
- Галактикаларҙы уғата ҙур булып тупланыуы Сверхскопление
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Astronet (инг.)
- AstronetҠалып:Ref-rus