Галазий Григорий Иванович

Григорий Иванович Галазий ( 1922 йылдың 5 марты, Харьков өлкәһе Мечибиловка ауылы - 2000 йылдың 23 июле, Иркутск) - СССР һәм Рәсәй биологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы.

Биографияһы

үҙгәртергә

1942 йылда Иркутск дәүләт университетын тамамлай. Унан 1948 йылға тиклем ул В. В. Куйбышев исемендәге Иркутск ауыр машиналар төҙөү заводында эшләй ]. 1954 - 1961 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Байкал лимнология станцияһы директоры булып эшләй. 1961 йылдан 1987 йылға тиклем - СССР Фәндәр академияһының Себер филиалының Лимнология институты директоры.

1970 йылдың 24 ноябрендә «биология» һөнәре буйынса СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана[1]. 1987 йылдан 1995 йылға тиклем Байҡал экология музейы директоры була[2]. 1992 йылдың 11 июнендә Рәсәй Фәндәр академияһының «экология» һөнәре буйынса академигы итеп һайлана. 1995 - 1999 йылдарҙа Дәүләт Думаһы депутаты ине. Ул 1999 йылда ҡабул ителгән «Байкал күлен һаҡлау тураһында» закон әҙерләүҙә ҡатнаша[3].

Фәнни ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Байкал күленең һәм уның бассейнының тәбиғи ресурстарын комплекслы файҙаланыу буйынса дөйөм схема авторҙарының береһе[2]. Ул һыу объекттарының тәбиғи ресурстарын һаҡлау һәм рациональ файҙаланыу өсөн экологик ҡағиҙәләр эшләү принцибын тәҡдим итә[3]. Һыу ятҡылыҡтарында һыу кимәле тирбәлештәре масштабтарын, бынан алдағы климат һәм экологик шарттар үҙгәреүен баһалауҙың яңы методын эшләй, уның ярҙамында Байкал күле кимәле үҙгәреүенең законлылығы асыҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Галазий Григорий Иванович. Информационная система «Архивы Российской академии наук». Дата обращения: 10 март 2012. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
  2. 2,0 2,1 Галазий Григорий Иванович. Государственная научно-техническая библиотека сибирского отделения РАН. Дата обращения: 10 март 2012.
  3. 3,0 3,1 Григорий Иванович Галазий. Сибирское отделение Российской академии наук. Дата обращения: 10 март 2012. 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә