Гадалова Лидия Семёновна

Гадалова Лидия Семеновна (21 август 1929 — 18 август 2017) — совет ауыл хужалығы алдынғыһы, Мәскәү өлкәһе Ленин районының Ленин исемендәге совхозының һауынсыһы Мәскәү өлкәһе, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1983).

Гадалова Лидия Семёновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 21 август 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Картино[d], Сельское поселение Развилковское[d], Ленин районы[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 21 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Картино[d], Сельское поселение Развилковское[d], Ленин районы[d], Мәскәү өлкәһе, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Гадалова Лидия Семеновна Мәскәү өлкәһе Ленин районының Картино ауылында 1929 йылда тыуған. 1946 йылда тыуған ауылындағы Мичурин исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Гадалова Лидия Семеновна колхоздың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләй. Ул эш лә гән колхоз 1960 йылда Мәскәү өлкәһенең Ленин районы Ленин исемендәге совхозға үҙгәртелә. 36 йыл буйына Мильковский совхозы фермаһы нда эш ләй[1]. Тәүгеләрҙән булып һыйырҙарҙы машиналар ярҙамында һауыүҙы үҙләштерә. Гадалова Лидия Семеновна һәр һыйырҙан йылына 6000 килограмм һөт һауып ала.

Гадалова Лидия Семеновна даими рәүештә һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, алдынғы була. Хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша.

1975 йылдың 14 февралендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

1976 йылдың 23 декабрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы II дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә.

1983 йылдың 7 ғинуарында социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүгә ирешкәне, малсылыҡ продукцияһы буйынса планды ваҡытында үтәгәне өсөн Гадалова Лидия Семеновна СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы I дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Хеҙмәт даны ордены тулы кавалеры була.

Тыуған ауылында йәшәй. 2017 йылдың 18 авгусында вафат була. Ауыл зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Данлы хеҙмәт кешеләре. — Мәскәү, 2012.

Һылтанмалар

үҙгәртергә