Гагариндар — Тютчевтар усадьбаһы

(Гагарин — Тютчевтар усадьбаһы битенән йүнәлтелде)

Гагариндар — Тютчевтар усадьбаһы — Мәскәүҙәге усадьба. Әрмән тыҡрығы 11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты[2].

Гагариндар — Тютчевтар усадьбаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Басманный район[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27605289?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Армянский переулок, 11, строения 2, 3; 11А/2, строение 1Б, 1А
Карта
 Гагариндар — Тютчевтар усадьбаһы Викимилектә

Усадьбаның төп йортоноң төҙөлөшөн ҡайһы бер тикшереүселәр XVI быуаттың аҙағына — XVII быуаттың башына индерәләр. Йорттоң көмбәҙле биналары менән подвалы яҡынса беренсе ҡаты булған, икенсе ҡаты ағастан булған һәм һуңынан таш менән яңынан төҙөлгән. Биләмәнең хужаһы булып XVII быуаттың икенсе яртыһында баяр Милославский Иван Михайлович тора[3]

XVIII быуатта имение бер нисә тапҡыр бер хужанан икенсеһенә күсә, төрлө ваҡытта уның хужалары булып кенәз Волконскийҙар, граф Дмитриев-Мамоновтар, дворян Глебовтар тора. 1790 йылда усадьбаны кенәз Иван Сергеевич Гагарин һатып ала, ул хәрби хеҙмәтен флот капитаны дәрәжәһендә ҡалдырып, Мәскәүҙә төплөнө. Гагарин йортто яңынан үҙгәртеп ҡорорға архитектор Матвей Федорович Казаковҡа ҡуша, ул уны классик стилдә башҡара. Йорт төкәтмәләр менән киңәйтелә, өҫтәп өсөнсө ҡат төҙөлә. Бының менән бер рәттән йорттоң нигеҙе булған палаталар үҙгәртеп ҡороуға дусар булмай. Казаков фасад ҡабырғаһындағы ике ризалит менән йорттоң композицияһын үҙгәрешһеҙ ҡалдыра, улар араһында ул бағаналарҙа балкон төҙөй. Һөҙөмтәлә йорт ябай, әммә ҡупшы ҡиәфәт ала, шул уҡ юҫыҡта йорттоң интерьерҙары ла үтәлә[3].

1810 йылда усадьбаны Гагарин вариҫтарынан Тютчевтар һатып ала. Уларҙың улы, киләсәктә билдәле шағир Фёдор Иванович Тютчев ата-әсәһе менән был йортта 1822 йылға тиклем йәшәй. 1812 йылдағы Мәскәү янғыны имениеға ҡағылмай. Йортта йыш ҡына буласаҡ декабристар, Тютчевтарҙың туғандары Д.И. Завалишин һәм И.Д. Якушкин була. 1831 йылда Тютчевтар усадьбаны ярлылар буйынса Мәскәү попечителлегенә һата, улар бында ҡарт-ҡоролар йорто ойоштора, хәйриә йорто аҙаҡ бер бағыусының исеме менән Горихвостовский тип атала. Революциянан һуң хәйриә йорто бөтөрөлә, совет осоронда төрлө учреждениелар урынлаша. Йорт был йылдарҙа яңынан төҙөлмәй һәм Казаков биргән ҡиәфәттә һаҡланып ҡала[3].

Хәҙерге ваҡытта усадьбала Рәсәй балалар фонды урынлашҡан[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974
  2. Городская усадьба, конец XVIII в. 2016 йыл 4 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Подъяпольская, Мария. Усадьба Гагариных-Тютчевых. Узнай Москву. Дата обращения: 25 апрель 2015. 2016 йыл 22 октябрь архивланған.