В. С. Калинников һәйкәле (Орёл)

Василий Калинников һәйкәле — Орёл губернаһында тыуған рус композиторы Василий Калинниковтың скульптор Леонид Бугай һәм архитектор Владимир Блинов эшләгән һәйкәле.

В. С. Калинников һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орёл
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Карта

Тасуирлама

үҙгәртергә

Василий Сергеевич Калинников Орел губернаһының Мценский өйәҙе Воины ауылында тыуған. Белемде Орел дини семинарияһында, артабан Мәскәү филармония йәмғиәтенең Музыкаль-драматик училищеһында алған[1].

1990 йылда Василий Калинниковҡа һәйкәл конкурсында скульптор Леонид Бугай һәм архитектор Василий Блинов еңеүсе була. Конкурстан һуң 20 йыл үткәс кенә финанс мөмкинлектәре барлыҡҡа килә һәм һәйкәл ҡуйылып, тирә-яҡ территорияһы төҙөкләндерелә. Һәйкәлдең бронза өлөшө ЯСЙ «ЛитАрт» (Жуковский ҡалаһы) һәм ЯСЙ «Отменное литье» (Түбәнге Тагил ҡалаһы) тарафынан эшләнә. Һәйкәл XIX быуаттың «модерн» стилендә башҡарылған, һәйкәлдәге композиторҙың һыны ижад илһамлығы килеү аҫтында ярым фигуралы итеп, балан ботағы ышығында һүрәтләнгән, аҫта — һыбыҙғыла уйнап ултырған малайҙың һыны. Дөйөм алғанда ҡаланың скверында монумент урынлаштырыу ҡала һәм өлкә бюджетына 7 миллион 500 мең һумға төшкән[2][3]. Һәйкәл асыу тантанаһы 2009 йылдың 3 авгусында Калинников исемендәге скверҙа, Калинников ҡалаһының балалар музыка мәктәбе № 1 янында үткәрелә[4][5][6].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Композитор В. С. Калинников. Орловская детская музыкальная школа №1 им. В. С. Калинникова. Дата обращения: 16 апрель 2017.
  2. Сазонова Анжела. Симфония памяти // Орловская правда : газета. — 2009. — № 112. — С. 1.
  3. пресс-служба мэрии г. Орла. Здесь будут встречаться влюблённые … // Красная строка : газета. — 2009. — № 30. — С. 3.
  4. Яковлев Денис. Двадцать лет спустя // Просторы России : газета. — 2009. — № 31. — С. 2.
  5. Захарова О. Об установлении памятника в Орле композитору Василию Калинникову // Аргументы и Факты : газета. — 2009. — № 32. — С. 1.
  6. Кирилловская Нина. История одного памятника // Орловский вестник : газета. — 2016. — № 2. — С. 13.

Һылтанмалар

үҙгәртергә