В. Н. Дав исемендәге Мончегорск төҫлө таш музейы

Н. В. Дав исемендәге Мончегорск төҫлө таш музейы — Рәсәйҙең Мурманск өлкәһе Мончегорск ҡалаһында урынлашҡан, коммерцияға ҡарамаған муниципаль учреждение — минерология музейы. 1970 йылдың 1 ғинуарында совет геологы Дав Владимир Николаевич инициативаһы буйынса асыла һәм уның хөрмәтенә атала[1].

В. Н. Дав исемендәге Мончегорск төҫлө таш музейы
Нигеҙләү датаһы 1970
Дәүләт  Рәсәй
Рәсми сайт museum.3dn.ru
Карта

Музей 1970 йылда СССР Фәндәр академияһы Кольск филиалының Мончегорск төҙөлөш ташы лабораторияһы ведомствоһы ҡарамағында асыла. 1976 йылда лабораторияһы Апатиты ҡалаһына күсенгәс, тап Владимир Николаевич музейҙың эшмәкәрлеген дауам итеп, уны ябылыуҙан һаҡлап алып ҡала. 1983 йылда Мончегорск музейының Мурманск өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейы ҡарамағында ҙур булмаған филиалы барлыҡҡа килә. 2000 йылдың ғинуарында, музей үҙенең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә муниципаль учреждение статусына лайыҡ була. Шул уҡ йылдың майында нигеҙ һалыусы Дав Владимир Николаевич исеме бирелә[1][2] . 2007 йылда, Мончегорск ҡалаһының 70 йәшлек юбилейы алдынан музей үҙәк урамдағы майҙаны ҙурыраҡ булған яңы бинаға күсә[3].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Музей, атамаһынан күренеүенсә, төҫлө таштар буйынса махсуслаша. Унда Кольск ярымутрауының ғына түгел, элекке Советтар Союзының һәм башҡа илдәрҙең минералдары өлгөләре ҡуйылған. Мурманск өлкәһендә табылған төрлө төҫтәге аметист щеткалар коллекцияһы айырым урын биләй. Нәҡ улар музей экспозицияһын аса.[1][2]

Музейы ҡаланың көнсығыш өлөшөндә: Металлургтар урамындағы 46-сы йортта, торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Бөтәһе фондта 3000 ашыу берәмек бар[4]. Музейҙың дөйөм майҙаны — 540 квадрат метр[4], ул өс экспозиция залына, һәм ваҡытлы күргәҙмәләр залына һәм конференц-залға бүленә[5]. Коллекцияларҙың иң иғтибарға лайыҡтары араһында 2000 самаһы берәмек тупланған «Советтар Союзының төҫлө ташы» һәм «Геология-минералогия фәндәре докторы, профессор Чупилин Иван Ильичтың минералогия коллекцияһы»[1] бар. Йылына музейға 8662 кеше килә[1][2].

Даими күсмә күргәҙмәләр үткәрелә. Ҙурҙарынан һуңғыһы «Таш сәскә» 1999 йылда күрше Апатиты ҡалаһында уҙа. Өҫтәмә рәүештә лекторий һәм кинозал хеҙмәттәре эшләй[1][2] . Музейҙың үҙендә фоторәсемдәр, картиналар һәм төрлө темаларға таштан яһалған әйберҙәр күргәҙмәләре үтә[6]. 2007 йылдың октябрендә музей ҡарамағында таштан эшләнгән тауарҙарҙың художество салон-магазины асыла[7].

  Тышҡы һүрәттәр
  Вид с улицы
  Внутри музея

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә