В. Володарский һәйкәле
В. Володарский һәйкәле — Санкт-Петербург ҡалаһындағы скульптуралы монумент. Һәйкәл 1925 йылда Нева йылғаһының һул ярында, революционер В. Володарский атып үлтерелгән урындан йыраҡ түгел генә ерҙә ҡуйылған. Һәйкәлдең проекты скульпторҙар М. Г. Манизер, Л. В. Блезе-Манизер һәм архитектор В. А. Витман тарафынан башҡарыла. Монумент федераль әһәмиәттәге монументаль сәнғәт ҡомартҡыһы статусына эйә.
В. Володарский һәйкәле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Урын | проспект Обуховской Обороны[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | бронза һәм гранит[d] |
Һүрәтләнгән объект | В. Володарский[d] |
Архитектор | Витман Владимир Александрович |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
В. Володарский һәйкәле Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәПетроградтың агитация һәм пропаганда эштәре буйынса комиссары В. Володарский 1918 йылдың 20 июнендә Обухов заводына митингҡа китеп барғанда юлда атып үлтерелә. Шул уҡ йылда ул һәләк булған урында өҫтө ҡырҡылған ике колонна рәүешендә (скульпторы Л. В. Руднев) һәйкәл ҡуйылған[1].
Һәйкәл эргәһендә митингтар үткәреү өсөн урын етмәгәнлектән, 1920 йылда уның янында сквер яһарға булалар. Бының өсөн һәйкәл янындағы н ике йортто һүтергә тура килә. Скверҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү менән инженер Березиндың проекты буйынса А. С. Добряковтың артеле шөғөлләнә[2].
Тиҙҙән Володарскийҙы атып үлтергән урынға ҙурыраҡ монумент ҡуйырға хәл ителә. Проект эшләү менән скульптор М. Г. Манизер шөғөлләнә. Ул үҙ эше тураһында былай тип һөйләй «Володарскийҙың тормошо һәм бер ҡасан да үлмәй торған эше тураһындағы һәйкәлде ҡуйғым килде, — бына мин ниндәй һәйкәл ҡуйҙырға теләнем». Скульптор эшенә ярҙам итеүсе уның ҡатыны Л В. Блез-Манизер була, ул Володарский һынының башын эшләгән. Һәйкәлдең архитекторы — В. А. Витман[1].
1924 йылдың 27 майында һәйкәлдең гипстан моделе әҙер була. Пьедесталды эшләү өсөн Адмиралтейский яры буйындағы 1909—1910 йылдарҙа скульптор Л. Бернштамдың төҙөгән I Петрҙың «Петр I спасает погибающих в Лахте» һәм «Петр I обучается в городе Саардаме в Голландии корабельному делу в 1697 г.» тигән ике һәйкәленең постаментына демонтаж яһайҙар. «Ҡыҙыл Выборжец» заводында В. Володарскийҙың бронза спульптураһы ҡойола. Һәйкәл асыу тантанаһы 21 июнь 1925 йылдың 21 июнендә уҙғарыла[2].
Скульпторҙар В. Володарскийҙы ялҡынлы телмәр һөйләгән мәлендә һүрәтләгәндәр. Уның уң ҡулын өҫкә күтәрелеп тора[1].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятники революционерам и государственным деятелям // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
- ↑ 2,0 2,1 Памятник с наценкой // «Санкт-Петербургские ведомости» № 072 (6425) от 19.04.2019