В. А. Михельсон исемендәге метеорология обсерваторияһы
В. А. Михельсон метеорология обсерваторияһы (рус. Метеорологическая обсерватория имени В. А. Михельсона) — Рәсәйҙә, Мәскәүҙең Төньяҡ административ округында урынлашҡан метеорология обсерваторияһы. К. А. Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының структура подразделениеһы булып тора. В. А. Михельсон исемендәге обсерватория комплексы төбәк әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә инә.
В. А. Михельсон исемендәге метеорология обсерваторияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1879 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Тимирязевский район[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Q27601096? |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d][1] |
Указания, как добраться | улица Прянишникова, 12 |
В. А. Михельсон исемендәге метеорология обсерваторияһы Викимилектә |
Урынлашыуы
үҙгәртергәВ. А. Михельсон исемендәге метеорология обсерваторияһы Мәскәү ҡалаһының Төньяҡ административ округында, Петровский-Разумовский дәүләт ҡурсаулығы менән сиктәш К. А. Тимирязев исемендәге аыл хужалығы академияһы биләмәһендә урынлашҡан. Станция В. П. Горячкин исемендәге Мәскәү дәүләт агроинженерия университетының академия корпустары, тәжрибә ҡырҙары һәм ҡоролмалары менән уратып алынған.
Барометр табағы диңгеҙ кимәленән 163,4 метр бейеклектә ҡуйылған.
Тарихы
үҙгәртергә1865 йылда Пётр ауыл хужалығы академияһын төҙөгәндә даими метеорология күҙәтеүҙәре үткәреү зарурлығы тыуа. Ҙур әҙерлек эштәре алып барғандан һуң, бары тик 1879 йылдың 1 ғинуарында Ер эшкәртеү кафедраһы профессоры Фадеев метеорология приборҙарының беренсе күрһәткестәрен теркәүгә өлгәшә һәм Мәскәүҙәге һауа торошон тикшереүҙең өҙлөкһөҙ процесын башлап ебәрә.
Күҙәтеүҙәр программаһы үҙ эсенә атмосфера баҫымын, температураны, ҡояш балҡышы, һауа дымлылығы, болотлолоҡто, ел тиҙлеге һәм йүнәлешен, тупраҡтың төрлө тәрәнлектә һәм атмосфера күренештәре ваҡытындағы температураһын, яуым-төшөм һәм ҡар ҡатламы характеристикаһын теркәүҙе үҙ эсенә ала. Рәсәй территорияһында 1886 йылда тап ошонда беренсе тапҡыр актинометрик күҙәтеүҙәр үткәрелә башлай.
Обсерватория үҫешенә билдәле физик һәм метеоролог, профессор В. А. Михельсон ярҙам итә, 1894—1927 йылдарҙа уның етәксеһе була. Уның инициативаһы менән ҡояш радиацияһын тикшереү киңәйтелә, тап ул актинометрик приборҙарҙың күбеһен эшләй[2].
1895 йылда В. А. Михельсон ауыл хужалығын күҙәтеү селтәре ойоштора, унда 161 пункты инә. Обсерватория алдынғы урынды биләй һәм ошо селтәрҙең фәнни-методик үҙәгенә әүерелә[3].
1927 йылда обсерватория В. А. Михельсон исемен йөрөтә башлай. 1930 йылдарҙа ул метеорология кафедраһының уҡыу базаһына әйләнә. Бында даими яңы технологиялар ҡулланыла һәм күҙәтеүҙәрҙең заманса методикаһы эшләнә.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәМетеорология обсерваторияһы даими һауа торошо хаҡында мәғлүмәткә мохтаж бик күп ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештәр булдыра. Мәскәү метеобюроһы менән ҡыҫҡа ваҡытлы һауа торошо фаразы иҫәпләнә. Мәғлүмәттәрҙе Рәсәй гидрометүҙәге үҙ эшмәкәрлегендә ҡуллана[4].
Метеообсерватория мәғлүмәттәре сит илдәрҙә һәм беҙҙең илдә сығарылған агроклимат белешмләрендә, Агроклимат атластарында һәм башҡа баҫмаларҙа ҡулланыла.
Һуңғы йылдарҙа станция хеҙмәтен Мәскәү ҡалаһының бик күп хеҙмәттәре файҙалана:
- транспорт һәм элемтә идаралығы, яғыулыҡ-энергетика хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ,
- санитар-эпидемиология станциялары,
- прокуратура органдары,
- автоинспекция
- судтар һәм башҡа ойошмалар.
Метеорология обсерваторияһының эшмәкәрлеген К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы студенттарына, аспиранттарына белем биреү маҡсатында ғилми эшмәкәрлектә киң ҡулланыла[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Протокол секции № 1 «Историко-культурная экспертиза объектов» ИКЭС при МКН № 1/37 от 19.02.2009
- ↑ История метеообсерватории . Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ По московским меркам: Древнейшая метеостанция города . Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ Метеорологическая обсерватория имени В.А. Михельсона . Дата обращения: 14 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
- ↑ ГБПОУ ОК "Юго-Запад", Москва . Дата обращения: 14 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Официальный сайт обсерватории
- на сайте Академии имени К. А. Тимирязева(недоступная ссылка)