Вәхитов Салауат Венер улы

Вәхитов Салауат Венер улы (6 июнь 1961) — Башҡортостан Республикаһыда йәшәп, урыҫ телендә ижад итеүсе журналист, шағир һәм яҙыусы. Телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты (1994), доцент (2000). Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

Салауат Венер улы Вәхитов 1961 йылдың 6 июнендә Красноярск крайы Ачинск ҡалаһында тыуған[1].

Башҡорт дәүләт университетының «Урыс теле һәм әҙәбиәте» факультетын тамамлаған (1987). 19871991 йылдарҙа — мәктәптәрҙә, 1991 йылдан юғары уҡыу йорттарында уҡытыусы булып эшләй[2]).

Филология фәндәре кандидаты (1994). Диссертацияһының темаһы — «Производные наименования со значением лица в русском языке XI—XII вв. (мотивационный аспект)» (1994).

1995 йылдан — өлкән уҡытыусы, 2000 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының урыҫ теле кафедраһы доценты.

20012011 йылдарҙа — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Вагант» нәшриәт-полиграфия комплексы директоры.

2012 йылдан — «Бельские просторы» журналының яуаплы секретары (Башҡортостан)[3].

Төрлө нәшриәттәрҙә баҫылған әҙәби әҫәрҙәр авторы. Төп фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе — лексикография һәм жаргонология.

Өфөлә йәшәй.

Китаптар авторы үҙгәртергә

  • «Прощай, рубиновое небо…» (2007)
  • «Люби меня всегда» (2007)
  • «Пушкин 37-го года» (2010)
  • «Разбитое сердце Адель» (2013)
  • «Хорошие люди» (2014)
  • «Любовь 24 часа» (2015)
  • «Страсти по Борхесу и другие истории» (2016)[4].

Фәнни хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • «Наименование камня» (1998)
  • «Словарь наименований драгоценных и поделочных камней» (1999)
  • «Словарь устойчивых выражений уфимского сленга» (2001, ике тапҡыр ҡабаттан нәшер ителә — 2003 һәм 2004 йылдарҙа)
  • «Музыка от Трахтенберга» (2003)
  • «Карточная терминология и жаргон XIX в.» (2007)
  • «Словарь уфимского сленга начала XXI в.» (2010)[5]

Наградалары үҙгәртергә

  • Бөтә Рәсәй «ЛиФФт» фестиваленең Көмөш миҙалы (2016).
  • "Собака. RU"журналы премияһы («Искусство» номинацияһы, 2011)[6].
  • Бөтә Рәсәй «Чеховский дар» китап премияһы («Необыкновенный рассказчик» номинацияһы).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [1] Салават Венерович Вахитов
  • [2] 2018 йыл 10 февраль архивланған. Вахитов Салават Венерович
  • [3] Салават Вахитов
  • [4] Вахитов Салават. Минуты поэзии