Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы

Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы (3 декабрь 1938 йыл) — кинооператор. 1997 йылдан Рәсәй Фоторəссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1983).

Вәлиев Әлфәт Мирсәйет улы
Тыуған көнө 3 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (85 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

Әлфәт Мирсәйет улы Вәлиев 1938 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Яңы Туҡмаҡлы ауылында тыуған. 1988 йылда «Мосфильм» киностудияһы эргəһендəге оператор оҫталығы курстарын (етəксеһе П. Н. Кузнецов) тамамлаған. 1957 йылдан алып «Башлес» берекмәһенең Өфө ремонт-механика заводында, 1960—1997 йылдарҙа Өфө агрегат производство берекмəһендә эшләй, бер үк ваҡытта 1974 йылдан — берекмəнең «Авангард» мəҙəниəт һарайы ҡарамағындағы «Авангард» киностудияһы, 19972003 йылдарҙа «Ағиҙел» кинофотоклубы операторы.

Ижади хеҙмәттәре үҙгәртергә

Республикала тəүге анимация фильмы — «Петя Петрушин мажаралары» («Приключения Пети Петрушина») авторы (1967;). 70‑тəн ашыу фильм, шул иҫәптән «Өй төҙөү беҙгə бер нəмə лə түгел» («Что нам стоит дом построить») мультипликацион фильмы (1988; Бөтə Союз һəүəҫкəр фильмдар смотр‑конкурсы лауреаты, Волгоград ҡалаһы, 1990); «Хəтер» («Память», 1975, Мәскәү, Бөтə Союз һəүəҫкəр фильмдар фестивале лауреаты), «Ямғырҙар, ямғырҙар…» ("Дожди, дожди…", 1978; «Лиепая көҙө» («Лиепайская осень») кинофестивале лауреаты, Лиепая ҡалаһы, 1980), «Яңы йыл детективы» («Новогодний детектив»; 1982) ҡыҫҡа метражлы нəфис фильмдары; «Тəүге аҙымдар» («Первые шаги», 1974; Бөтə Рəсəй һəүəҫкəр фильмдар фестивале лауреаты, Мəскəү, 1974), «Ҡарға бутҡаһы» (1982, Халыҡ‑ара фольклор фестивале лауреаты, Кишинёв, 1984), «Еңеү яҙы шаңдауы» ("Эхо победной весны", 1994; «Ер һəм кешелəр» («Земля и люди») Бөтə Рəсəй һəүəҫкəр фильмдар фестивале лауреаты, Мəлəүез ҡалаһы, 1995; бөтəһе лə «Авангард» киностудияһында төшөрөлгəн), «Хайран ҡалған мосафир» ("Очарованный странник", 2002; «Ватан» («Отечество») Бөтə Рəсəй һəүəҫкəр фильмдар фестивале лауреаты, Санкт-Петербург, 2002; «Ағиҙел» кинофотоклубы) документаль фильмдарын төшөрə.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1983)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә