Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы
Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы (1897—1989) — совет колхозсыһы, III саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.
Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1897 |
Вафат булған көнө | 1989 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
1932-се йылдан алып КПСС ағзаһы[1]
Биографияһы
үҙгәртергәВәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы 1897 йылда крәҫтиән-игенсе ғаиләһендә тыуған. Йәш сағында батраклыҡта йөрөй. 1919 йылда 24-се кавалерия дивизияһы составында Румынияла һуғыша. 1920—1929 йылдарҙа Түреш һәм Ахун ауылдарында тимерсе һәм сүкешсе булып эшләй. 1929—1933 йылдарҙа БАССР-ҙың Бүздәк районы Түреш ауыл Советының Ҡараерек ауылында «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозында тимерсе булып эшләй. 1933 йылда ошо колхозды етәкләй һәм 1955 йылға тиклем уның рәйесе булып ҡала[2]. Ғәни Нурмөхәмәт улы етәкселеге аҫтында колхоз районда иң алдынғыларҙың береһенә әйләнә. Колхоз шулай уҡ ауылда мәҙәниәт һәм мәғариф үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә[3].
Ғәни Нурмөхәмәт улы КПСС-тың Бүздәк район комитеты пленумы ағзаһы, Бүздәк район Советы депутаты була. 22-се өлкә партия конференцияһына делегат итеп һайлана. 1950—1954 йылдарҙа III саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты була. 1955—1958 йылдарҙа — Бүздәк районының Түреш ауыл Советы рәйесе. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда тамамлағандан һуң Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер була (Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1980 йылдың 13 июнендәге 311-се һанлы «Персональ пенсия булдырыу тураһында» ҡарары менән).
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны — Гөлйәүәр Вәлиева менән туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән улдары Мәғсүм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған (1944 йылдың 8 июлендә Белорус ССР-ының Минск өлкәһе Логойск районы Кисино ауылында һәләк була)[4].
Наградалары
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
Хәтер
үҙгәртергәТүреш ауылында 1984—1989 йылдарҙа Вәлиев Ғәни Нурмөхәмәт улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://bashkortostan.regnews.org/law/fw/j8.htm 2017 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ В Башкирии установили мемориальную доску на доме депутата — сельского труженика // Башинформ. 26 сентября 2016
- ↑ Память Сын своей земли 2017 йыл 20 октябрь архивланған. // «Буздякские новости». 27 сентября 2016
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/memorial-chelovek_donesenie9612762/