Вячеслав Черновол һәйкәле (Львов)

Вячеслав Черновол һәйкәле (укр. Чорновол ятник яті В'ячеслав) — Львовта украин сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Украина халыҡ партияһына» нигеҙ һалыусы Вячеслав Черновол хөрмәтенә монумент.

Һәйкәл
Памятник Вячеславу Черноволу
Пам’ятник В’ячеславу Чорноволу
Ил Украина
Город Львов
Скульптор Иван Самотос
Архитектор Василий Каменщик
Төҙөлгән ваҡыты 30 декабря 2002 года

Билдәле эшмәкәр һәйкәле Львов өлкә советы бинаһы алдында 2002 йылдың 30 декабрендә ҡуйыла. Сара барышында 20-се быуаттың күренекле украин сәйәсмәне, диссиденты, 90-сы йылдарҙа беренсе демократик юл менән һайланған Львов өлкә советы рәйесе Вячеслав Чорноволды хөрмәтләп иҫкә алалар[1].

Тарихы һәм тасуирламаһы

үҙгәртергә

Вячеслав Черновол вафат булғандан һуң Львовта уның образын мәңгеләштереү тураһында идея барлыҡҡа килә, шуға күрә иң яҡшы һәйкәлгә конкурс үткәрелә. Урындағы матбуғат проектты совет монументализмы стилендә башҡарылғанға күрә уңышһыҙ тип иҫәпләһә лә, конкурста Иван Самотос коллективы еңеп сыға[1]. Монументтың авторҙары: скульптор Иван Самотос һәм архитектор Василий Каменщик[2][3].

Авторҙың ниәте буйынса Вячеслав Черноволдың күтәрелгән уң ҡулы менән бронза скульптураһы ғәҙелһеҙлек, коррупция һәм властарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы көрәшкә өндәй. Ә тауға ҡарай күтәрелгән өс бармағы Украинының символы- өс теште кәүҙәләндерә[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 У Львові біля приміщення облради відкрито пам’ятник В’ячеславові Чорноволу у повен зріст. Радіо Свобода. Дата обращения: 6 июль 2017.
  2. 2,0 2,1 Пам'ятник В'ячеславу Чорноволу у Львові • Фотографії старого Львова (uk-UA), Фотографії старого Львова (29 сентябрь 2011). 6 июль 2017 тикшерелгән.
  3. Памятник Черноволу В. М. - Wikimapia. wikimapia.org. Дата обращения: 6 июль 2017.