Высоцкая Станислава

Высоцкая Станислава (пол. Wysocka) (1878 йылдың 7 майы, Варшава ҡалаһы — 1940 йылдың 17 ғинуары, Варшава) — поляк актрисаһы, режиссёры, театр эшмәкәре һәм педагогы.

Высоцкая Станислава

Биографияһы

үҙгәртергә

Высоцкая Станислава Варшавала поляк ғаиләһендә тыуған.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Высоцкая Станиславаның сәхнә эшмәкәрлеге 1895 йылда Петербургта башлана, артабан Люблинда, Варшавала, Познанда, Краковта уйнай.

  • 19111920 йылдарҙа Киевта йәшәй
  • 1916 йылда бында «Студия» эксперименталь театрын ойоштора, һәм унда К. С. Станиславский системаһы принциптары ентекләп эшләнгән.
  • 1920 йылда Варшаваға ҡайтҡас, студия аса
  • 1921 йылдан Варшава консерваторияһының драматик бүлегенә етәкселек итә.

Артислыҡ эшмәкәрлеге башында Станислава Высоцкая лирик комик ролдәр башҡарһа, артабан — драматик һәм трагик ролдәрҙе уйнаған. Станислава Высоцкаяның сәхнә образдары мөһәбәтлек, тышҡы һынландырыуҙың юғары нәзәкәтлелеге менән айырылып торған һәм ялған романтик театраль эффектлылығы, манерлығынан, модернизмынан йыраҡ торған.

Станислава Высоцкая поляк романтиктарының әҫәрҙәрендә: пани Роллисон (Мицкевичтың «Дзяды»һында), Лукреция Ченчи һәм Балладина (Словацкийҙың «Беатриче Ченчи», "Балладина"ларында), Муза һәм Әсә (Выспяньскийҙың «Ҡотҡарыу», «Ләғнәт»ендә) һ. б. уйнаған.

Станислава Высоцкаяның иң яҡшы эштәренә шулай уҡ антик авторҙарҙың пьесаларындағы ролдәре ҡараған: Клитемнестра (Эсхилдың «Орестея»һында, Федра (Еврипидтың "Ипполит"ында).

Үҙе менән дәүерҙәш драматургтар әҫәрҙәрендә лә (Һенрик Ибсен, Максим Горький, Антон Павлович Чехов һ. б.) Станислава Высоцкая бик теләп уйнаған. Режиссёрлыҡ эштәрендә Станислава Высоцкая сәхнә сәнғәтенең бөтә компоненттарын тура килтереүгә һәм драма әҫәрҙәренең идея асылын тәрән асыуға ынтылған.

  • Соч.: Uwagi о inscenizacji «Legionu…», Listy z teatry", 1924, № 2, s. 45—48;
  • Moje wspomnienia, «Scena Polska», 1938, zesz. 2—3, s. 324—30.
  • Ивашкевич Я., Театр «Студия» Станиславы Высоцкой в Киеве, пер. с польск. в сб.: Вокруг театра, М., 1965, с. 203—27. Б. И. Ростоцкий.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

[3]